Бөтә яңылыҡтар
25 Сентябрь 2012, 18:51

Төнгөлөккә өлкәндәр өсөн әкиәт

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы яңы миҙгелдә тамашасыларына байтаҡ яңы проект бүләк итергә ниәтләй.Алдағы көндәрҙә беҙҙе күп кенә ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар көтә. Шундай проекттарҙың береһе – “Әкиәт №...” тапшырыуы. “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директорының махсус проекттар буйынса урынбаҫары, “әкиәтле” тапшырыуҙың етәксеһе Азамат Сәйетов һүҙҙәренсә, яңы миҙгел “Тоҡанырға ваҡыт” тигән баш һүҙ аҫтында үтәсәк. “Әкиәт”тең беренсеһе саҡ ҡына алдараҡ сығасаҡ. Сәбәбе: репортерҙар күтәргән тема республика бюджеты өсөн бик көнүҙәк.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы яңы миҙгелдә тамашасыларына байтаҡ яңы проект бүләк итергә ниәтләй.
Алдағы көндәрҙә беҙҙе күп кенә ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар көтә. Шундай проекттарҙың береһе – “Әкиәт №...” тапшырыуы. “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директорының махсус проекттар буйынса урынбаҫары, “әкиәтле” тапшырыуҙың етәксеһе Азамат Сәйетов һүҙҙәренсә, яңы миҙгел “Тоҡанырға ваҡыт” тигән баш һүҙ аҫтында үтәсәк. “Әкиәт”тең беренсеһе саҡ ҡына алдараҡ сығасаҡ. Сәбәбе: репортерҙар күтәргән тема республика бюджеты өсөн бик көнүҙәк.
Уйлап ҡарағыҙ: ай һайын республика ҡаҙнаһы Өфөләге оҙаҡ төҙөлгән бер объектҡа ун миллион һумдан ашыу аҡса тотона. Был аҡсаны елгә осороу менән бер. Әкиәтселәр фекеренсә, ошо проблема нисек тиҙ хәл ителә, республика шулай уҡ тиҙ башҡа сығымдарға аҡса экономиялаясаҡ.
Тапшырыуға килгәндә, ул ни бары 13 минут дауам итәсәк. Унда төрлө видео-яҙмалар, мультипликация файҙаланыла. Әкиәттәрҙе яңылыҡтар хеҙмәте репортеры Руслан Кәримов һөйләйәсәк, ҡуйыусы режиссер һәм ҡыҙыҡлы анимациялар уйлап табыусы – Марат Әбдүшев.
Тапшырыуҙың беренсе сығарылышы үткән йәкшәмбелә, киске “Аҙна йомғаҡтары” тапшырыуынан һуң күрһәтелде лә инде. БЮТ беҙҙе төнгә ҡарай өлкәндәр өсөн әкиәт тыңларға саҡыра!

А. АҡБУЛАТОВА әҙерләне.
Читайте нас: