Бөтә яңылыҡтар
14 Сентябрь 2012, 16:32

Социаль селтәр тотторған

Благовещенда ике никахынан да балалары булған элекке осоусы алимент түләүҙә аҡсаһын эконо­миялар­ға була. Иртә хаҡлы ялға сыҡҡан ир бурысын пенсияһынан ғына 2-шәр мең һум түләй. Әммә элекке ҡатындарының береһе социаль селтәрҙә балаһының атаһының фотоларынан уның бер пенсияға ғына йәшәп ятмауын, ҡайҙалыр эшләүен асыҡлай һәм был хаҡта Федераль суд приставтары идаралығының Благовещен район-ара бүлегенә хәбәр итә.

Благовещенда ике никахынан да балалары булған элекке осоусы алимент түләүҙә аҡсаһын эконо­миялар­ға була.
Иртә хаҡлы ялға сыҡҡан ир бурысын пенсияһынан ғына 2-шәр мең һум түләй. Әммә элекке ҡатындарының береһе социаль селтәрҙә балаһының атаһының фотоларынан уның бер пенсияға ғына йәшәп ятмауын, ҡайҙалыр эшләүен асыҡлай һәм был хаҡта Федераль суд приставтары идаралығының Благовещен район-ара бүлегенә хәбәр итә. Асыҡлауҙарынса, 43 йәшлек Благовещен кешеһе башҡа төбәктәге авиакомпанияға осоусы булып урынлашҡан, 130 мең һум эш хаҡы ала икән. Суд приставтары алимент түләүҙәрен ҡайтанан иҫәпләп сығарғас, уның бурысы 700 мең һумға етә. Әлеге көндә хоҡуҡ һаҡсылары йәш пенсионерҙың ҡиммәтле автомобиленә арест һалған.
З. ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: