йәки Йөк ташыу кәсебе хаҡында әңгәмә
Автотранспорт хужалығы хеҙмәткәрҙәре байрамы еткәс, был өлкәлә эшләүсе шәхси эшҡыуарҙар тормошон һүрәтләргә ҡарар иттем. Ә ниңә, бик яҡшы идея: улар ҙа, үҙ хәлдәренән килгәнсә, халыҡҡа йөк, йәиһә пассажирҙар ташыу буйынса хеҙмәт күрһәтә, тырыша. Етмәһә, үҙҙәренә үҙҙәре слесарь, механик, моторист, стропальщик, бухгалтер, кассир, тағы ла ҡырылмаһа ҡырҡ төрлө һөнәр эйәләре.
Хәмит Сәйетов − Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән егет. Баяғыса, йөк ташыу хеҙмәте менән үҙ көнөн күрә. Был өлкәлә «ҡайнау»ына тиҙҙән өс йыл тула.
− Хәмит, яңылышмаһам, юғары педагогик белемгә эйәһең, эйеме? Ни өсөн, дипломың була тороп, бындай «ҡара» эшкә күсеп киттең әле ул?
− ҡара эш тип нимәне күҙ уңында тотаһың бит... Бына, мәҫәлән, минең эшем уҡытыусыныҡына йәки берәй адвокаттыҡына ҡарағанда таҙараҡ, тип иҫәпләйемсе: кеше балаһына аҡыл өйрәтеп баш ватмайһың, шым ғына үҙеңдең эшеңә тотоноп, йәғни йөк машинаһы рулен борғослап, километр-сәғәттәрҙе һанауыңды беләһең. Кемдең эше ҡаралыр ул... Ә былай, БДУ-ның Сибай институтын тамамлағас та эшкә урынлашыу проблемаһы килеп баҫты. ҡала бәләкәй, йәш белгестәр, шул иҫәптән минең курсташтарым бик күп. Бөтәһенә лә яҡшы эш хаҡы булған йылы эш урыны тәтемәйәсәге көн кеүек асыҡ. Был хаҡта нишләп алдан уйламағанмындыр? Шулай ҙа оҙаҡ аптырап йөрөмәнем: өйҙәгеләр менән кәңәшләштек тә, «ГАЗель» коммерция йөк машинаһы һатып алырға булдыҡ. Атайым ул ваҡытта Себер яҡтарында, нефть сәнәғәтендә эшләп йөрөй ине, шуға беҙҙең ғаиләнең бындай машинаны һатып алырға хәле етә ине.
− Нисек башланып китте яңы кәсеп? ҡыйынлыҡтар, мәшәҡәттәр, тәүге заказ, тигәндәй...
− Машинаны ҡыуып алып ҡайтҡас, ҡала гәзиттәренә йөк ташыу хеҙмәтен башҡарыуым хаҡында иғландар бирҙем. Ошондай уҡ йөкмәткеле белдереүҙәрҙе автобус туҡталыштарына ла йәбештереп сыҡтым. Тәүге заказды яңы фатирға күсеп сығыусы туғандарыбыҙ бирҙе: күмәкләшеп, мебель-фәләнде машинаға тейәп, күсереп ҡуйҙыҡ. Артабан, яйлап ҡына сит кешеләр ҙә телефондан шылтыратып, заказ бирә башланы.
− Хәмит, һинең йөк ташыу маршруттарың Сибай менән генә сикләнәме? Әллә күпкә киңерәкме?
− Күпкә киңерәк. Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы, Баймаҡ районының Сибайға яҡын ауылдары, шулай уҡ урман яҡтары, Йылайыр, Әбйәлил райондары − һанай башлаһаң, бик күп ерҙә булырға тура килә. Екатеринбург ҡалаһына, Силәбегә йыш барам: ул яҡтарҙан күмәртәләп төҙөлөш-йөҙләү материалдары һатып алалар. Магнитогорскиға аҙна һайын барып торола. Беҙҙә кешенең эш хаҡы түбән, ә был әйберҙәргә хаҡтар иҫ киткес юғары: шуға отҡорораҡ кешеләр машина яллап барып, кәрәкле әйберен ситтән һатып алып ҡайтыуҙы хуп күрә. Әйтеүҙәренсә, ошондай бер рейс, юл хаҡын иҫәпкә алып та, 35 − 50 мең һум экономия бирә. Шулай. Хәҙер, ҡайҙа ҡарама, төҙөлөш «бум»ы бит − ауылда ла, ҡалала ла. Ауылдарға профнастил ташырға тура килә, йә булмаһа, һыуытҡысмы шунда, йомшаҡ мебель, башҡаһын. Ғөмүмән, йөк ташыу өлкәһендә эшләргә була.
− Дәғүәселәр менән нисек аралашаһың? Әйткәндәй, һин рәсми рәүештә теркәлгән эшҡыуармы?
− Рәсми рәүештә эшләмәһәм, былай иркенләп һөйләшеп ултырмаҫ инем. Әлбиттә, тәүҙә бер ниндәй теркәлеүһеҙ, һалым органдарынан ҡасып-боҫоп эшләй башланым. Тик төрлө ҙурыраҡ ойошмаларҙа ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүҙәрҙе генә үткәрәләр, ә был иһә шәхси эшҡыуарҙың теркәлгән булыуын, уның банкыла иҫәп-хисап счеты булыуын талап итә. Хатта һалымдарыңды тулыһынса түләп барһаң да, бындай етди клиенттар иҫәбенә табышлы эшләп була.
Дәғүәселәргә килгәндә, улар менән бер нисек тә юлдар киҫешмәй. Башлыса, минең үҙемдең клиенттарым бар, уларҙың, күрәһең, үҙ клиенттары. Барыһы ла ҡәнәғәт, барыһының да күңеле көр. Йөк ташыу пассажирҙы бер урамдан икенсе урамға алып барып ҡалдырып китеү түгел бит инде, бында билдәле бер ваҡытҡа ғына теләгән ереңә барып етеүе мәшәҡәт. Йә йөктө мыштырлап тейәйәсәктәр, йә булмаһа, ауыр йөктө үҙең яйлап алып барырға тырышасаҡһың. Машинаң, берҙән-бер һауын һыйырың һымаҡ, ҡәҙерле. Күҙ терәп торған мөлкәтең шул бит инде.
− Күҙ терәп торған машинаң, ғөмүмән, «ГАЗель»дәр ышаныслы машинамы?
− Яңы саҡта, әлбиттә, һәр машина ла яҡшы була. Әле спидометр уғы 200 000 километрға яҡынлап килә, шул ваҡыт эсендә тиҙлек алмаштырыу ҡумтаһын ремонтланым, мәлендә эшләнә торған даими техник ремонтты эшләй килдем. Был, уйлауымса, яҡшы күрһәткестер. Дөрөҫ, ара-тирә минең урынға йөрөп алған саҡтарында атайым машинаны тегендә-бында төкөткөләп өлгөрә, әммә уныһына өйрәнеп бөткәнмен инде. ҡулдарың эш рәтен белһә, беҙҙең илдең машинаһын һүтеп, кире йыйып алырға була. Әйткәндәй, машинамды, башҡа йөк таксиҙары кеүек, тәбиғи газ яғыулығына күсереп алдым, былай бик тә экономиялы була. «ГАЗель» − сағыштырмаса бәләкәй, йылғыр машина, ҡала эсендә лә, трассала ла үҙен ышаныслы тота. Минустары − ауыр йөк тейәп булмай, 1,5 тоннанан артығынан ҡолаҡ ҡағаһың, тигән һүҙ.
− Бөгөн шәхси эшҡыуарҙарға ярҙам тип күп һөйләйҙәр. Бына шәхсән һиңә хөкүмәт ниндәй ярҙам күрһәтә алыр ине?
− Машинам иҫкерә, туҙа. Яңыһын һатып алырға аҡса йыйып еткереүе бик тә ауыр. Ашарға, йәшәргә етә, ә йыйып барыу ҡыйын. Яңы машина алам тиһәм, уларының хаҡы 600 мең һумдан ашып киткән. Автокредит ҡыйбат, етмәһә, банкылар КАСКО-ны мотлаҡ көсләп таға, уныһы инде иҫ китмәле ҡыйбат. Лизинг, лизинг, тип күп һөйләйҙәр, тик, ҡыҙыҡһынып ҡарағайным, уныһы ла кредиттан алыҫ китмәй икән. Хөкүмәт беҙгә бына ошо өлкәлә ярҙам итһен ине. «Валдай» йөк автомобиле һатып алырға хыялланам, уныһын инде, ысынлап та, хөкүмәт ярҙамынан тыш алырға хәлдән килерлек түгел. Уйлауымса, башҡа йөк таксиҙары ла минең кеүек үк көн итә.
Илшат ҡАНСУРИН.
Сибай ҡалаһы.