– ти ғүмер байрамын билдәләүсе һоҡланғыс ҡатын Мәхмүзә ҒӘЙНУЛЛИНА
Медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы ҒӘЙНУЛЛИНА дүрт тиҫтә йылға яҡын республика халҡының һаулығы һағында тора. Ул БДМУ-ны тамамлап, ике йыллыҡ клиник ординатура үткәс, 1975 йылда Өфө гигиена һәм профессиональ ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институтына эшкә килә. Хеҙмәт юлын ҡатын-ҡыҙҙарҙың хеҙмәт гигиенаһы лабораторияһында кесе ғилми хеҙмәткәр булып башлаған гүзәл зат институт клиникаһында 17 йыл баш табип була.
Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы – ике йөҙгә яҡын фәнни хеҙмәт, шулай уҡ өс монография авторы. Ул 25 йыл дауамында башҡортостан телевидениеһында “Һаулыҡ” тапшырыуын алып барыусы булараҡ та беҙгә таныш. Фиҙакәр хеҙмәте бихисап наградаға лайыҡ булған Мәхмүзә Кәлим ҡыҙының исеме “Рәсәй ғалимдары” энциклопедияһына индерелгән.
Ул бөгөн дә Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү медицина институтының Эшләүселәрҙең һаулығын һаҡлау бүлегендә эшмәкәрлеген дауам итә, йәмәғәт тормошонда ла бик әүҙем. Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы – Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының ҡатын-ҡыҙҙарҙың социаль тигеҙлеге мәсьәләһе буйынса комиссияһы рәйесе, БР Йәмәғәт палатаһының медицина һәм социаль сәйәсәт буйынса комиссияһын етәкләй.
– Мәхмүзә Кәлимовна, һүҙҙе бала сағығыҙҙан башлайыҡ әле.
– Нуриман районының Яңы Күл ауылында тыуып үҫкәнмен. Атайым колхозда зоотехник булды, әсәйем инвалидтар артелендә бухгалтер ине, аҙаҡ колхозда эшләне. Ғаиләлә баш баламын, минән һуң тағы алты ҡусты һәм һеңлеләрем донъяға килде. Үкенескә күрә, Камил исемле ҡустым ике йәшендә дифтериянан мәрхүм булды.
Атай-әсәй донъя мәшәҡәтенә башкөллө сумғайны, шуға күрә кесе йәштән йорт эштәре, бәләкәс туғандарҙы ҡарау минең иңгә төштө. Зөбәйҙә өләсәйемдең йоғонтоһо көслө булды. Халыҡ аҡылын йөрөткән изге күңелле өләсәйем һәр саҡ: “Эшләүең кеше өсөн булһа, өйрәнеүең үҙеңә”, – тип әйтер ине. Буласаҡ һөнәремде һайлауға ла ул тәьҫир иткәндер, моғайын. Икәүләшеп тәбиғәткә, еләк-бәшмәккә сыҡҡанда дарыу үләндәре йыя инек. Ул уларҙы йыйыу тәртибе, һәр үләндең шифаһы тураһында ентекләп һөйләне. Ауылдаштар сирләп китһә, өләсәйгә килде. Ул һандығынан төрлө үләндәр, үҙе әҙерләгән дарыуҙарын алып, сирлене имләй ине. Кескәй саҡтан шуны күреп үҫкәс, минең дә кешеләрҙе һауыҡтырғым килде. Өләсәйемдең һабаҡтары бушҡа китмәгән – туғандарым араһында ун бер табип бар. Рәсүл улым да ошо юлды һайланы. Ул – медицина фәндәре кандидаты, БДМУ-ның травматология һәм ортопедия кафедраһы доценты, киленем Айгөл дә – табип, медицина фәндәре кандидаты.
– Бар өлкәлә лә өлгөрәһегеҙ. Фән менән дә шөғөлләнәһегеҙ, телевидение-радио аша йыш сығыш яһайһығыҙ, студенттар менән дә эшләйһегеҙ, йәмәғәт тормошонда әүҙемһегеҙ, ейәнсәрегеҙгә лә ваҡыт табаһығыҙ... Шәхси тормошта ла, эштә лә уңышҡа өлгәшеү сере менән уртаҡлашмаҫһығыҙмы?
– Ваҡытым юҡ, шуға өлгөрәм (йылмая). Бер ҡасан да сәғәттәр буйы мәғәнәһеҙ сериалдарға текәлмәйем, телевизорҙан тик файҙалы һәм ҡыҙыҡлы тапшырыуҙарҙы ғына ҡарайым, әхирәттәр менән һүҙ бутҡаһы бешереп ултырмайым. Көнөмдө заяға уҙғармаҫҡа тырышам. Буш ваҡытымда театр, күргәҙмә, концерттарға йөрөйөм, ҡул эштәре менән булышам. Бассейнда йөҙәм, көнөнә кәмендә дүрт-биш саҡрым йәйәү йөрөргә тырышам. Ейәнсәрем менән аралашыу бик күп ҡыуаныс килтерә.
