Бөтә яңылыҡтар
27 Июль 2012, 18:06

Ҡоштар самолетҡа бәрелгән

Мәскәүҙән осоп килгән пассажир самолеты Яңы Уренгой аэропортына төшөп барғанда ике ҡошҡа бәрелеп, “морон”он йәмшәйткән.Самолетта 142 пассажир булған, улар зыян күрмәгән. ҡоштарҙың баклан булыуы мөмкин тигән фекерҙәр бар. Әле зыян күләме тикшерелә.Баклан, ысынлап та, ярайһы ғына ҙур ҡош. Кәүҙәһе оҙонлоғо 90 сантиметрға етә, ата баклан ҡанаттарын йәйгәндә 1,56 метр самаһы була. Самолет тиклем самолетты йәмшәйткәс, көстәре, ай-һай, шәп инде.

Мәскәүҙән осоп килгән пассажир самолеты Яңы Уренгой аэропортына төшөп барғанда ике ҡошҡа бәрелеп, “морон”он йәмшәйткән.
Самолетта 142 пассажир булған, улар зыян күрмәгән. ҡоштарҙың баклан булыуы мөмкин тигән фекерҙәр бар. Әле зыян күләме тикшерелә.
Баклан, ысынлап та, ярайһы ғына ҙур ҡош. Кәүҙәһе оҙонлоғо 90 сантиметрға етә, ата баклан ҡанаттарын йәйгәндә 1,56 метр самаһы була. Самолет тиклем самолетты йәмшәйткәс, көстәре, ай-һай, шәп инде.
Беҙҙең транспортҡа тағы бер бәлә икән…

Читайте нас: