"Донъяға сафлыҡ, бәрәкәт, йәм бөркөп аҡҡан аҡ шишмәләр була. Уларҙың талғын ағышында һүнмәҫ ҡөҙрәт, аҡыл, сабырлыҡ, наҙ һәм һөйөү нуры сағыла. Изге шишмә, ярҙарына тулып, алға ынтыла һәм тирә-яғын йәшәү көсө, мөһабәт моң менән һуғара" – "Башҡортостан ҡыҙы" журналының хаттар бүлеге мөхәррире Альбина Ғөбәйҙуллина үҙенең бер мәҡәләһендәге героиняһын шулай саф һыулы аҡ шишмәгә тиңләй.
Был һүрәтләүҙе Альбинаның бөтә героиняларына күсерергә мөмкиндер. Сөнки яҙмыштарын сағылдырырға насип булған бөтә кешеләрҙә лә ул аҡ шишмәләр эҙләй – шул шишмәләрҙең шифалы һыуы менән уҡыусыларының күңелен һуғарыр өсөн. Тапшырыуҙары йәндәрҙе тетрәндергән кеүек, яҙмышы ла тетрәндергес моңһоу, матур булған билдәле тележурналисмы, йөрәгендә илаһи моң йөрөткән, шул моң эшен даланлы иткән эшҡыуармы, йөрәгенең ҡайнарлығы үҙ сабыйҙарын ғына түгел, сит балаларҙы ла бәхетле итерлек бөйөк әсәме, донъя көтөүҙе сәнғәткә әйләндергән ябай хужабикәме – Альбина уларҙы ҡабатланмаҫ яҡтан һүрәтләй. Эргәһендә йәшәүселәр генә түгел, үҙҙәре лә һиҙмәгән сифаттарын асып, йондоҙ итеп балҡыта, һоҡлана, үҙе менән бергә башҡаларҙы ла һоҡланырға саҡыра. Ғүмерҙең һынылышлы мәлдәрен кисергән уҡыусыларыбыҙҙа был мәҡәләләрҙе уҡығандан һуң, һис шикһеҙ, иртәгәһе көн яҡшыраҡ буласағына, һәр беребеҙгә Хоҙай Тәғәлә тарафынан бөтмәҫ көс һалынғанлығына ышаныс уяналыр. Һәр хәлдә, мин шулай тип уйлайым. Сөнки оҙаҡ йылдар бер бүлмәлә эшләүсе кеше булараҡ, үҙе тасуирлаған яҙмыштарҙың һәр боролошон күңел аша үткәреүен, яҙмаларының һәр юлына йөрәк утын ҡушыуын беләм.
Эйе, Альбинаның замандаш ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ хаҡындағы ижады бер нисек тә битараф ҡалдыра алмай. Бәлки, үҙе лә шул ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе булғанғалыр. Ул да, героинялары кеүек, балалар үҫтерә, ирен хәстәрләй, йортон күркәмләй. ҡатмарлы заманыбыҙ һәм тормош ҡуйған бөтә һынауҙарҙы – бәләкәйен дә, ҙурын да сабыр ғына, күңел бөтөнлөгөн һаҡлап үткәрергә тырыша. Шуға ла яҙмаларындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың кисерештәре, уй-тойғолары уға бик яҡын һәм ауаздаш.
Бөгөн, әхлаҡи бағаналарыбыҙ ҡаҡшаған буталсыҡ замандан йәмғиәтебеҙ мәңгелек ҡиммәттәргә – ғаилә ҡиммәттәренә ҡайтыуға йөҙ тотҡанда, быларҙың һәр кеше өсөн ни тиклем ғәзиз, үтә ҡәҙерле булыуы хаҡында ихлас, ышандырып яҙа белеү мөһим. Башҡортостаныбыҙҙа барған Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылында был айырыуса әһәмиәтле. Ғаиләләге һөйөүҙе, йылылыҡты бер ни менән дә сағыштыра алмаҫлыҡ оло хазина, әҙәм балаһының күңелен илаһи иткән көс тип күтәргән ижад баһаланырға тейеш. Шуға күрә ҡәләмдәшем Альбина Ғөбәйҙуллинаның ижады Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға, һис шикһеҙ, лайыҡ, тип уйлайым.
Әлмира КИРӘЕВА,
“Башҡортостан ҡыҙы” журналының бүлек мөхәррире, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы.