Бөтә яңылыҡтар
9 Октябрь 2012, 17:42

Кемгә ниндәй төҫ оҡшай?

Әгәр донъяны аҡ һәм ҡара төҫтә генә күрһәк, тормошобоҙ ниндәй ярлы булыр ине. Психологтар күптән инде төҫ һәм кешенең психик һәләте араһында ныҡлы бәйләнеш барлығын асыҡлаған. Ни өсөн тәҙрә ҡаршыһына йәшел ҡыуаҡтар ултыртабыҙ? Матурлыҡ өсөн генәме икән? Йәшел төҫ күҙҙәрҙе ял иттерә, күңелгә тыныслыҡ бирә. Урман төҫө – ата-бабаларыбыҙҙы афәттәрҙән һаҡлаған төҫ.

Һәр халыҡтың айырым яратҡан төҫө була. Япон һәм ҡытайҙарҙың ғүмер-ғүмергә иң яратҡаны – һары. Бәлки. шуғалыр ҙа улар үҙҙәренең Аллаһының һүрәтен алтын төҫкә буяған. Һинд халҡы – ҡыҙыл, итальяндар һәм гректар асыҡ ҡыҙылға өҫтөнлөк биргән. Урта быуаттарҙа йәшел кейемде тик батшалар ғына кейгән.
Астрологтар фекеренсә, кешенең үҙенә генә хас төҫө бар һәм ул уны үҙе генә һиҙә, шуға ынтыла.
Йондоҙлоҡ билдәләренә күҙ һалайыҡ: ҡуҙы – ҡыҙыл; Буға – асыҡ йәшел; Саян – ҡуйы ҡыҙыл; ҡыҫала һәм ҡыҙ – зәңгәр; Арыҫлан – һары, аҡ, ҡыҙғылт һары; Һыуғояр – шыйыҡ йәшел; Үлсәү – ҡара йәшел; Ылаҡ – аҡ, ҡара; Балыҡ – йәшел; Игеҙәктәр һәм Уҡсы Салауат күперенең һәр төҫөн ярата икән.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.
Читайте нас: