Бөтә яңылыҡтар
5 Октябрь 2012, 17:03

Ирҙәр үлә, башын һала…

йәки Заманалар алмашынып торһа ла, проблемаларҙың үҙгәрешһеҙ ҡала килеүе хаҡында29 сентябрҙә сираттағы ғәҙәттән тыш хәл Ханты-Манси автономиялы округының Югра ҡалаһында булды. Нефть ҡалдыҡтарын эшкәртеүсе заводта янғын сығып, туғыҙ кеше һәләк булды, күптәре йәрәхәтләнде. Һәләк булыусыларҙың икәүһе, Венер Зыянғолов һәм Хәниф Ишмөхәмәтов, Башҡортостандан. Тағы ике яҡташыбыҙ – Валерий Петраев һәм Илдар Теүәлев ауыр хәлдә дауаханала ята.

Ирҙәр үлә, башын һала…
Ирҙәр үлә, башын һала…

Венер бер ваҡытта ла ҡалала йәшәргә атлығып торманы. Ауылды, аттарҙы яратты, уларҙы күпләп үрсетергә хыялланды. Бер нисә баш йылҡыһы булды. Тағы ла, йорт төҙөп сыҡһа, бал ҡорттары тоторға ниәтләнде. Ханты-Мансийскиға эшкә китер алдынан Венер беҙгә, йорт төҙөрлөк аҡса эшләмәйенсә ҡайтмайым, тип әйтте. Әйтте лә, вокзалдан таксиға ултырып, сығып та китте...
Әлбиттә, башҡа кешеләрҙеке кеүек, Венерҙың да үҙ хыялдары, ғаиләһе янында бәхетле итеп йәшәү теләге булды. Тик барыһы ла бер мәлдә юҡҡа сыҡты. Йәшләй генә, 25 йәшендә, үлеп ҡалды. Күп эше эшләнмәй ҡалды. Эшһеҙлек, нужа йәштәрҙе меңәрләгән саҡрым аша эш эҙләп сығып китергә мәжбүр итә. Һәм бына туғаныбыҙҙың үҙен ҡаршы алаһы урынға, уның табутын ғына ҡаршы алабыҙ.
Уҙған аҙнала бер ағай кеше, телефондан шылтыратып, һөйләшәһе һүҙе барлығын аңғартты:
– Килеп сыҡ әле яныма. Күңелһеҙ хәбәрҙәр бар.
Был күңелһеҙ хәбәрҙең асылын әлеге ағай ошолай аңлатып бирҙе:
– Беҙҙең халыҡ күпләп ситкә китә бит, ҡустым. Табип булараҡ, эшкә урынлашыр алдынан медицина тикшереүе үткән һәр бер кеше менән күрешеп, һөйләшергә тура килә. Эшһеҙлек ситкә ҡыуа барыһын да! Яңы ғына диплом алған йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр, эш таба алмағас, үҙ һөнәре буйынса булмаһа ла, ситкә эш эҙләп сығыу яғын ҡарай. Юғары педагогик белемле тегенселәр, кондитерҙар, юрист булып эшләйһе урынға юл ремонтлаусы булып йөрөүселәр. Табип булып, үҙебеҙҙең халыҡҡа файҙа итәһе урынға, баҙарҙа һатыу итеп тороусылар... Уйлап ҡараһаң, иҫ китмәле хәл бит был; ҡайҙа алып бара был донъя?! Ситкә эшкә сығыусыларҙың йәше, енесе, профессиональ әҙерлеге, стажы буйынса статистик мәғлүмәттәр туплап маташам – һөҙөмтәлә килеп сыҡҡан күрһәткестәр эс бошорғос. ҡайҙа китәләр һуң? Күберәк Сорғот, Төмән яҡтарына. Ленинград өлкә­һенә лә күпләп ағылалар. Хеҙмәт төрҙәренә килгәндә, ирҙәр төҙөлөш өлкәһендә эшләй, нефть сәнәғәте, һуңғы йылдарҙа хатта Татарстанға, КамАЗ заводтарына, эшкә сыға башланылар. Уҙған айҙа ирҙәр һәм ҡатындарҙан торған 250 кешелек төркөм өс айға Чукоткаға вахтаға китте. Шунан ғаиләләр тарҡалмай, ҡайҙа барһын – бөтә кешенең дә сабырлығы бер кимәлдә түгел бит.
Дөрөҫ әйтә был ағай – хәлебеҙ эс бошор­ғос. Сибай ҡалаһынан ғына 2007 йылда эшкә урынлашыр өсөн медицина тикшереүен 5135 кеше үтһә, шу­ларҙың 401-е, йәғни 7,8 проценты Башҡортостан­дан ситкә эшкә сығырға ниәтләгән. 2008 йылда 4486 кеше эшкә урынлашырға йыйына, шуларҙың 592-һе, йәғни 13,2 проценты тағы сит яҡтарға юллан­ған. 2009 йыл: 4296 кешенең 833-ө, йәғни 19,4 проценты ситкә китә. 2010 йыл: 5241 кешенең 1737-һе, йәғни 34,1 проценты бәхетте сит яҡтарҙан эҙләй. 2012 йылдың туғыҙ айында, йәғни йыл башынан бөгөнгәсә эш эҙләүсе 4699 кешенең 1354-е, йәғни 28,8 проценты Башҡортостан­дан ситкә сығып эш эҙләй. Күренеүенсә, йылдан-йыл беҙҙең халыҡ урында ҡа­лыу­ҙан ситкә эшкә барыу­ҙы яҡшыраҡ күрә. Был бер Сибай ҡалаһынан ғына, бынан тыш, Башҡортос­танда 54 район, 20-ләгән ҡала бар, иҫләһәгеҙ.
Эшһеҙлекте иҫәпкә ал­маһаҡ та, көнкүрешебеҙ нисектер һуғыш яланын хәтерләтә. Бер ҡайҙа ла хәрби хәрәкәттәр бармай, әммә барыбер көн дә тиерлек йә тегендә берәү иҫерек килеш машинаһы ме­нән кеше тапата, йә бында совет заманынан ҡалған ҡоролма шартлап күккә оса. Йәки, киреһенсә, осоу­ҙан туҡтап ҡолап төшә, йә тишелә һәм бата. Башҡортостан, бөтә Рәсәй кеүек үк, һөрән һалып, тантаналы рәүештә сираттағы үрҙәрҙе яулап, үҫешеп ятҡанда, егеттәребеҙ сит яҡтарҙа йөрөп башын һала. Исма­һам, йырҙағыса, бөтмәҫ дандары ла ҡалмай.
Читайте нас: