Бөтә яңылыҡтар
20 Июль 2012, 20:42

Йәй – эсәк инфекциялары мәле лә

Көндәрҙең эҫе тороуы арҡаһында эсәк ауырыуҙары менән сирләүселәр күбәйә. Дизентерия, сальмонеллез, ҡорһаҡ тифы, ваба (холера), аҙыҡ-түлек менән ағыуланыу айырыуса ошо мәлдәрҙә арта. Бөтә эсәк инфекциялары вирустары ла ауыҙ аша үтеп, ашҡаҙан-эсәк трактында үрсей. Был сирҙәр бысраҡ ҡулдар һәм көнкүреш әйберҙәре, зарарланған һыу һәм аҙыҡ аша йоға.

Инфекция организмға үтеп ингәс, 2 – 3 көндән уның билдәләре күренә башлай. Эс ауыртыу, уҡшыу, юғары температура күҙәтелә, бәләкәс балаларҙың тәне ҡорошоуы ихтимал.
Эсәк ауырыуҙарынан һаҡланыу ҡағиҙәләре бик ябай: урамдан һуң, ашар алдынан ҡулды һабынлап йыуырға кәрәк. Бәләкәс балаларҙы ҡулға алыр алдынан да ҡулығыҙҙы яҡшылып йыуығыҙ. Тик ҡайнаған һыу ғына эсегеҙ. Ошо ҡағиҙәләрҙе балаларығыҙға ла өйрәтегеҙ. Рөхсәт ителгән һыу ятҡылыҡтарында ғына һыу инегеҙ. Аҙыҡ аша ағыуланып ҡуймаҫ өсөн тик сифатлыһын ғына ҡулланығыҙ. Йәйгеһен тиҙ боҙола торған ризыҡты мотлаҡ һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Йәшелсә-емештә йыш ҡына эсәк инфекцияһы була. Шуға күрә уны йыумайынса ашамағыҙ, ағып торған һыуҙа бер нисә ҡат йыуып, ҡайнар һыуҙа сайырға кәрәк.
Әгәр ҙә сирләп китһәгеҙ, дауаханаға мөрәжәғәт итегеҙ. Үҙ аллы дауаланыу өҙлөгөүгә илтеүе хаҡында онотмағыҙ.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас в