Бөтә яңылыҡтар
26 Октябрь 2012, 17:42

Үҙ халҡыңды яратыу – уның өсөн әрней, һыҙлана белеү

Ил ҡыҙыныр ҡуҙЙомабикә апай – тыныс ҡына баҫалҡы башҡорт ҡатыны, ипле һәм зирәк ил апаһы, хисле һәм фәйләсүф шағирә, әсә, өләсәй... Бар ерҙә дауыл ҡоторғанда, илде томан баҫҡанда халыҡ маяҡ эҙләй, барыр юлын барлай, күҙаллай.

Үҙ халҡыңды яратыу – уның өсөн әрней, һыҙлана белеү
Үҙ халҡыңды яратыу – уның өсөн әрней, һыҙлана белеү
Ил ҡыҙыныр ҡуҙ

Йомабикә апай – тыныс ҡына баҫалҡы башҡорт ҡатыны, ипле һәм зирәк ил апаһы, хисле һәм фәйләсүф шағирә, әсә, өләсәй... Бар ерҙә дауыл ҡоторғанда, илде томан баҫҡанда халыҡ маяҡ эҙләй, барыр юлын барлай, күҙаллай. Күргәнем бар, шул саҡта һәм кәрәкле урында Йомабикә Ильясова мөһабәт тау булып ҡалҡына ала, кәрәкле мәлдә аҡыллы һәм зирәк һүҙ оҫтаһы итеп үҙен таныта, халыҡ зиһененә етерлек итеп мәғәнәле һәм мәнле фекерҙе еткерә белә. ҡуҙ. ҡуҙҙың елгә елләнеп, тирә-яҡта баҙлап ятыуы ла мөһим түгел кеүек. Ул көл аҫтында ҡояшҡа тиң йылылыҡты, дөрләп яныр усаҡ ҡеүәтен һаҡлай. Уның бурысы ла шул. Халҡыбыҙҙа хәҙер милләт асылын, киләсәген һаҡлар, аңын ҡуҙғытыр ҡуҙҙар һирәк кеүек әле. Һирәк, тик улар бар. ҡуҙ бар икән, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙа икән ул ҡуҙ, тимәк, йөрәктәргә ут-ялҡын таралыр, өй йылыныр, тигән өмөт тә йәшәй. Донъяларыбыҙ тағы ла буталып, булған, тапҡан ҡиммәттәребеҙ тағы ла уҡаһын ҡойған бер мәлдә мөлдөрәп ошо ҡуҙҙарға бағаһың. Улар һүнеп ҡуймаһын, тип борсола, хәүефләнә күңел. Шул ҡуҙҙарҙың береһе – халыҡ депутаты, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Йомабикә Ильясова.
Мин юлсы бөгөн. Көл аҫтында һаҡланып ҡалған ҡуҙ йылыта юлсыны. Киттем йәштәр баҫмаһы илен гиҙеп. Йомабикә Ильясованың «Йәшлек» сыға башлаған осорондағы, йәғни үткән быуаттың шанлы туҡһанынсы йылдар башындағы яҙмалары – ижади портреттарын, интервьюларын, әсенеүле сығыштары, ябай репортаждарын ҡарап, яңынан уҡып, шул осорҙо күҙ алдына баҫтырып ултырыу бәхете тейҙе. Унда устарыма йылы ҡуҙҙар алдым. Юҡ, һис тә һыуынмағандар, усты ғына түгел, йөрәкте бешереп алғандары етерлек булды. Шул аптыратты: ул ҡуҙҙарҙа бөгөнгө беҙҙең шатлыҡтар ҙа, күберәк хәстәр-хәсрәттәребеҙ ҙә урын алған.
Әйткәндәй, «Йәшлек» гәзитен тыуҙырыуҙа ла, йөҙөн булдырыуҙа ла Йомабикә апай ҙа тос өлөш индерҙе. Әҙәбиәт бүлеген етәкләгәндә тәүҙә гәзит биттәрендә «Аҫылташ» исемле әҙәби конкурс асып ебәргәйне, аҙаҡ Шәйехзада Бабич исемле бәйге булдырҙы. Белеүегеҙсә, һуңғыһы дәүләт кимәленә күтәрелде һәм башҡорттоң бөйөк улы исемен йөрөткән республика йәштәр премияһы булып китте.
– «Йәшлек» халыҡ аҡсаһына донъя күргән заманcа, ҡыйыу, үткер һүҙле, бер нәмәнән дә ҡурҡмаған баҫма булды. Йәш, дәртле инек, үҙебеҙҙе халыҡ менән бер бөтөн, уның йөрәк тибеше итеп тоя инек. Был – бәхет.
Йәш кеше донъяға ҙур талаптар ҡуя. Быға тиклем ишетелмәгән, яңғырамаған фекеребеҙҙе белдерҙек. Сая, йәштәргә генә хас ҡараштарыбыҙ бар ине. Быға шул саҡтағы заман үҙе лә йоғонто яһағандыр. Ул йылдарҙа “Йәшлек”тең бер һаны икенсеһенә бөтөнләй оҡшамаған, бер ниндәй ҡалыпҡа һалынмаған ине. Нимә теләнек – шуны яҙҙыҡ. Һүҙ ирке булыуы, әлбиттә, һәйбәт, ул мөмкин, әгәр ҙә журналист юғары әхлаҡлы икән, ул үҙ йәмғиәтенә, халыҡҡа хеҙмәт итергә әҙер булһа. Дөрөҫлөктө әйтергә кәрәк булғанда кәрәк ул һүҙ азатлығы, – тип һағынып һөйләй ул осорҙо олпат журналист һәм шағирә.
Шул осорҙоң тын алышы бөгөнгөгә ауаздаш түгелме икән? Мәҡәләләрҙән өҙөктәргә күҙ һалайыҡ әле. Эйе, унда, матбуғат битендә лә, ул яҙмаларҙа ла, Йомабикә апайҙың күңел таҙалығы, күңел бөйөклөгө һәм күңел һыҙланыуы, күңел тетрәнеүҙәре урын алған. Ысын ижадсы һәм журналист шулай булырға тейеш тә, уның өлөшө, бәхете, мәйеле, һәләте шунда, тип ҡуяһың.

Мөнир ҡУНАФИН.

***
Беҙҙе ашатҡан, кейендергән ябай кешеләр күңел юғарылығы, йөрәк сафлығы, аҡыл бейеклеге кеүек төшөнсәләрҙе онотманы әле. Улар үҙҙәрен талантҡа һоҡлана, баш эйә белеү бәхетенән дә мәхрүм иткәндәре юҡ.
Ләкин хәҙер майҙандарҙа телмәр тоторға яратыусылар күбәйҙе. Улар таланттарға илдә үҙгәртеп ҡороуға тиклем үткәрелгән идеологияның бөтә ғәйебен таға. Ул идеология беребеҙҙе лә урап үтмәгәнен онотмайыҡ. Кемдәр нимә тиһә лә. Михаил Шолохов та, Людмила Зыкина ла, бүтән бөйөк шәхестәр ҙә үҙ бейеклектәрендә ҡалыр. Майҙандарҙа телмәр тотоу­сылар үҙҙәренең үҙҙәре үк тәнҡитләгән революционерҙарға оҡшап барыуҙарын аңлаһын ине.
Миңә рустарҙың иҫтәре китеп донъяның Көнбайышына табыныуы оҡшамай. Рустарға эйәреп, беҙ ҙә шул Көнбайышҡа табынабыҙ. Әйтерһең, үҙ милли йөҙөбөҙ, таң ҡалырлыҡ эпос­тар­ҙа сағылған рухи ынйыларыбыҙ, әхлаҡ ҡағиҙәләребеҙ юҡ. Көнбайышҡа табан башты баҫып йүгермәй, Көнсығышҡа бер әйләнеп ҡарайыҡ, Башҡортостан йөҙөнә бағайыҡ. Кемдәр беҙ? ҡайҙа китеп барабыҙ?
31 октябрь, 1991 йыл.

