Бөтә яңылыҡтар
5 Октябрь 2012, 17:24

Был аҙнала беҙҙе...

Көйөндөрҙө...Рәсәйҙең бер генә юғары уҡыу йорто ла Тайм Хайер Эдьюкэшн Британия нәшриәте төҙөгән донъяның иң яҡшы 200 вузы исемлегенә инмәгән. Үҙ эсенә төрлө илдәрҙән 400 юғары уҡыу йортон алған сираттағы рейтинг шаршамбы кис баҫылып сыға. Беренселекте икенсе йыл рәттән Калифорния технология институты биләй.

Был аҙнала беҙҙе...
Был аҙнала беҙҙе...

Көйөндөрҙө...
Рәсәйҙең бер генә юғары уҡыу йорто ла Тайм Хайер Эдьюкэшн Британия нәшриәте төҙөгән донъяның иң яҡшы 200 вузы исемлегенә инмәгән.
Үҙ эсенә төрлө илдәрҙән 400 юғары уҡыу йортон алған сираттағы рейтинг шаршамбы кис баҫылып сыға. Беренселекте икенсе йыл рәттән Калифорния технология институты биләй. Икенсе урынды Британия һәм Америка университеттары – Оксфорд менән Стэндфорд бүлешә. Күп йылдар был рейтингының иң башында килгән Американың Гарвард университетының быйыл дүртенсе баҫҡысты ғына биләүе көтөлмәгән хәл булды. Рәсәйҙең иң яҡшы вузы − М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты 200 уҡыу йортонан торған был абруйлы исемлеккә бөтөнләй инмәгән. Шуға ҡарамаҫтан, уның рейтингы бер аҙ күтәрелгән, 216-сы урында тора, ә үткән йылдарҙа ул 300-ҙөң аҙаҡтарында ғына килә ине. Санкт-Петербург дәүләт университеты 400 иң яҡшы донъя вузы араһында ла юҡ.

Аптыратты...
Таймырҙа 11 йәшлек Евгений Салиндер мамонт кәүҙәһен тапҡан.
Хайуан мәңгелек боҙ араһында 30 мең йылға яҡын ятҡан. Был табыш шуныһы менән дә үҙенсәлекле: һөлдәлә тиреһенең, итенең, майының һәм ҡайһы бер эске органдарының да өлөштәре һаҡланған. Хайуандың ауырлығы ярты тонна тәшкил итә. Мамонтты боҙ араһынан сығарып алыу өсөн экспедицияла ҡатнашыусыларға балта, кәйлә, хатта боҙҙо иретеү өсөн махсус эшләнгән ҡорамал да кәрәк була. Табылдыҡты уны тапҡан малай хөрмәтенә Же тип атағандар. Билдәле булыуынса, беренсе тапҡыр мамонттың яҡшы һаҡлан­ған һөлдәһе 1901 йылда Колыманың ҡушылдығы – Березовка йылғаһында табыла.

Уйландырҙы...
«Роскомнадзор» башлығы урынбаҫары Максим Ксензов белдереүенсә, балаларға йәмәғәт урындарында WiFi селтәренә инеү тыйылыуы ихтимал.
Уның әйтеүенсә, йәмәғәт урындарында WiFi селтәренә инеүселәрҙең йәше сикләнергә тейеш, йәғни уның менән 18 йәшкә тиклемге граждандар файҙаланырға тейеш түгел. Быны ул «Балаларҙы уларҙың сәләмәтлегенә һәм үҫешенә зыян килтереүсе мәғлүмәттән һаҡлау тураһында»ғы законға таянып әйтә. Яңы закон 1 сентябрҙән үҙ көсөнә инде.
Әлеге ваҡытта WiFi менән файҙаланыу ирекле – уның аша төрлө йәмәғәт урындарында, шул иҫәптән кафелар­ҙа, ресторандарҙа интернетҡа инергә мөмкин ине. Балаларҙың интернетҡа инеүе өсөн яуаплылыҡ тап ошо йәмәғәт урындарының етәкселегенә йөкмәтелә. Улар балаларҙы зыянлы мәғлүмәттән һаҡлау буйынса бурысты үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Закон боҙоусыларға 20000 һумдан 50000 һумға тиклем штраф һалыу ҡарал­ған.
Читайте нас: