Бөтә яңылыҡтар
13 Июль 2012, 16:35

40 градус эҫе буласаҡ

Быйыл ҡояш йомартлыҡ буйынса рекорд ҡуйырға булды шикелле – икенсе аҙнала ла Башҡортостанда һауа температураһы 30 градустан төшмәйәсәк. Синоптиктар, киләһе аҙнала тотош республикала эҫе буласаҡ, тип фаразлай. Болоттар ара-тирә күренеп ҡалһа ла, ямғыр күҙе төшмәйәсәк.

ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһының 40 градусҡа тиклем етеүе ихтимал. Бигерәк тә кесаҙнала ҡояш үҙенең ҡеүәтен күрһәтәсәк. Шәмбелә йылылыҡ 30-ҙан саҡ ҡына түбәнерәк төшәсәк, тип вәғәҙәләйҙәр.
Был тиклем оҙайлы ваҡыт эҫегә сыҙауы еңелдән түгел, шуға ла хроник ауырыуҙары булған кешеләргә айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Иң мөһиме – туйғансы һыу эсергә.
Читайте нас: