Бөтә яңылыҡтар
31 Август 2012, 16:16

Сыңғыҙ мәктәбенең баҡсаһы— иң яҡшыһы!

Мәктәптәр оҙайлы йәйге каникулға туҡтаған мәлдә лә, унда шаулап-гөрләп эштәр дауам итә. Яңы уҡыу йылына әҙерлек мәлендә буяуҙарҙан бигерәк, төрлө гөл-сәскәләр­ҙең еҫе күңелде арбай. Быйыл райондағы ҡоролоҡ йәшеллек донъяһына ҙур зыян килтерһә лә, күп кенә мәктәптәр уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың ҙур тырышлығы менән аллы-гөллө сәскәләргә күмелде.

Сыңғыҙ мәктәбенең баҡсаһы— иң яҡшыһы!
Сыңғыҙ мәктәбенең баҡсаһы— иң яҡшыһы!

Шуға күрә Сыңғыҙ мәктәбенең баҡсаһы сәскәләр төрлөлөгө, йәшелсә муллығы һәм ҡабатланғыһыҙ матурлығы менән айырыла. Быйыл ул − Баймаҡ районының иң яҡшы баҡса үҫтереүселәренең береһе. Биология уҡытыусыһы М. Алтынбаева әйтеүенсә, уҡыусылар менән берлектә мәктәп ашханаһына етерлек картуф, сөгөлдөр, кәбеҫтә, кишер һәм башҡа йәшелсә үҫтерелә. Уңған сыңғыҙҙар артып ҡалғанын һатып аҡса итеүгә лә өлгәшә. Әлбиттә, быйыл­ғы ҡоролоҡ, ауылдағы Күсәбә йылғаһының һыуһыҙ ҡалыуы мәктәп баҡсаһына һиҙелерлек зыян килтерә. Шулай ҙа уҡытыусылар һәм уҡыусылар төшөнкөлөккә бирелмәй, аяуһыҙ ҡояш нурҙары аҫтында тырышып эшләп, матур, һоҡланғыс баҡса үҫтерә.
Эйе, тик уңғандарға һәм эшһөйәрҙәргә генә бәхет йылмая шул.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Баймаҡ районы.
Читайте нас: