Бөтә яңылыҡтар
10 Июль 2012, 17:43

Үҙ-үҙең менән ҡәнәғәтһеңме?

Һорауҙарға “эйе” йә “юҡ” тип яуап бирегеҙ.1) Яңынан тыуып, тормошоңдо өр-яңынан башларға хыялланаһыңмы? ( “эйе” – 4, “юҡ” – 16 балл)2) Берәй шөғөл менән мауығаһыңмы? ( “эйе” – 18, “юҡ” – 5)3) Әгәр ҙә эшең килеп сыҡмай икән, үҙеңә: “Бындай уңышһыҙлыҡ тик минең менән генә булыуы мөмкин! ” − тип әйтә алаһыңмы? (“эйе” – 6, “юҡ” – 12)

Һорауҙарға “эйе” йә “юҡ” тип яуап бирегеҙ.
1) Яңынан тыуып, тормошоңдо өр-яңынан башларға хыялланаһыңмы? ( “эйе” – 4, “юҡ” – 16 балл)
2) Берәй шөғөл менән мауығаһыңмы? ( “эйе” – 18, “юҡ” – 5)
3) Әгәр ҙә эшең килеп сыҡмай икән, үҙеңә: “Бындай уңышһыҙлыҡ тик минең менән генә булыуы мөмкин! ” − тип әйтә алаһыңмы? (“эйе” – 6, “юҡ” – 12)
4) Әгәр ҙә һинән көнләшһәләр, быға шатланаһыңмы? ( “эйе” – 16, “юҡ” – 2)
5) Әгәр ҙә танышың һинең кеүек үк бәләгә тарыһа, тынысланып ҡалыр инеңме? ( “эйе” – 18, “юҡ” – 5)
6) Берәй эш һинән башҡа эшләнһә, кәйефең төшәме? ( “эйе” – 2, “юҡ” – 16)
7) Лотереяла күп аҡса отоу теләге һиндә йыш тыуамы? ( “эйе” – 4, “юҡ” – 20)
8) Әгәр ҙә атай-әсәйең йәки дуҫтарың яңы әйбер алһа, һиндә көнләшеү тойғоһо барлыҡҡа киләме? ( “эйе” – 1, “юҡ” – 12)
9) Уңайы килеп сыҡҡан һайын кешегә үҙ фекереңде әйтергә тырышаһыңмы? (“эйе” – 16, “юҡ” – 3)
10) Әгәр ҙә һинең холоҡ-фиғелең тураһында насар фекерҙәр еткерһәләр, үҙ-үҙеңә ышанысың кәмейме? ( “эйе” – 3, “юҡ” – 13)
120 балдан күберәк булһа. Үҙең менән саманан тыш ҡәнәғәтһең. Шунлыҡтан ысын тормошто күрә, кешеләрҙе аңлай белмәйһең. Бәлки, ергә төшөп, ысын тормош менән йәшәй башларға кәрәктер?
60 балдан алып 120 балға тиклем. Үҙ-үҙеңә ышанаһың. Әммә ҡайһы саҡта һиңә ҡәнәғәтлек һәм үҙ-үҙеңде яратыу етмәй.
60 балдан кәмерәк. Һин үҙең менән ҡәнәғәт түгелһең. Үҙ-үҙеңде ҡулға ал, тирә-яғыңа әйләнеп ҡара! Бәлки, ҡәнәғәтһеҙлегең бары тик үҙеңә ышанмауҙан киләлер?
Читайте нас: