Бөтә яңылыҡтар
25 Сентябрь 2012, 18:55

«Флешмобта ҡатнашырға саҡырам»

Тәлғәт Юнысов Республика көнөнә 1000 кеше ҡатнашлығында флешмоб әҙерләйФлешмоб һүҙе инглиз теленән килеп сыҡҡан, «флеш» – тоҡанып китеү, «моб» халыҡ төркөмө тигәнде аңлата. Күп кешеләр (мобберҙар) ҡапыл йәмәғәт урындарында килеп сыға һәм алдан һөйләшелгән хәрәкәттәрҙе яһағандан һуң, бер ни булмағандай таралыша. Ошондай күмәк кеше ҡатнаш­ҡан акция флешмоб тип атала ла инде. Ә шаһиттар – урамдағы йәйәүлеләр, аптырап, бер нәмә лә аңламай тороп ҡала.

«Флешмобта ҡатнашырға саҡырам»
«Флешмобта ҡатнашырға саҡырам»

Тәүге Рәсәй флешмобтары 2003 йылда Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары вокзалдарында бер үк ваҡытта уҙа. Унда ҡатнашыусылар поездарҙа килгән пассажирҙарҙы ғәжәпләндереп, аңлашылмаған яҙыу­ҙар менән ҡаршы ала.
Өфөлә лә һуңғы йылдарҙа ҡыҙыҡлы, ҡайһы берәүҙәр өсөн аңлайыш­һыҙ акциялар киң билдәлелек яулай башланы. 2011 йылдың 29 апрелендә – Бейеү көнөндә Каруанһарайҙа иң ҙур флешмоб үтте. Һуңынан был хаҡта күп матбуғат саралары яҙып сыҡҡайны. 300 кеше ҡатнашҡан бейеү флешмобын үҙебеҙҙең башҡорт егете Тәлғәт Юнысов ойошторҙо. Түбәндә уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Тәлғәт, үҙең менән таныштырып китһәңсе.
– Мин Ишем­бай ҡалаһы еге­те, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт гимназияһында белем алдым. Былтыр Өфө дәүләт нефть университетын тамамланым. Үҙемдең юридик фирмамды астым, уның төп йүнәлеше – хеҙмәткә саҡырылыусы егеттәрҙең хоҡуҡтарының күҙәтелеүен тикшереү.
– Флешмоб уҙғарыу идеяһы нилектән тыуҙы?
– Сит илдә бер төркөмдөң фанаттары – 21 мең кеше концертта флешмоб ойоштора, бының менән төркөм ағзаларына көтөлмәгән оло сюрприз яһай. Был видеоны ҡарағандан һуң, ә ниңә Өфөлә лә флешмоб үткәреп ҡарамаҫҡа, тигән уй менән дәртләнеп киттем. Бейеү флешмобы – иң ҡатмарлыһы һәм ҡыҙыҡлыһы. Тиҙҙән ойоштороу эштәренә ең һыҙғанып тотондом: бейеү мәктәптәренә сыҡтым, хореографтар таптым. Күмәк­ләшеп сценарий төҙөнөк, координаторҙарҙы билдәләнек. Координатор – бер төркөмгә яуаплы кеше, йөҙәрләгән кешене бер юлы өйрәтеп булмай бит инде, шуға күрә төркөмдәргә бүленеп эш итергә тура килә. Күберәген социаль селтәрҙәрҙән ишетеп-белеп, репетицияларға килделәр. Бер генә кеше дуҫтарын саҡыр­һа, ул дуҫтарға башҡа дуҫтары эйәрә, шулай итеп, халыҡ йыйыла. Унда биш йәшлек сабыйҙан алып алтмыш йәшлектәргә тиклем ҡатнашыу­сылар булды. Урта йәштәгеләр ҙә теләп килде. Күбеһе, әлбиттә, йәштәр – республиканың төрлө ҡала-райондарынан уҡырға килгән егет-ҡыҙҙар сарала әүҙем ҡатнашты. Беҙгә нисек ваҡыт уҙғарырға белмәй урам ҡыҙыр­ған балалар һәм үҫмерҙәр ҙә ҡушылды. Каруанһарай алдындағы майҙанда ете минут сығыш яһаныҡ. Акциянан һуң, ойоштороусы булараҡ, үҙемдең тарафҡа бик күп рәхмәт һүҙен ишетеү күңелгә ҡәнәғәтлек, рәхәтлек тойғоларын өҫтәне.
– Тимәк, һине Башҡортостанда флешмоб мәҙәниәтен башлап ебәреүсе тиергә лә була. Ә үҙең етди эш – юридик эшмәкәрлек менән шөғөлләнәһең.
– Мин йәштәр буш ваҡыттарын алама ғәҙәттәргә бағышлағансы, ниндәйҙер ҡыҙыҡлы шөғөл менән мәшғүл булһын тигән маҡсатта флешмобҡа тотондом. Сәләмәт тормош яҡлымын, спиртлы эсемлектәр ҡулланмайым, тәмәке тартмайым.
Эш кешеһенең буш ваҡыты аҙ, флешмобты ойоштороу мәшәҡәттәре байтаҡ. Уның ҡарауы, саранан алған энергия һәм рухи көс йыл буйына етә. Флешмобтың «йоғошло» ыңғай энергетикаһы менән бер нәмәне лә сағыштырып булмай. Бының кеүек акцияларҙың ҡатнашыусылары ара­һында тормошта етди һәм эшлекле кешеләр ҙә бар. Улар ошо рәүешле көндәлек мәшәҡәттәрҙән бер аҙ арына һәм күңел аса. Был массалы күренештә ҡатнашырға теләп, кеше алдында сығыш яһарға өйрәнәләр, йәмғиәт стереотиптарынан арыналар, тирә-йүндәгеләргә йоғонто яһай­ҙар, дөйөм эш менән булышалар һәм башҡа. Тағы ла быға тиклем бер-береһен белмәгән кешеләр таныша һәм аралаша башлай, былтыр флешмоб арҡаһында танышып китеп, хатта йәш ғаилә барлыҡҡа килде.
Рәсәйҙә флешмобты йыш ҡына тәнҡитләйҙәр. Тәүге массалы акциялар башланғас, сәйәсмәндәрҙең күбеһе уның төп асылын аңлап етмәне һәм уға сәйәси төҫ биреп маташты. Флешмобтың сәйәсәткә һәм иҡтисад­ҡа бер ҡыҫылышы ла юҡ. Был − уның алтын ҡағиҙәһе. Тағы ла «көнбайыш иҫәрлеге» тип ҡараусылар бар. Бындай сараларҙы, файҙаһыҙ ваҡыт уҙғарыу, тип белдергән тәнҡитселәр ҙә юҡ түгел. Ә психологтар әйтеүенсә, флешмоб күренеше күпмелер кимәлдә ҡатнашыусыларҙың психикаһына яҡшы йоғонто яһай, йәмғиәт фекерен ишетеү хәүефен юҡҡа сығара, фекер­ҙәштәрең менән танышырға мөмкинлек бирә һәм бер төрлө көндәлек тормошҡа яңылыҡ индерә.
– Ишетеүемсә, һин тағы бер грандиоз флешмоб әҙерләүгә тотонған­һың...
– Эйе, Республика көнөнә ҡарата 1000 кеше ҡатнашлығында бейеү флешмобын ойоштороп йөрөйөм. Был акцияның тағы бер үҙенсәлеге – ҡайҙа үтәсәген алдан берәү ҙә белмәй, ул сер итеп һаҡлана. Хатта ҡатнашыусыларға сара башланыуға бер-ике сәғәт ваҡыт ҡалғас ҡына сығыш яһау урынын хәбәр итәләр. Флешмобтар синхрон рәүештә Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларында уҙасаҡ. Сер итеп кенә әйтәм, унда башҡорт көйө лә яңғыраясаҡ.
– Мең кешегә ишетерлек булһын өсөн ҡеүәтле музыка аппаратын кем урынлаштыра?
– Өфө ҡалаһы хакимиәтенә был тәҡдим менән сыҡҡайным, үкенескә күрә, һорауымды ысынға алыусы булманы. Тимәк, ул бурыс минең елкәлә. Форсаттан файҙаланып, барыһын да – йәшен-ҡартын сарала ҡатнашыр­ға саҡырам, барығыҙға ла онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар вәғәҙә итәм, http://bigflashmob.ru/1000.html адресы буйынса «Иң ҙур бейеү флешмобы» сайтында беҙҙе табырға була. Килегеҙ, ҡатнашығыҙ, һис тә үкенмәҫһегеҙ!
– Яуаптарың өсөн рәхмәт, Тәлғәт. Уңыштар һиңә!
Читайте нас в