Бөтә яңылыҡтар
7 Сентябрь 2012, 17:22

Сөйәлдән нисек ҡотолорға?

Сөйәл (һөйәл) – ҡул-аяҡтағы тиренең өйкәлеүҙән ҡаты булып ҡабарған урыны.Ә хәҙер ошо тәнгә сыҡҡан ҡаты төйөрҙән нисек ҡотолорға мөмкин булыуын ҡарайыҡ әле: йоҡо алдынан аяҡты ҡайнар һыуға тығып ултырыр­ға, ҡоротоп һөрткәндән һуң, сөйәлгә әҙ генә йомшағы ҡалдырылған лимон ҡабығы бәйләргә. Бының өсөн лимондың башы ҡулайлыраҡ. Бына ошо лимон башын 4 – 5 көнгә бәйләп ҡуйһағыҙ, сөйәлдең бер эҙе лә ҡалмағанын күрерһегеҙ.

Сөйәл (һөйәл) – ҡул-аяҡтағы тиренең өйкәлеүҙән ҡаты булып ҡабарған урыны.
Ә хәҙер ошо тәнгә сыҡҡан ҡаты төйөрҙән нисек ҡотолорға мөмкин булыуын ҡарайыҡ әле: йоҡо алдынан аяҡты ҡайнар һыуға тығып ултырыр­ға, ҡоротоп һөрткәндән һуң, сөйәлгә әҙ генә йомшағы ҡалдырылған лимон ҡабығы бәйләргә. Бының өсөн лимондың башы ҡулайлыраҡ. Бына ошо лимон башын 4 – 5 көнгә бәйләп ҡуйһағыҙ, сөйәлдең бер эҙе лә ҡалмағанын күрерһегеҙ.
Икенсе төрлө ысул. Һуған ҡабығын ике аҙна һеркәлә тоторға кәрәк. Шул һуған ҡабығын төнгөлөккә ҡалын итеп сөйәлгә бәйләргә. Дауалауҙы бер нисә тапҡыр ҡабатларға кәрәк.

Нурулла МИҺРАНОВ,
ветеран уҡытыусы.
Белорет ҡалаһы.
Читайте нас: