Бөтә яңылыҡтар
28 Сентябрь 2012, 14:51

Һырамы, әллә һөтмө?

Салауат ҡалаһында «Русские пробежки» йәмәғәт хәрәкәте активистары үҙенсәлекле акция уҙғарған – урамда һыра эсеүселәргә спиртлы эсемлектәрен һөт продукттарына алмаштырырға тәҡдим яһағандар. Йәштәрҙең һаулығын хәстәрләүселәр күберәген паркта һыра һемерә-һемерә ял итеүсе ҡыҙҙарға шешәләрен кефир йәки йогуртҡа алмаштырыр­ға тәҡдим иткән. Быға ни бары бер ҡыҙ ризалашҡан, ә ҡалғандары активис­тарҙың алкоголде кефирға алмаштырыу тәҡдимен, әҙәпһеҙ күренеш, тигән һәм тегеләрҙе оялтып маташҡан.

Салауат ҡалаһында «Русские пробежки» йәмәғәт хәрәкәте активистары үҙенсәлекле акция уҙғарған – урамда һыра эсеүселәргә спиртлы эсемлектәрен һөт продукттарына алмаштырырға тәҡдим яһағандар.
Йәштәрҙең һаулығын хәстәрләүселәр күберәген паркта һыра һемерә-һемерә ял итеүсе ҡыҙҙарға шешәләрен кефир йәки йогуртҡа алмаштырыр­ға тәҡдим иткән. Быға ни бары бер ҡыҙ ризалашҡан, ә ҡалғандары активис­тарҙың алкоголде кефирға алмаштырыу тәҡдимен, әҙәпһеҙ күренеш, тигән һәм тегеләрҙе оялтып маташҡан.
Читайте нас: