Бөтә яңылыҡтар
16 Октябрь 2012, 17:13

Алдаҡ менән байығырға теләй

«Хаҡтар көндән-көн арта, ә хеҙмәт хаҡы шул уҡ ҡала. Бер эш хаҡына ғына йән аҫрап булмаҫ инде», – тип уйлай Г. һәм мәкерле план ҡора. ҡатын үҙе эшләгән аҙыҡ-түлек магазинында оло тауыш ҡуптара. Йәнәһе, уның яҡын әхирәте бында һатып алынған аҙыҡ менән ағыуланған һәм реанимацияға эләккән.

«Хаҡтар көндән-көн арта, ә хеҙмәт хаҡы шул уҡ ҡала. Бер эш хаҡына ғына йән аҫрап булмаҫ инде», – тип уйлай Г. һәм мәкерле план ҡора.
ҡатын үҙе эшләгән аҙыҡ-түлек магазинында оло тауыш ҡуптара. Йәнәһе, уның яҡын әхирәте бында һатып алынған аҙыҡ менән ағыуланған һәм реанимацияға эләккән. Аяҡ тибеп магазин директорынан «әхирәте» өсөн дауаланыуға аҡса таптырғас, тегеһе сығарып тоттора. Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатлана. Ә һуңынан алдаҡсы ҡатын, күҙен дә йоммай, әхирәтем һауыға алмай вафат булды, уны ерләү сығымдарын ҡап­лағыҙ, тип ҙур ғына сумма талап итә. Директор, ялғанды һиҙеп, полицияға ғариза яҙа. ҡатын ҡулға алына. Асыҡланыуынса, аферист ханым быға тиклем әллә күпме мутлыҡ ҡылған икән. Ғәҙәттә, сит торлаҡты үҙенеке тип алдап, ҡуртымға аҡса алған һәм эҙен йәшереп йөрөгән булған.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.
Читайте нас: