Тыуған ил алдында хәрби бурысын үтәүсе Хәйбулла районының Мәмбәт ауылы егете Артур ҡыуандыҡов снаряд шартлағанда яралана.
Егет Ырымбур өлкәһенең Диңгеҙ ҡасабаһында урынлашҡан 02068-се хәрби часта хеҙмәт итә. Үҙәк хәрби округтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ғәҙәттән тыш хәл иртәнге сәғәттәрҙә була. Ике һалдат боеприпастарҙы утилләштерергә тигән бойороҡто үтәй. Улар шартлатыу соҡорона 122 миллиметрлы снарядтар ташый. Тик ҡайһылыр бер мәлдә снаряд шартлай һәм уның ярсыҡтары егеттәрҙе яралай. Тимер ярсыҡ Артурҙың муйынына, иптәше Александр Демьянюктың башына, ҡулына һәм аяҡтарына эләгә. Һалдаттарҙы бронжилетта һәм шлемда булыуҙары ғына һаҡлап ҡала. ҡаза күреүселәрҙе Ырымбур ҡалаһының хәрби госпиталенә килтерәләр.
Беҙ Артурҙың әсәһе Флүрә Динар ҡыҙы менән телефон аша һөйләштек:
– Аллаға шөкөр, улыбыҙҙың хәле арыулана бара. Артур хәрби хеҙмәткә күрше ятҡан Ырымбур өлкәһенә эләккәс, бигерәк шатландыҡ. Тыныс ваҡытта ошондай һуғыш яралары аласағы башҡа ла килмәне. «ҡыҙыу нөктә» булһа бер хәл, бер йыл эсендә имен-һау йөрөп ҡайтырына шикләнмәнек тә.
Шартлау кесе йомала була, Артур ата-әсәһенә йомала шылтыратып, хәлен аңлата. Ярай, шунда уҡ яҡындарына шәхсән хәбәр итергә башы еткән, сөнки кискелеккә интернетта ҡайһы берәүҙәр егеттең «үлеме» хаҡында яҙып та ҡуйғайны. Ата-әсәне иң үпкәләткәне – Сибай хәрби комиссариаты рәсми рәүештә һалдаттың хәле тураһында ни бары дүшәмбе (!) көнө ҡыуандыҡовтарға хәбәр итә (ял көнөндә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәрен берәү ҙә борсорға тейеш түгел, ахыры. Үәт, ошо кешеләргә ышанып, ебәр инде улыңды әрмегә!)
– Артурҙан хеҙмәттәше хаҡында ла һорашып торабыҙ, ул әлегә реанимацияла, ти. «Беҙ снарядтың шартлағанын бөтөнләй аңламай ҡалдыҡ. Унда ер ҡом шикелле, аяҡ аҫтында һәр саҡ һелкенеп, хәрәкәт итеп торған кеүек, әллә шыуып, әллә батып китеп, йәшниктәге ҡорал үҙенән-үҙе шартланы», – тип һөйләй балаҡайым. Ни эшләп командирҙар бер нәмә белмәгән йәш малайҙарҙы ундай яуаплы эшкә ҡушҡан – аптырарһың. Ә контрактсылар ни өсөн улайһа? Шулай ҙа Артурҙы үҙебеҙ барып күрмәйенсә ныҡлап тыныслана алмабыҙ инде, – тип көйәләнә әсә.
Флүрә һәм Данир ҡыуандыҡовтар ял көндәрендә улдары янына Ырымбурға йыйына. Ғаиләлә өс бала тәрбиәләнә, Артур иң олоһо булһа, бәләкәйҙәренә ни бары ете ай. «Йәш бала менән ҡапыл ғына ҡуҙғалып сығып китеп булманы шул», – ти Флүрә апай.
ҡорал һәм тирә-йүндәгеләргә юғары хәүеф тыуҙырған әйберҙәр менән һаҡһыҙ мөғәмәлә итеү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Яҡташыбыҙҙың тиҙерәк һауығыуын һәм имен-аман армия хеҙмәтен тултырып ҡайтыуын теләйек.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.