Уның ниндәй тарихы булһын, тиһегеҙме? Бар икән шул. Һәм бик ҡыҙыҡлы. Мәҫәлән, Һиндостандың бер китабында үбешеүҙең 30 төрө һанап үтелә. Борон-борондан үбешеү мөхәббәт һәм татыулыҡ билдәһе булған. Руханиҙар суҡындырыу, никахҡа инеү, ерләү кеүек ритуалдарға үбешеүҙе индергән. Урта быуаттарҙа дошмандарҙың үҙ-ара килешеүе үбешеү менән нығытылған. Рус кенәздәре килешеүҙәр төҙөгәндә, яуға киткәндә тыуған ерен үпкән. Күп илдәрҙә яугирҙарҙы ант иттергәндә тәрене үптереү ғәҙәткә ингән булған.
Рәсәй ирҙәре үбешергә яратыуы менән дан тотҡан. Бигерәк тә дәүләт эшмәкәрҙәре. Совет осоронда онотолмаҫ Никита Хрущев барыһынан да уҙҙырып ебәргән. Ә Брежнев «дәүләт эшмәкәрҙәренең үбешеүен» ниндәй дәрәжәгә күтәргән?! Кем-кем, әммә ул үбешеүҙең тәмен белгән. Хәйләһеҙ – донъя файҙаһыҙ, тиҙәр. Ҙур сәйәсәттә бигерәк тә. Ике ил етәкселеге үбешкәс, илдәр араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә яҡынайғандыр. Үбешеү ғәҙәтен Хрущев коммунистик хәрәкәткә туғанлашыу нигеҙе итеп индергән. Уны бөтә донъя сәйәсәтселәре тиерлек күтәреп алған.
Дөрөҫ, шул сәбәпле бик күп мәҙәк хәлдәр ҙә булған. Пекиндың үҙәк майҙанында тантана ваҡытында Ворошилов Мао Цзедунды үбәм тип көлкөгә ҡалған. Ул Цзедунды ҡосаҡлап та өлгөрмәгән, майҙан өҫтөндә сәйер тынлыҡ урынлашҡан: флагтар һелтәүсе лә, тәбрикләү һүҙҙәре ҡысҡырыусы ла ҡалмаған. Мао Цзедун бындай көтөлмәгән хәлдән бөтөнләй аптыраған. Шулай ҙа Климент Ефремович, халыҡты таң ҡалдырып, уны супылдатып үбеп алған. Ә ҡытайҙа кеше алдында үбешеү оятһыҙлыҡ һаналған. Шунан һуң Ворошилов башҡаса сит илдәргә йөрөмәгән, тиҙәр. Сит халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белмәү бына ниндәй уңайһыҙ хәлдәргә килтерә.
Япондарҙа балаларҙы үбеү бөтөнләй тыйыла. Уларҙың фекеренсә, балаларҙың үҙ-ара йәки өлкәндәр менән үбешеүе йоғошло ауырыуҙарға дусар итеүе бар.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.