Николай Гоголдең “Үле йәндәр” әҫәрендә Плюшкин фамилиялы геройҙы күптәр хәтерләйҙер. Ул бер кемгә лә кәрәкмәгән әйберҙәрҙе йыйып йөрөй. Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында йәшәүсе 65 йәшлек Әмирхан Юлтаев менән танышҡас, үрҙә телгә алынған әҙәби образ иҫкә төштө. Ләкин, унан айырмалы, Әмирхан Атаулла улы тарихыбыҙға ҡағылған раритет әйберҙәрҙе йыйыу менән мауыға.
Әмирхан Юлтаев менән әңгәмәнән асыҡланыуынса, теге йәки был әйбер шул ваҡыттағы йәшәйеште күҙ алдына килтерергә, үҙгәрештәрҙе тойорға булышлыҡ итә. Ул экспонаттарҙы һаҡлап ҡына ҡалмай, уларҙың механизмын төҙөк хәлдә тотоуға ла иғтибар итә. Ағайҙың коллекцияһы өс төркөмгә бүленә: музыка ҡоралдары, көнкүреш техникаһы һәм портреттар. Был Әмирхан Атаулла улының йыр-моң яратыуын, һүрәт төшөрөргә әүәҫ булыуын, үҙ ҡулдары менән техника йүнәтә белеү һәләтен сағылдыра. Әйтәйек, 1927 йылда Тула ҡалаһы оҫталары эшләгән баян Әмирхан ағай ҡулында һайрай. Үткән быуаттың 50 – 70-се йылдарында һатып алынған Һарытау гармундары әле лә моң түгә. Шул уҡ осорҙағы хромкалар бөгөн дә сафта. 1950 йылда Рига ҡалаһында эшләнгән лампалы радиоалғысты, “Янтарь” маркалы стена сәғәтен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡулға алдым. Ваҡытты үлсәү механизмы Әмирхан ағайҙың алтын ҡулы ярҙамында әле лә минут-сәғәттәрҙе дөрөҫ һанай. Үткән йөҙ йыллыҡтың беренсе яртыһында алынған патефон да хеҙмәт итә. Етмешкә яҡын грампластинка араһында башҡорт халыҡ көйҙәрен, В. Лениндың 1918 йылда ҡыҙылгвардеецтарға мөрәжәғәтен, Лидия Русланова башҡарған әҫәрҙәрҙе осратырға була.
Советтар Союзы Геройы Хәсән Ғайсиндың шәхси архивынан алынған Иосиф Сталиндың ҙур фотоһы килеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Бында шулай уҡ башҡа йәмәғәт, хәрби эшмәкәрҙәрҙең портреттары, фотолары ла бар.
Юлтаевтарҙың ихатаһына ингән кешеләр ағас пушка макетына иғтибар итмәй ҡалмаҫ. Уны оҫта хужа, 1812 йылғы һуғыштың ике йөҙ йыллығына арнап, үҙ ҡулдары менән эшләгән.
Боронғо әйберҙәргә ҡарап, үҙеңде тарих төпкөлөндә йөрөгән кеүек хис итәһең. Эйе, үткәндәрҙе белмәйенсә, алдағыһын аныҡ төҫмөрләүе ҡыйын, ти халыҡ. Шуға ла тарихи ваҡиғаларҙы дөрөҫ аңлау, баһалау, уларҙы киләсәк өсөн файҙаланыу фарыз.
Урал ҡӘЙҮПОВ.
Көйөргәҙе районы,
Айсыуаҡ ауылы.