йәки Ул иленә терәк булырға тырыша
Ерҙең тыны һалҡынайғас күтәрелеп, ҡайһы тарафтарға юллана был ҡоштар? Йылы яҡтарға, тип дөйөмләштерһәк тә, һәр ҡоштоң − үҙ юлы, барып һәм әйләнеп ҡуныр тәғәйен урыны. Быға бер ни ҡәҙәр хәбәрҙар булһаҡ та, ҡоштоң юлын ниндәй ҡөҙрәт тартыуы һаман асылмаған сер булып ҡала. Мөҙҙәте еткәс, ул мөғжизәнең дә асылына төшөнөрбөҙ, тик моңһоуланып оҙатырлыҡ һәм ҡыуанып ҡаршыларлыҡ ҡоштарыбыҙҙан ғына яҙмайыҡ.
Президент Владимир Путин, сентябрҙең тәүге көндәрендә Алыҫ Көнсығышта байтаҡ ил башлығы йыйылған урынға китеп барышлай, юл ыңғайы Ока йылғаһының түбәнге ағымында аҡ торналар төйәкләй торған ҡурсаулыҡҡа һуғылып, ғалимдар һәм дәүләт мәрхәмәте менән иҫән ҡалған йәш торналар менән ҡушарлап һауаға күтәрелеп йөрөгәйне.
Берәүҙәр әлеге ғәмәлде пиар тип баһаларға ашыҡһа ла (хәйер, Президентҡа ул нимәгә?), ул сәйер тойолманы. Владимир Владимирович, Президент булараҡ та, Хөкүмәт Рәйесе сифатында ла, был мөхиттә хәүеф аҫтында ҡалған кейек-януарҙарҙы аралап алып ҡалыу йәһәтенән элек-электән ихласлыҡ күрһәтә килә. Петербургта тыуып үҫеп, Европала эшләп, ғөмүмән, тере тәбиғәттән алыҫыраҡ йөрөһә лә, Путин уға тәрән мөнәсәбәтен яңғырауыҡлы һүҙ менән түгел, бәлки йәмәғәтселек күҙенә бигүк салынып бармай торған эш менән раҫлай килә. Был йәһәттән Арктикалағы диңгеҙ ярҙарын, утрауҙарҙы тиҫтәләрсә йыл йыйыла килгән тимер-томорҙан таҙартыуға тотоноу − үҙе генә лә баһаға һыймаҫ ғәмәл.
Ҙур дәүләттең хакимы, бөтөн донъяға мәғлүм сәйәси эшмәкәр тураһындағы яҙманы күптәребеҙ күрмәгән ҡоштарҙан, көндәлек мәшәҡәттәр араһында илтифат та итмәгән тәбиғәттән башлауымды, бәлки, ҡабул итмәҫтәр. Ләкин, француз яҙыусыһы һәм гуманисы Мишель Монтень әйтмешләй, «тәбиғәттең үҙ мәйеленсә эшләүенә форсат бирәйек. Ул үҙ эшен беҙгә ҡарағанда яҡшыраҡ белә». Ил башлығы ла шулайҙыр.
Төрлө һөнәрҙәрҙә − мәҫәлән, игенсе булыуҙа, ғилми йә хәрби хеҙмәттә, хатта сәйәсәт йүнәлешендә лә − үҙ шөғөлөңдө быуындан-быуынға күсерә килеү ғәҙәте була. Владимир Путин, ҙур дәүләтте етәкләүе айҡанлы, сәйәсмәндәрҙең донъя элитаһы ҡорона инәлер, әлбиттә. Әммә тыумышы менән ул − ябай кешеләр ғаиләһенән. Туҡһанынсы йылдар ахырында баҫылып сыҡҡан белешмәләрҙә һеҙ уның исем-шәрифтәрен тапмаҫһығыҙ. Путиндың шәхесе, илдәге иң юғары вазифаларҙа пәйҙә булыуы күптәрҙе ғәжәпләндергәндер. Һәм, тәбиғи, «Кем һуң әле был Путин?» тигән һорау тыуҙырғандыр. Туҡһанынсы йылдарҙың икенсе яртыһында «документтар менән эшләү» ғәҙәтен йышайтҡан, сирле һәм йәмәғәтселектең төрлө ҡатламдарында абруйһыҙ ҡалған Б. Ельцин 1999 йылдың яҙында, күрәһең, хакимлыҡтан китеү һәм үҙ урынында кемде ҡалдырыу тураһында уйлана башлағандыр. Сәйәсәт аҡһаҡалының фекеренсә, алмашҡа килгән кеше 1991 йылда юл алған йүнәлештән тайпылмаҫҡа, икенсе йәһәттән, «ғаилә» мәнфәғәттәренең тейелгеһеҙлеген гарантияларға тейеш була. 1999 йылдың йәйендә генә тәхет вариҫы ролендә С. Степашин йөрөй, әммә шул йылдың авгусында Дағстанға чечен отрядтары бәреп ингән мәлдә ул зарури тәүәккәллек күрһәтмәй, ҡаушап ҡала һәм 1999 йылдың 9 авгусында Премьер-министр кабинетын әлегәсә күптәр өсөн таныш булмаған Федераль именлек хеҙмәте (ФСБ) рәйесе В. Путин биләй.
Ошо ваҡыттан алып 1993 йылғы Конституцияға нигеҙләнгән «ябыҡ (йәки идара ителеүсе) демократия» системаһы үҙен айырыуса асыҡ күрһәтә башлай. Уға ярашлы, илдәге сәйәси тормош шарттарын Президент власы хәл итә, ә күп демократик ғәмәл һәм азатлыҡ, билдәле бер дәрәжәлә, формаль төҫ ала. Был айырыуса властың һүҙенән үтә алмаған суд системаһының эшендә, һайлау процедураларында кандидатураларҙың тиң ярышының юғалыуында үҙен һиҙҙерә. Власть күтәрмәләгән кандидаттың еңеүе, беренсенән, төрлө кимәлдәге идаралыҡ органдарының финанс, хакими мөмкинлектәре менән тәьмин ителһә, икенсенән, теге йәки был кандидат файҙаһына пропаганда алып барыу мөмкинлеген биреүсе телевидение менән радиоға хужа булыу хәл иткес роль уйнаны.
Шулай ҙа Путиндың йылдам күтәрелеүе тарихында «хакими ресурстар» ҙа, кандидатты популярлаштырыуҙың бүтән алымдары ла мөһим урын биләмәне. Борис Ельцинға ни мөнәсәбәттә генә булмайыҡ, был осраҡта ла уның сәйәси һиҙгерлеге, хакимлыҡ өсөн көрәштә һәр ваҡыт ҡотҡара килеүсе, хәтәр аҙымдар яһап, ошоноң менән көндәштәрен бер аҙымға булһа ла артта ҡалдырырға мөмкинлек биреүсе уяулығы ярҙам иткән. Разведкала эшләгән, Анатолий Собчактың ярандарының береһе булған, әммә сәйәси даирәлә исеме лә, хеҙмәте лә күренмәгән Путинды әлеге Ельциндың ғәжәйеп тойомлау һәләте күтәреп алған. Премьер вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәс тә, Путин шул мәлдәге мәсьәләләрҙең айышына тиҙ үк төшөнә һәм илдәге хәлдәр өсөн хафаланыусы миллиондарса кешеләр көткән аҙымдар яһай. Дағстанда чечен формированиеларының һөжүмен кире ҡағыу йәһәтенән тәүәккәл һәм уҫал ғәмәлдәре, ә артабан Чечнялағы уңыштар Путинды ғәм алдында теҙгенде ҡыҫҡа тота белеүсе һыбайлы итеп танытып өлгөрҙө. Мин хөкүмәт башлығының ул саҡта әйтелеп, халыҡ араһында таралып өлгөргән ҡанатлы һөйләмдәрен ҡабатлап тормайым. Илдең иң юғары етәкселәренең береһе теленән ундай фразеологияның ысҡыныуы сәйерерәк ишетелһә лә, Владимир Владимирович йәмәғәтселек араһында дәүләттең мәртәбәһен ҡайғыртыусы статусын алып өлгөрҙө. Ғөмүмән алғанда, һайлау осорона тура килгән икенсе чечен һуғышындағы уңыштар Путинға, һөҙөмтәлә, һайлауҙа еңеп сығырға мөмкинлек бирҙе. Бынан ҡала, кешеләргә ул тәүәккәллеге, етдилеге, йәшлеге, теремеклеге, маҡсатҡа ынтылышлығы һәм хатта махсус хеҙмәт сафтарынан килеүе менән дә оҡшап ҡалды. Ә махсус хеҙмәттә булыусыларҙы беҙҙә, шөрләү менән бергә, һәр ваҡыт хөрмәт тә иттеләр.
Ул арала илдә төрлө сәйәси көстәр араһында хакимлыҡ өсөн көрәш бермә-бер ҡыҙып китте. Путин теләктәшлек белдергән «Берҙәмлек» («Единство») фирҡәһе парламентҡа һайлауҙа өҫтөнлөк алғас, ул да хакимлыҡ теҙгенен ҡулына урап тота, йәғни Премьер итеп раҫлана.
Парламент һайлауҙары, икенсе чечен һуғышы кеүек үк, Путин өсөн имтихан булды. Ельцин менән «ғаилә» алдында был имтиханды лайыҡлы үтте. 1999 йылдың 31 декабрендә, көндөҙгө 12 сәғәттә, Президент халыҡҡа телевидение аша мөрәжәғәт итте. Хаталары өсөн Рәсәй граждандарынан ғәфү үтенеп, Ельцин үҙенән вәкәләттәрен һалыуы һәм хакимлыҡты Премьер вазифаһын башҡарыусы В. Путин ҡулына тапшырыуы тураһында белдерҙе. Шул уҡ көндө Путин Ельцинға ҡағылмау һәм уның ғаиләһен матди йәһәттән тәьмин итеү тураһындағы фарманды имзаланы.
2000 йылдың майында аппарат, бөтөн тиерлек матбуғат һәм һайлаусыларҙың күпселеге ҡаматлаған Путин Зюгановты ла, бүтән кандидаттарҙы ла еңел артта ҡалдырып, президентлыҡҡа тәүге турҙа уҡ үтте. Дәүләт башлығы булып беренсе мәртәбә эшләү осоронда иҡтисади хәл дә уңай килде. Нефткә хаҡ ҡына түгел, етештереүсәнлек тә күтәрелә барҙы, төҙөлөш ҡолас алды, көнитмеш яҡшыра башланы. Путинды төрлө сәйәси көстәр ҙә, халыҡтың киң ҡатламдары ла дәртләндерҙе. Бер үк ваҡытта ул Рәсәйҙең тышҡы эштәренә, халыҡ-ара хәлен нығытыуға ҙур иғтибар бүлде. Ошо осорҙа тышҡы мөнәсәбәттәрҙә «Билл дуҫ», «Гельмут дуҫ» рәүешендәге әшнәлектән ил мәнфәғәттәрен принципиаль һәм эҙмә-эҙлекле яҡлау сәйәсәтенә боролош яһалды.
ҡыҫынҡы ғына мәҡәләлә Владимир Путиндың президентлыҡ, премьерлыҡ һәм йәнә президентлыҡ эшмәкәрлегенең һәр аҙымын, һәр юлағын тәфсирләү мөмкин түгел. Һәм был кәрәкме икән? Ил эсендәге сәйәсәттә ул федераль власты нығытыуға күп көс һалды. Шул уҡ ваҡытта ришүәтселек, енәйәтселек, фәҡирлек менән көрәш аҙаҡҡы йылдарҙа һүҙ генә булып ҡала. Уғрылыҡта фаш ителгән, эшен алып бара алмаған чиновниктар зинданға түгел, икенсе йылы урындарға күсерелә. Рәсәйҙә чиновниктар хакимлығы бығаса күренмәгәнсә нығынды. Тандем тип йөрөтөлөүсе ике хакимдың власть эйәрен үҙ аллы хосусилаштырыуы ла Владимир Путиндың абруйын күтәрмәне.
Октябрҙең тәүге ун көнлөгөндә Владимир Владимировичҡа алтмыш йәш тула. Халыҡта : «Ата балаһы алтмышҡа етмәй аҡыл тапмаҫ», − тигән һүҙ йөрөһә лә, ил башлығы, шөкөр, ата-бабаһынан алған, халҡынан байыҡҡан аҡылына таянып эшләй һәм әлеге көндә сәйәси элита араһында Путинды алмаштырырлыҡ дәүләт эшмәкәре, ай-һай, табылырмы икән?
… Туп-туп булып, беҙ күрмәгән яҡтарға ҡоштар китә. Аҡ торналар менән юл төҫмөрләгән Владимир Путиндың шәхесе һәм эшмәкәрлеге тураһында уйланғанда, телгә йәнә халыҡтан ҡалған һүҙ килә:
«ҡолон тояғына − ҡош терәк,
ҡош аяғына − ел терәк,
ҡара кешегә − мал терәк,
Хан кешегә − ил терәк».
Хәҡиҡәткә бәхәс юҡ.