***
Беҙҙең илдә лә йәмғиәткә ҡарата айныҡ һәм ғәҙел ҡараштары өсөн кешеләргә генә түгел, китаптарға ла хөкөм ҡылдылар: уларҙы юҡ иттеләр. ҡайһыла­рының берәр генә баҫмаһы «ҡулға алынған» килеш ҙур китапханаларҙың махсус фондтарында һаҡланды. Ошолай һаҡланып ҡалған йыйынтыҡтар Н. К. Крупская исемендәге (хәҙерге Зәки Вәлиди исемендәге) республика китапханаһында ла байтаҡ. Хәҙер Виктор Некрасовтың «Сталинград окоптарында»һы, Анатолий Кузнецовтың «Леген­даның дауамы», «Бисәләр яры», Василий Аксеновтың «Хеҙмәт­тәштәр»е, «Катапульта»һы һымаҡ әҫәрҙәр күргәҙмәгә ҡуйылған. Василий Аксеновтың балалар өсөн яҙған китаптарында уларҙы тыйырлыҡ бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс нәмә юҡ. Әммә Америкаға күсеп киткән авторҙың, дошмандың, йыйынтығын йәш быуынға уҡытыу мөмкинме?!
7 ноябрь, 1991 йыл.

***
Мине бигерәк тә Америкала сәнғәткә ҡарата мөнәсәбәт шаҡ ҡатырҙы. Был йәһәттән американдарҙы ике быуат эсендә лә ҡыуып етә алмаҫбыҙ кеүек. Беҙҙә тотош бер милләттең мәҙәниәтенә төкөрөп ҡарау тәбиғи хәл булһа, унда көньяҡ штаттарҙа йәшәүсе халыҡтың фольклор үҙенсәлектәрен һаҡлауға бер нисә университет һәм театр хеҙмәт итә. (Режиссер Рифҡәт Исрафилов менән әңгәмәнән).
15 октябрь, 1991 йыл.

***
Һәр ижадтың сығанағы фольклорҙа булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Был фекерем музыкаға ғына ҡағылмай. Башҡорт шиғриәтенә, мәҫәлән, эпос тәрәнлеге етешмәй. Әкиәт­тәрҙең бай мөғжизәһен, улар­ҙағы образлылыҡты үҙләштергән һәм артабан үҫтергән, әйтемдәрҙең ҡыҫҡалығына һәм үткерлегенә ирешкән әҙиптәр халыҡта танылыу яулай. Шулай уҡ бары тик халыҡсан моңдарҙы ғына халыҡ үҙ күңеленә иш итә.
Йәштәрҙең ят тупраҡтарҙан биҙәк эҙләп, аяҡ аҫтындағы мәрйендәрҙе күрмәүе, бәлки, беҙҙең милли композиторлыҡ мәктәбенең сағыу формалаша алмауынан да киләлер. Был, бәлки, халҡыбыҙҙың ижадын, башҡорт музыка сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың ижадын һанға һуҡмауҙан, иғтибарлы өйрәнмәүҙән дә киләлер. (Композитор Айрат ҡобағошов менән әңгәмәнән).
16 ноябрь, 1991 йыл.

***
Төрлө юлдарҙы табып, тәржемәселәр әҙерләһәк, улар башҡорт яҙыусыларының әҫәр­ҙәрен дә инглиз теленә, немец теленә, төрки теленә тәржемә итеп, әҙәбиәтебеҙҙе киң донъяға алып сығыр ине. Әлбиттә, был юл ҡыҫҡа һәм еңел түгел, беҙгә бер нисә йыл йәштәрҙең маһирлыҡҡа эйә булғанын көтөргә лә тура килер.
…Һаман да рус теленә мөлдөрәп ҡарап тормайыҡ, донъя әҙәбиәтен үҙебеҙгә саф башҡортса, рус телеһеҙ асайыҡ һәм башҡорт әҫәрҙәре лә донъя киңлегенә юл ярһын.
26 октябрь, 1993 йыл.

***
Гоголде иҫкә төшөрәйек. Уның хаҡында, үҙе йәшәгән замандан әсе көлгән, тип яҙалар. Минеңсә, ул көлөп илаған. Үҙ халҡыңды яратыу уны күккә күтәреп маҡтау ғына түгел шул. Үҙ халҡыңды яратыу − уның өсөн әрней, һыҙлана белеү.
18 февраль, 1993 йыл.

***
Белмәйем, бәлки, мин үҙем дә иҫәрерәк Һәм бер ҡатлыраҡ кешемендер, әммә Мостай Кәримдәр ғаиләһендә үткәргән бер-ике сәғәт ваҡытым мине илаһи зәңгәрлектәргә күтәрҙе. Мин урам тулы машиналарҙан, аҙым һайын осраған магазин­дар­ҙан, ни өсөндөр үтә арытҡан көнкүрештән, кемдәргәлер баш­ты эйеүемдән, кемдәргәлер башты сөйөүемдән айырылдым һәм үҙем өсөн шул ҡәҙәрем ғәзиз, ҡәҙерле, булмышыма тап килгән хистәр, яҡтылыҡ донъяһына сумдым. Мостай Кәрим­дәрҙең фатирынан Матбуғат йортона тиклемге араны әллә осоп үттем, әллә атлап. Үҙем шул, ғәҙәтемсә, яй ғына атлап барғанмындыр инде, ә бына күңелем...
ҡаты бәғерле заманымдан айырылып, бәләкәй генә сафлыҡ утрауына барып юлыҡҡандай тойҙом үҙемде.
4 февраль, 1993 йыл.

***
Бөгөнгө көндә беҙҙең күҙ алдында XX быуаттың енәйәте бара: кешенең күңел донъяһы емерелә. Гамлеттың «йәшәргәме, йәшәмәҫкәме?» тигән һорауы бар кешелек алдына килеп баҫты. Ошо дәүерҙә һәр шағир йөрәгенә Толстой аманатын алырға бурыслы: кешеләр­ҙе, тормошто яратыуҙан туҡтамау­ҙа, мәрхәмәтлелектә, ғәҙеллектә, изгелектә берләштереүҙе.
3 сентябрь, 1994 йыл.

***
Элегерәк Ғәлимов Сәләм премияһына ла ижади йөгө апаруҡ олораҡ әҙиптәребеҙ дәғүә итә килде. Ул саҡта, әҙәбиәтебеҙгә йондоҙҙай балҡып берәй талант килеп инһә, их, республика комсомолының премияһын ҡайһы ваҡытта ошондай йәштәргә лә бирһендәр ине, тип уйлай инек. Ә ниңә Рәшит Назаровтың, Рәмзилә Хисамет­ди­нованың тәүге китаптары Ғәлимов Сәләм премияһына лайыҡ түгел инеме ни?
Минең уйымса, әһәмиәте буйынса әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге премиянан ҡала икенсе урында килгән Сәләм премияһы өсөн Йәштәрҙең Демократик Союзы кеүек йәмәғәт ойошмаһы түгел, ә ниндәйҙер хөкүмәт органы яуаплы булырға тейеш, сөнки әлеге көндә комсомолдың ҡала, район, ауыл комитеттары бөтөрөлгәс, союз­дың урындарҙа бер генә ойошмаһы ла, тимәк, йәштәр менән, халыҡ менән бәйләнеше лә юҡ.

31 июль, 1993 йыл.

***
Театрҙың милли йөҙө хаҡында фекер йөрөткәндә нисек инде тел мәсьәләһенә иғтибар итмәйһең. ҡайһы бер артистарҙың әле һаман үҙҙәренең русса фекерләүе менән маҡтаныуҙан туҡтамауы ҡыҙғаныс. Ғөмүмән, Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары әле һаман бары тик рус классикаһына, Европа сәнғәтенә ғашиҡ. Шәреҡ донъяһын улар хәтергә лә алмай. Әлбиттә, рус классикаһы, Европа сәнғәте ихтирамға, һоҡланыуға бик тә лайыҡ. Әммә милләттең асылына ҡайтыуы иң тәүҙә милли сәнғәттән, милли театрҙан башланырға тейеш түгелме? Ә беҙҙә хәлдәр киреһенсә тора.
Театрҙа бигерәк «академичный», яһалма уйнау стиле тамыр йәйеп бара. Был хәл бөгөнгө тамашасыны һис ҡәнәғәтләндермәй. Театр оҫта уйнау техникаһына ғына түгел, хистәрҙе тәбиғи бирә белеүгә лә ҡоролорға тейеш бит әле.
26 май, 1992 йыл.

***
Талант асыу... Ниндәй ҙур мәғәнә һалынған был һүҙҙәргә! Хәҙер беҙҙә кемдәр генә йыр яҙмай, кемдәр генә шиғыр сығармай, кемдәр генә йырламай... Бәлки, бындай бәйгеләр һәр йырлаған кешенең йырсы түгеллеген раҫлар өсөн дә үткәреләлер. Композиторҙарҙан, күренекле йырсыларҙан, мәҙәниәт әһелдәренән торған дәрәжәле жюри таланттарҙы үҙенсә, сәнғәтсә кимәлдә асҡандыр. Ябай тамашасы таланттарҙы үҙенсә асты. Жюри фекере тамашасы фекере менән тап килгән осраҡтар ҙа, тап килеп етмәгән осраҡтар ҙа булды. Мин дә үҙ күңелем өсөн ике талант астым. Уларҙың береһе − Өфө сәнғәт училищеһының I курс студенты, II дәрәжә диплом яулаусы лауреат Азамат Тимеров. Икенсеһе − бары тик дипломант исеме менән генә ҡәнәғәтләнгән Лилиә Ишем­йәрова. Ул да Өфө сәнғәт училищеһының I курсында уҡый.
28 май, 1992 йыл.

***
Минеңсә, әлегә беҙҙең башҡорт театрҙары ысын милли кимәлгә күтәрелмәгән. Халыҡҡа хас һыҙаттарҙы спектаклдән спектаклгә бер төрлө итеп күсереү тамашасыны ялҡытып бөткән. Режиссерҙарға тарихтан һәм тормоштан өйрәнәһе нәмәләр сикһеҙ. Ауыл ҡатындарының һөйләшеүенә генә иғтибар итәйек. Шундай шәп театр бит ул! Икенсе кеше булып ҡыланып һөйләү, уның хәрәкәттәрен күрһәтеү беҙҙең халыҡ араһында киң таралған. Башҡорт халҡының боронғо тормошонда ла театр элементтары күп булғандыр инде ул. Беҙ бит, дөрөҫөн әйткәндә, үҙ мәҙәниәтебеҙҙе үҙебеҙ белмәйбеҙ!
25 апрель, 1992 йыл.

***
«Талант нисек үҫһен, сәнғәттең бөтә өлкәһендә лә таланттың башына һуғалар. Бер-беребеҙҙең башына һуҡмайыҡ. Бүтән театр­ҙар­ға оҡшарға тырышмайыҡ, элекке романтик рухыбыҙға кире ҡайтайыҡ.
Талантлы шәхестәребеҙгә ихтирамды, иғтибарҙы нығыраҡ бүләйек. Йәш ағастар үҫеп нығынғансы әрҙәнәләрҙе лә юҡ итмәйҙәр. Мин театрҙы бер ағас итеп күҙ алдына килтерәм. Ул ағастың олоно − төп йөктө тартыр шәхестәребеҙ, япраҡтар − спектаклдәр, улар алмашынып тора, ботаҡтар − йәштәр, кәкре-бөкрөһө лә бар, ысын ижадта ҡайнаһалар, төҙәйерҙәр. Оло­но­боҙ бушыраҡ! Уның бушлығы талантҡа ихтирам булмауҙан, таланттарыбыҙ китеүҙән килә. Бөгөн китһәң дә, юл асыҡ. Элегерәк таланттарға ниндәйҙер айырым бер изге мөнәсәбәт бар ине. Зәйтүнә Бик­булатова, Дәриға Фәйзуллина, Рәғиҙә Янбула­товалар беҙҙән бер башҡа юғарыраҡ ҡуйылғайны. Ә хәҙер беҙ бөтәбеҙ ҙә бер тигеҙ. Таланттың ҡәҙере юҡ», − тине Нурия Ирсаева әсенеп.
11 июль, 1992 йыл.

***
Халыҡта айырыуса һуңғы осорҙа үҙ-үҙҙәренә хыянат итмәгән шәхестәргә ихтирам арта бара. Үҙ-үҙенә һис ҡасан хыянат итмәгән ҡыйыу һәм тәрән аҡыллы яҙыусыбыҙ Зәйнәб Биишеваға, дөрөҫлөк, хаҡлыҡ өсөн көрәшеүсе Ғәзим Шафиҡовҡа һоҡланам.
Үҙ-үҙенә шулай уҡ хыянат итмәне Мостай Кәрим. Һуңғы йылдарҙа халыҡ шағирын тәнҡитләгән кешеләр Мостай Кәримдең торғонлоҡ осоронда «Диктаторға ат бирегеҙ» исемле политик памфлет яҙыуын әллә онотҡанмы? Мостай Кәрим кешеләр үҙ аллы фекерләүҙән ваз кисә барған дәүерҙә рухи азатлыҡ хаҡында «Ай тотолған төндә», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!» трагедияларын ижад итте. Мостай Кәрим, үҙгәртеп ҡороу башланғас, ҡайһы бер әҙиптәр кеүек кәрәккәндә лә, кәрәкмәгәндә лә трибуналарға менмәгәне өсөн ихтирам уята. Шағирҙың урыны трибунала түгел.
Үҙ-үҙенә хыянат итмәне Әнғәм Атнабаев, ниндәй генә кисә булһа ла, Әнғәм Атнабаев, барса халыҡты һоҡландырып, татарса сығыш яһай торғайны. Ул бер ҡасан да телен дә, талантын да һатманы. Шиғырҙары ихласлығы менән йөрәктәргә үтеп инде. Әммә, үҙгәртеп ҡороу башланғыс, Әнғәм Атнабаев йәмһеҙ милли ыҙғыш­тар­ға ҡушылманы. Сөнки ысын шағир ыҙғыштарҙан өҫтөн.
11 ғинуар, 1992 йыл

***
Байтаҡ артистарҙың ҡартай­ғансы ғаиләләре менән дөйөм ятаҡта йәшәүе тәбиғи хәлме? Был кешеләр инде сәнғәттән дә айырыла алмай, ауылға китеп тә донъя ҡора алмай − улар беҙҙең ҡоролош тарафынан үрелгән ауға эләккән дә, яҙмышына күнгән. Бәлки, күнмәгәндер ҙә, әммә был ауҙан сығыу юлы юҡ. Мин ошо сәнғәт әһелдәренең ҡупшы кейемдәр кейеп, сәхнәгә менеп йырлай алғанына хайран ҡалам. Уларҙың фажиғәһен бөтә йөрәгем менән аңлайым, йәлләйем.
… Халыҡ байлығы тип иғлан итерлек таланттарҙың йәшәү шарттары бик насар. Ә бит йәшәү шарты йәшәү рәүешен билдәләй. Кеше талантлы булғаны һәм үҙ эшен яратҡаны өсөн ғүмере буйы язаланырға тейешме? Язаланған хәлендә шәхес үҫә аламы? Уның ижады донъя кимәленә күтәрелә ала­мы? Юҡ. Шулай уҡ Башҡор­тостандың үҙ Бетхове­ны, үҙ Микеланджелоһы, үҙ Мопас­саны булмаҫмы икән ни? Бер ҡасан да?..
21 ноябрь, 1992 йыл.

***
Әҙәби тәнҡит тигәнде яҙыу­сылар үҙҙәре лә дөрөҫ аңлап етмәй. Тәнҡит һүҙе булғас, ул нимәнелер инҡар итергә, яманлар­ға тейеш, тип уйлайҙар. Быныһы − бер. Икенсенән, тәнҡит юҡлығы үҙе үк тәнҡит. Тимәк, тәнҡитсе иғтибарын йәлеп иткән әҫәр юҡ. (Яҙыусы Роберт Байымов менән әңгәмәнән. )
14 апрель, 1994 йыл.

Читайте нас: