Снарядтың үҙ заманында атылыуы, әммә шартламауы асыҡланды. Сөнки уның гильзаһы булмай сыға. Нисәмә йылдар элек атылған снаряд бер быуатҡа яҡын ваҡытҡа тиклем хәүеф-хәтәр тыуҙырып, яныбыҙҙа ғына ята биргән.
Шуға күрә уны табып, битараф ҡалмай, хоҡуҡ һаҡсыларына мөрәжәғәт иткән кешегә, айырыуса, оператив эш иткән Баймаҡ полицейскийҙарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
Хәҙерге ваҡытта снаряд табылған ерҙә эҙләү эштәре алып барыла. Сөнки был урында барған һуғыштан башҡа төрлө ҡоралдың ҡалыуы ла ихтимал. Һаҡланғанды – һаҡлармын, тип юҡҡа әйтелмәгән бит.
Ә инде беҙгә, ер кешеләренә, бәлә аяҡ аҫтында ғына булыуы тураһында онотмай йәшәргә кәрәктер.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.