Белорет ҡалаһы менән тығыҙ бәйле: ошонда мәктәптә белем алған, ошонда хеҙмәт юлын башлаған, ошонда ғаилә ҡорған. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы, эш буйынса ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, Белоретты гел һағынып ҡайта торғайным, ти: «Минең өсөн иң матур ҡала ул Белорет!» Шайморат Мөхәмәтдин улы менән Металлургтар майҙанында асылған «Белорет – кисә, бөгөн, иртәгә» исемле күргәҙмәлә таныштыҡ. Унда сәнәғәт предприятиелары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, социаль өлкә учреждениеларының экспозициялары урын алғайны. Байрам тап ошонда башланды ла инде. ҡала юбилейында ҡатнашҡан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов предприятиеларҙың продукцияһы, производство күләме менән танышты, халыҡ менән аралашты. Белорет менән бәйле сувенирҙар һатылған өҫтәлдәрҙе үткәндә, Президент Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Мироновҡа ҡаланың логотип-символын булдырырға кәңәш итте: «Ул ошо төбәктең бөтә төрлөлөгөн, гүзәллеген сағылдырырға тейеш». Рөстәм Хәмитов реконструкциянан һуң асылған «Металлург» кинотеатрына ла инеп сыҡты. Оҙаҡ йылдар буйына ҡаланың йөҙөк ҡашы булған бина 1954 йылда төҙөлгән. Иҫкергәс, уны 2006 йылда капиталь ремонтҡа яптылар. Эшҡыуар Данис Йыһаншин уға яңынан йән өрҙө тиһәң дә була, сөнки «Металлург» бөгөн эстән дә, тыштан да өр-яңы кеүек балҡып тора.
– Тарихи һәм архитектура ҡомартҡыһы булараҡ, кинотеатрҙың йөҙө тулыһынса һаҡланды, – тип һөйләне эшҡыуар. – Кинотеатр заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, халыҡ рәхәтләнеп төрлө фильмдар ҡарай ала. Кино күрһәтеүҙән тыш, бында тематик кисәләр, күргәҙмәләр, концерттар ҙа үткәреләсәк, кафе һәм ресторан эшләйәсәк.
Президент, башҡарылған эштәрҙе юғары баһалап, креслоларҙың уңайлылығын билдәләне: «Металлург» мотлаҡ ҡаланың төп ял итеү үҙәктәренең береһе буласаҡ».
Белореттарҙы иң ныҡ ҡыуандырған яңылыҡтарҙың береһе – «Ынйыҡай» балалар баҡсаһының асылыуы. Һәм республика башлығы ошо ҡыуанысты ихлас бүлеште. Заманса балалар баҡсаһы 220 балаға иҫәпләнгән, бүлмәләр иркен, яҡты, йылы, бассейн да бар. Уҡытыусы Лена Фәйрүзова, ҡыҙым тыуғас та сиратҡа баҫҡайныҡ, ниһайәт, өс йыл тигәндә, сиратыбыҙ етте, ти: «Быйыл миңә эшкә сығырға кәрәк, шуға ла ҡыуанып бөтә алмайым. Йәшәгән еребеҙҙән алыҫыраҡ инде, ләкин был проблеманы машина ярҙамында хәл итәсәкбеҙ. Иң мөһиме – балабыҙ балалар баҡсаһына йөрөйәсәк!»
Рөстәм Хәмитов, йыл аҙағына тиклем Белоретта тағы ла бер балалар баҡсаһы, киләһе йыл мәктәп асыласаҡ, тигән һөйөнөслө хәбәр менән бүлешкәс, ата-әсәләр саҡ «ура» ҡысҡырманы – бөтә ҡалаларҙағы кеүек бында ла балалар баҡсаһында урындар етешмәү проблемаһы киҫкен тора.
Тау саңғыһында шыуыу үҙәгендә барған эштәр менән танышҡандан һуң Рөстәм Хәмитов «Металлург» стадионына юлланды.
– 250 йыллығын билдәләгән Белорет ҡалаһында булыу оҡшай миңә, – тине республика башлығы, халыҡты тәбрикләп. – Белорет һуңғы йылдарҙа яҡшы яҡҡа үҙгәрә: юлдар һалына, йорттар төҙөлә, яңы объекттар сафҡа индерелә, ҡаланың төп предприятиеһы – Белорет металлургия комбинаты коллективы уңышлы эшләп килә, бәләкәй һәм урта бизнес предприятиелары дәррәү ҡалҡа. Дөйөм алғанда, Белорет – республикабыҙҙың иң яҡшы ҡалаларының береһе, тип иҫәпләйем, һәм уның гүзәл киләсәге бар, сөнки бында гүзәл, эшһөйәр, көслө кешеләр йәшәй. ҡала артабан да сәскә атһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, тип ышандырам.
Артабан Рөстәм Хәмитов «иң-иң»дәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Алексей Занин, Гөлйөҙөм Мостафина, Владимир Рязанов республиканың Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Рифҡәт Аралбаев, Александр Егонин, Риф ҡаҙанбаев, Мәсәғүт Фазлиәхмәтов, Александр Соснов, Геннадий Кольцов, Юрий Симоновтың тырыш хеҙмәте «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы» исеме менән билдәләнде. Зәбир Әхипйәновҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре», «Дефицит» театр-студияһы етәксеһе Андрей Жеряковҡа һәм үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Рәшит Мөхәмәҙиевҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаевҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре» исеме бирелде.
Тамашасыларҙы байрам менән ҡотлаған Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов яҡташтарына тырыш хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте: «Беҙ бергә, берҙәм булғанға эшебеҙ алға бара. Шулай уҡ республика Президентына, хөкүмәтенә, ҡала предприятиелары һәм ойошмаларына ла ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт!». ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә оло өлөш индергән ҡала хакимиәтенең элекке хеҙмәткәрҙәре Иван Васютин менән Вячеслав Никитин, шулай уҡ район советы депутаты, 21-се мәктәп директоры Владимир Кривоус «Белорет ҡалаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе менән наградланды. «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» Бөтә Рәсәй миҙалы менән билдәле уҡытыусылар Роман Григорьевич һәм Светлана Александровна Хазанкиндар ғаиләһе бүләкләнде.
Байрамдың тантаналы өлөшөнән һуң «Дефицит» театр-студияһы, ҡала мәҙәниәт һарайы, ауыл мәҙәниәт йорттары артистары ҡатнашлығында «Тарих кинолентаһы» исемле театрлаштырылған тамаша башланды. Ошо ваҡытта исемдәре аталмаһа ла, Белореттың данын арттырған Советтар Союзы Геройҙары Зөбәй Үтәғолов һәм Шаһи Ямалетдинов, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Ғайсар Аҫылғужин, Дәүләткирәй Йәнгәрәев, Сәғиҙә Мөхәмәтдинова, Фәтих Сөләймәнов һәм башҡа билдәле шәхестәрҙе күптәр иҫләне – ике йөҙ ҙә илле йыллыҡ тарихҡа уларҙың да исемдәре алтын хәрефтәр менән яҙылған.
Белорет ҡалаһының юбилейын йырсы Игорь Корнелюк, «Самоцветы» һәм «Отпетые мошенники» төркөмдәре лә уртаҡлашты. Ә байрам сараларына нөктәне фейерверк ҡуйҙы.
... Валерий Ермилов менән Светлана Сучкованың ҙур, татыу ғаиләһе дөйөм сараларҙа ҡатнашманы. Сөнки был көндө уларҙың үҙҙәренең байрамы ине – ҡала хакимиәте республика бюджетынан бүленгән аҡсаға уларға йорт һатып алып бүләк итте. Былтыр ун өс бала тәрбиәләнгән ғаилә йәшәгән йортта янғын сығып, улар урамда тороп ҡала. Тверь өлкәһенән тыуған ерҙәренә күсеп килгән ошо күп балалы ғаилә хаҡында хәбәрҙар булған республика Президенты уларға ярҙам ҡулы һуҙҙы, һәм бынан ары Ермиловтарҙың ғаиләһе өсөн 14 июль – иң бәхетле көндәрҙең береһе.