– Һеҙҙе нимә илһамландыра, маҡсаттарға өлгәшергә ярҙам итә?
– ҡәҙерле кешеләрем – улым, киленем һәм ейәнсәрем янымда. Күптән түгел 85 йәшен билдәләгән әсәйем бар. Ул 11 ейән-ейәнсәргә, 8 бүлә-бүләсәргә өләсәй. ҡусты-һеңлеләремде, уларҙың балаларын сикһеҙ яратам. Мине аңлаған, ауыр һәм ҡыуаныслы минуттарҙы уртаҡлашырҙай тоғро дуҫтарым янымда.
– Фәнни тикшеренеүҙәрегеҙ нимәгә бағышланған?
– Замана ҡатын-ҡыҙҙары усаҡ һаҡлап ҡына ултырмай, ир-егеттәр менән тиң эшләй. Төрлө өлкәлә, бигерәк тә нефть табыу һәм нефть эшкәртеү, химия тармағында эшләүсе гүзәл заттарҙың сәләмәтлеге хәүефләндерә. Углеводород тарҡалыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән хроник интоксикация гүзәл заттарҙа, ир-егеткә ҡарағанда, йышыраҡ күҙәтелә.
ҡатын-ҡыҙ ул кешелекте дауам итеүсе. Репродуктив йәштәге ҡатын-ҡыҙҙың һаулығы проблемаларын өйрәнәм. Нефть химияһы сәнәғәтендә эшләүсе төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар араһында тикшеренеүҙәр үткәрелде. Эш шарттарының уларҙың һаулығына тәьҫир итәме-юҡмы икәнлеген асыҡланыҡ. Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларындағы заводтарҙа үткән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә, эш шарттарының уларҙың енси органдарына, ҡарынында ятҡан балаһына һәм донъяға килгән сабыйы сәләмәтлегенә кире тәьҫир иткәнлеге асыҡланды. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә тәҡдимдәр әҙерләнек. Шунан СССР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аша хөкүмәткә, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар хәүефле һәм зыянлы шарттарҙа эшләргә тейеш түгел, тип мөрәжәғәт иттек. Беҙҙең тәҡдим ҡабул ителде. Бәхеткә күрә, ул әле лә үтәлә.
ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ун биш йылда сәнәғәт медицинаһы системаһы юҡҡа сыҡты, предприятиеларҙа медик-социаль бүлектәр ябылды. Ә завод етәкселәрен ҙур табыш ҡыҙыҡтыра, кеше сәләмәтлеген ҡайғыртмайҙар. Бының сәбәбен илебеҙҙә хөкөм иткән эшһеҙлектә күрәм. Кеше эш шарттары йә хеҙмәт хаҡы менән риза булмаһа, уны көсләп тотмайҙар. Завод хужаһы белә – уның урынын биләргә теләүселәр күп, эшһеҙҙәр быуа быуырлыҡ. Бөгөн эшләгән кеше тураһында төптәп уйлаған етәксе юҡ. Ә нәҡ эшләгән кеше илде алға алып бара бит, шуға улар хаҡында ҡайғыртырға бурыслыбыҙ.
Һаулыҡ һаҡлауға, йәғни сәләмәтлекте профилактикалауға ил ҡаҙнаһынан бик әҙ аҡса бирелә. Ә бына поликлиника-дауаханаларға, йәғни ауырыуҙарға күберәк аҡса бүленә. Был дөрөҫ түгел, сирлене дауалағансы, уны профилактикалау, ауырыуҙы булдырмау күпкә яҡшы бит.
Рәсәйҙә йыл һайын хеҙмәт йәшендәге 1 миллион кеше төрлө сәбәптәр арҡаһында вафат була (ир-егеттәр араһында үлем осрағы биш тапҡырға йышыраҡ). Бының сәбәбе медицинаның эшләүсе кешегә тейешле кимәлдә иғтибар бирмәүендә, икенсенән, уның иртәгәһенә ышанысы булмауҙа, өсөнсөнән, бөгөн тоталь рәүештә хәйерселек хөкөм итә. Йылдан-йыл тауарҙарҙың хаҡы үҫә, ә хеҙмәт хаҡы артмай. Колхоздар бөтөрөлдө, мәктәптәр ябыла, ауылдарҙа халыҡ бөлгөнлөккә төшә.
– Һеҙҙеңсә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге проблемаларҙы хәл итеүҙең ниндәй юлдары бар?
– 1994 йылда ҡаһирәлә уҙған конференцияла БМО тарафынан “һаулыҡ” һүҙенә билдәләмә бирелә, “Һаулыҡ – сир булмауы ғына түгел, ул физик, психик, рухи, социаль именлек”, – тиелә. Күренеүенсә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының эшмәкәрлеге исеменә тап килмәй, ул бары тик сир өсөн генә яуап бирә, ауырыуҙарҙы дауалау менән шөғөлләнә. “Медицина күҙәтеүе министрлығы” исеме бөгөн башҡарылған эштәренә нығыраҡ тура килә.
Башҡа ведомстволар ҙа халыҡтың физик, психик, рухи, социаль сәләмәтлеген һаҡлауҙа әүҙем ҡатнашырға тейеш. Мәғариф министрлығы уҡытыу процесын ғына түгел, белем биреү учреждениеларында йәш быуындың һаулығын нығытыу һәм һаҡлауҙы ла күҙ уңында тоторға тейеш. Ауыл хужалығы, Экология министрлыҡтары был эштә мөһим урын тота. Бөгөн нимә ашайбыҙ-эсәбеҙ, ниндәй һауа һулайбыҙ – улар иң беренселәрҙән булып һаулығыбыҙ өсөн яуап бирә.
Табиптар спорт менән әүҙем шөғөлләнергә, күп хәрәкәтләнергә кәңәш итә. Әммә бөгөн бушлай тик йүгерергә генә мөмкин. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы халыҡҡа шарттар булдырһын ине.
Киң мәғлүмәт саралары һәм мәҙәниәт өлкәһенең тәүмаҡсаты – кешенең эске донъяһын байытыу. Әммә беҙ ни күрәбеҙ? Бөгөн һәр береһе композитор, һәр береһе йырсы. Концерттарға барһаң “һин һөйәһең, мин һөймәйем, әйҙә ҡауышайыҡ”тарға ҡолаҡ тоноп ҡайта. Шул теманан башҡа поэтик мәғәнә тапмайҙар кеүек. Рухи байлыҡты өҫтәүсе әйберҙәр юҡ кимәлендә, кеше аңын томалаусы йырҙар ғына ижад ителә. Эстрадала осһоҙ өлгөләр, рухи ярлылыҡ хөкөм һөрә. Ә телевизорҙан күпме хәшәрәтлек күрһәтелә! Улар күңелебеҙҙе байытамы? Был мәсьәләне күтәрһәң, “Демократияла йәшәйбеҙ, теләмәһәң – ҡарама”, – тиҙәр. Мәғлүмәти мөхиттең таҙа һәм хәүефһеҙ булыуын тәьмин итергә кәрәк.
Эйе, демократия менән артыҡ шаярабыҙ. Демократияны (грек һүҙе – “демос” – народ, “кратия” – власть) халыҡ менән аҡыллы идара итеү, халыҡ тураһында ҡайғыртыу тип аңларға кәрәк, ә барыһы ла рөхсәт ителә тип түгел.
Йәмғиәтте кеше организмы менән сағыштырыр инем. Ул бик камил система, иң төп контролер – ул үҙәк нервы системаһы. Ул юҡҡа ғына сигнал бирмәй, әгәр ҙә берәй органға бирә икән, шундуҡ яуап килә, тимәк, бәйләнеш бар. Организмыбыҙҙа демократик орган юҡ, һәр береһе үҙ функцияһын теүәл үтәй, шуға тайпылыштар булмай. Ә бына яман шеш үҙ аллы барлыҡҡа килә, организмға бөтөнләй буйһонмай, ваҡытында сара күрелмәгәндә уны юҡҡа сығара. Ошо күренеште социумға күсерһәк, демократия – ул яман шеш кеүек. Буйы еткәне – буйын, ҡулы еткәне – ҡулын, таяғы еткәне таяғын тыға. Һәр береһе “демократия” һүҙен ҡысҡырып, теләһә ниндәй эштәр ҡыла. Һөҙөмтәлә йәмғиәттең нигеҙе ҡаҡшауы ихтимал.
– Үкенесегеҙ?
– Ваҡытында тик бер генә бала табыуым. Йәштәргә кәңәшем: эш, донъя мәшәҡәте, фатир юҡлығына һылтанып, бала табыуҙы кисектермәгеҙ. ҡатын-ҡыҙҙың ваҡыты бик ҡыҫҡа, мәлендә сабый хаҡында хәстәрлек күрегеҙ.
– Мәхмүзә Кәлимовна, иң сағыу йылдарығыҙҙы хәтергә төшөрөгөҙ әле.
– Һәр бер дәүерҙең үҙенә күрә матур мәлдәре булды. Бәхет тигән нәмә бик ҙур төшөнсә, бәхет ул – бәхетһеҙлек булмағандалыр, моғайын. Ата-әсә янындағы ғәмһеҙ бала саҡ, тырышып белем алыу һәм һөнәр эйәһе булыу, ғаилә ҡороу, улымдың тәүге ауаздарын ишетеү – һәр береһе оло бәхет.
Иң ҙур шатлыҡ – Аллаһы Тәғәләнең кешегә ғүмер биреүе, был яҡты донъяға тыуыу. Һәр беребеҙгә ғүмер юлын лайыҡлы үтергә кәрәк. Алға ҡуйған маҡсатың тормошҡа аша икән, ана шул үҙе бер ҡыуаныс. Ә ундай маҡсаттар тормошомда әҙ булманы.
Гүзәл БИКМӘТОВА
әңгәмәләште.