Белем көнөндә Өфө халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн бер юлы ике бал йәрминкәһе үтә.
«Пушкинский» сауҙа-сервис комплексына килгән кешеләр Бишбүләк, Благовар, Йәрмәкәй, ҡариҙел, Кушнаренко, Миәкә, Өфө райондары умартасылары продукцияһын һатып ала аласаҡ.
Ә Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә йәшәгәндәр өсөн бал йәрминкәһе 1 һәм 2 сентябрҙә С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда ойошторола.
Әйткәндәй, көҙгө ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәләре Өфөлә 15 сентябрҙән башлана.