Күңел йәрәхәтләнеп, рәнйеүҙән йәнгә һәм сәләмәтлеккә зыян килмәһен өсөн, үпкәләүҙе тиҙ онота һәм кисерә алаһығыҙмы? Ябай ғына һынамыш ярҙамында быны тикшереп ҡарай алаһығыҙ.
Һорауҙарға «эйе», «юҡ», «төрлөсә була» тип яуап бирергә кәрәк.
1) Кәйефегеҙҙе төшөрөүе еңелме?
2) Үпкә һәм һеҙҙе үпкәләткән кеше йәнегеҙҙе оҙаҡ өйкәп торамы?
3) Ваҡ-төйәк күңелһеҙлектәр (кемдеңдер яман ҡарашы, төртмә һүҙе һ.б.) өсөн оҙаҡ борсолаһығыҙмы?
4) Бер кем менән дә һөйләшкегеҙ килмәгән ваҡыттарығыҙ оҙаҡҡа һуҙыламы?
5) Сит кешеләрҙең һөйләшеүе һәм ҡаты тауышы иғтибарығыҙҙы йәлеп итәме?
6) Уйҙарығыҙ, хис һәм ғәмәлдәрегеҙҙе оҙаҡ ваҡыт буйы анализлап йөрөй алаһығыҙмы?
7) Минутлыҡ хис тәьҫирендә йыш ҡына ни ҙә булһа эшләп ташламайһығыҙмы?
8) ҡурҡыныс төштәрҙе йыш күрәһегеҙме?
9) Һеҙҙе кәмһенеү хисе йыш борсоймо?
10) Кинәт кәйефегеҙ төшөү, йәки күтәрелеү осраҡтары йыш буламы?
11) Бәхәсләшкән ваҡытта тауышығыҙ үҙгәреп, нескәреп йәки ҡалынайып китәме?
12) Һеҙҙе ҡыҙҙырыу еңелме?
13) Бик тәмле ризыҡ та кәйефегеҙҙе күтәрә алмаймы?
14) Башҡаларҙың һеҙҙе аңламауы сығырығыҙҙан сығарамы?
«Эйе» − 0 очко, «төрлөсә була» − 1, «юҡ» − 2 очко.
23−28 очко.
Һеҙҙе үпкәсел тип булмай. Төрлө хәлдәргә бәйле рәүештә эске халәтегеҙ бик һирәк үҙгәрә. ҡайһы берәүҙәр хатта «үшән», «һыйыр» тип тә иҫәпләй. Шуға күрә ҡайһы берҙә һеҙҙән көнләшәләр, ҡайһы ваҡыт һеҙҙең турала ғәйбәт һаталар. Әммә, ныҡ рухлы кеше булараҡ, һеҙ быларға бик иғтибар итеп бармайһығыҙ.
17−22 очко.
Һеҙ тиҙ үпкәләүсән. Холҡоғоҙҙоң был сифаты күп күңелһеҙлектәр килтерә. Тиҙ ҡыҙып китеп, йыш ҡына тупаҫ һүҙҙәр ысҡындырғылайһығыҙ. Шуның арҡаһында йыш ҡына өйҙә лә, эштә лә ҡаршылыҡтар килеп сыға. Үпкәләүегеҙҙең үҙегеҙгә ҡиммәтҡә төшөүен онотмағыҙ.
0−16 очко
Һеҙ үпкәсел, үс алыусан кеше, кәйефегеҙ тиҙ алмашына, тирә-йүндәгеләрҙең һеҙгә ҡарата мөнәсәбәтенә үтә һиҙгерһегеҙ. Үҙ-үҙегеҙҙе тәрбиәләүгә тотонорға кәрәк. Очколарығыҙ ни ҡәҙәр әҙерәк булһа, был эште шул ҡәҙәр тиҙерәк башлау мөһим.