Бөтә яңылыҡтар
11 Сентябрь 2012, 16:32

Һөт фонтаны урғылды

Өфөлә Бөтә Рәсәй “Һөт иле – 2012” фестивале уҙҙыБорондан һөт һәм унан етештерелгән ризыҡ ата-бабаларыбыҙҙың төп ризыҡтарының береһе булған. Был эсемлеккә айырым ҡараш йәшәгән. “Һыйыр ағын тәләфләмә, әрәм-шәрәм итмә”, – тип ҡабатларға ярата күпте кисергән өләсәйем. Һыйыр тамаҡ туйҙырыусы ғына түгел, ваҡытында эшсе көс тә булған. Шөкөр, хәҙер туҡ заманда йәшәйбеҙ. Шәмбелә Өфөлә уҙған Бөтә Рәсәй “Һөт иле – 2012” фестивалендә ул хатта фонтан булып урғылды.

Һөт фонтаны урғылды
Һөт фонтаны урғылды
Читайте нас: