Бөтә яңылыҡтар
14 Сентябрь 2012, 16:41

“Тамға – 2012”: үткәндәр һәм киләсәк

Рәсәй полиграфистары һәм нәшриәтселәре “Тамға – 2012” төбәк-ара форумына йыйылды. Унда Мәскәү, Санкт-Петербург, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан, Удмурт, Сыуаш Республикаларынан вәкилдәр килде. Быйылғы сараның форматы үҙгәргәйне, быға тиклем ул бары күргәҙмә кеүек уҙа ине, ә хәҙер бай йөкмәткеле форумға әүерелде. Әммә сараның асылы шул килеш ҡалды. Ике көн дауамында ошо тармаҡтағы мөһим мәсьәләләр тураһында һөйләшеүҙәр булды.

Рәсәй полиграфистары һәм нәшриәтселәре “Тамға – 2012” төбәк-ара форумына йыйылды. Унда Мәскәү, Санкт-Петербург, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан, Удмурт, Сыуаш Республикаларынан вәкилдәр килде.
Быйылғы сараның форматы үҙгәргәйне, быға тиклем ул бары күргәҙмә кеүек уҙа ине, ә хәҙер бай йөкмәткеле форумға әүерелде. Әммә сараның асылы шул килеш ҡалды. Ике көн дауамында ошо тармаҡтағы мөһим мәсьәләләр тураһында һөйләшеүҙәр булды.
Тәүге көндә “Тамға – 2012” форумында Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе шарттарында полиграфистарҙың дәғүәселеккә һәләте, бөгөнгө торошо темаһы күтәрелде. Полиграфия бизнесында кадрҙар сифаты мәсьә­ләһе лә ҡаралды. Шунан яҙғыһын Германияның Дюссельдорф ҡалаһында уҙған халыҡ-ара күргәҙмәнең һөҙөмтәләре барланды. Билдәле булыуынса, ул дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелә һәм ошо тармаҡта эшләүселәр өсөн мөһим ваҡиға булып тора. Көндөң икенсе яртыһында форумда ҡатнашыусылар семинар­ҙарҙа фекер алышты.
Ә бөгөн форумды “түңәрәк өҫтәл” дауам итте. Унда Башҡортостан полиграфияһының дөйөм һәм айырым үҙенсәлектәре хаҡында һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар булды. Шулай уҡ офсет һәм цифрлы ҡорамалдар, материалдар етештереүселәрҙең “исем туйы” уҙғарылды. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре араһында алдан иғлан ителгән конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Артабан булған ултырышта форумдың резолюцияһы раҫланды.
Хәҙерге заман был тармаҡ өсөн еңелдән түгел. Электрон технологиялар һәм интернет тормошобоҙға йылдан-йыл нығыраҡ үтеп инә. Шулай ҙа баҫма продукттар мөһимлеген юғалтмай, уға ихтыяж кәмемәй. Мәҫәлән, Рәсәйҙә тәүге ярты йылда 2 800 киң мәғлүмәт сараһы теркәлгән, шуның яртыһы – баҫма продукция. Тимәк, матбуғат йәшәй һәм йәшәйәсәк.

Г. БИКМӘТОВА.
Читайте нас: