Бөтә яңылыҡтар
7 Сентябрь 2012, 15:27

Өс ҡарт тураһында

Бер ҡатын өйөнән сыға һәм урам тыҡрығында өс ап-аҡ һаҡаллы ҡартты күрә. Ханым уларҙың эргәһенә килә:– Мин һеҙҙе танымайым, әммә ашағығыҙ, эскегеҙ киләлер, тип уйлайым. Беҙҙең өйгә рәхим итегеҙ, ашап-эсеп, ял итеп сығырһығыҙ, – ти.– Ә ирең өйҙәме? – ти ҡарттар бер тауыштан.– Юҡ, – ти ҡатын.– Улай булғас, беҙ инә алмайбыҙ, – ти тегеләр.

Бер ҡатын өйөнән сыға һәм урам тыҡрығында өс ап-аҡ һаҡаллы ҡартты күрә. Ханым уларҙың эргәһенә килә:
– Мин һеҙҙе танымайым, әммә ашағығыҙ, эскегеҙ киләлер, тип уйлайым. Беҙҙең өйгә рәхим итегеҙ, ашап-эсеп, ял итеп сығырһығыҙ, – ти.
– Ә ирең өйҙәме? – ти ҡарттар бер тауыштан.
– Юҡ, – ти ҡатын.
– Улай булғас, беҙ инә алмайбыҙ, – ти тегеләр.
Кисен ире эштән ҡайтҡас, ҡатын уға бөтәһен дә һөйләп бирә.
– Бар, саҡыр үҙҙәрен, ирем ҡайтты, тип әйт, – ти ир. – Өйгә инһендәр.
Хужабикә ҡарттарҙы өйгә саҡыра.
– Беҙ бөтәбеҙ бер юлы инә алмайбыҙ шул, – ти ҡарттар.
– Ни өсөн? – тип аптырай ҡатын.
ҡарттарҙың телгә иң байы дуҫтарының береһен Байлыҡ тип таныштыра, ә был – Уңыш, ти икенсеһенә күрһәтеп. Ә мин Мөхәббәт булам, – ти. Аҙаҡ:
– Хәҙер өйөңә ин дә ирең менән кәңәшләш. Беҙҙең ҡайһыбыҙҙы үҙ өйөгөҙҙә күргегеҙ килә, – тип өҫтәп ҡуя.
ҡатын иренә ҡарт әйткәндәрҙе еткерә. Был һүҙҙәрҙе ишетеп, ире бик шатлана:
– Улай һайларға кәрәк икән, бар, тиҙерәк Байлыҡты саҡыр. Өйөбөҙҙө байлыҡ менән тул­тыр­һын, – ти. ҡатыны ҡаршы төшә һәм:
– ҡәҙерлем, ниңә беҙгә Уңышты са­ҡыр­маҫҡа? Донъябыҙ һәм үҙебеҙ уңыш ҡаҙанырбыҙ, – ти.
Ата-әсәһен ишетеп торған ҡыҙҙары:
– Мөхәббәтте саҡырайыҡ, өйөбөҙҙө мөхәббәт солғап алһын, – ти.
– Әйҙә, ҡыҙыбыҙҙың теләге менән ризалашайыҡ, бар, сығып Мөхәббәтте саҡыр, – ти йорт хужаһы. – Беҙҙең хөрмәтле ҡунағыбыҙ булһын.
ҡатын ҡарттар эргәһенә сыға ла:
– ҡайһығыҙ Мөхәббәт, өйгә рәхим итегеҙ, – ти. Мөхәббәт исемле ҡарт өйгә йүнәлә, ә уның артынан теге икәү ҙә эйәрә.
Быны күреп, ҡатын:
– Мин бит Мөхәббәтте генә саҡыр­ҙым, ни өсөн һеҙ эйәрәһегеҙ? – ти.
– Әгәр ҙә һеҙ Байлыҡ йә Уңышты саҡырған булһағыҙ, икебеҙ урамда ҡалыр ине. Ә һеҙ Мөхәббәтте саҡыр­ҙығыҙ, ә беҙ ул ҡайҙа бара, уның артынан барабыҙ. Ни өсөн тигәндә, Мөхәббәт бар ерҙә һәр ваҡыт Байлыҡ һәм Уңыш була.
.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.
Читайте нас: