Бөтә яңылыҡтар
6 Июль 2012, 18:07

Сейә әҙерәк әле

Әлеге мәлдә баш ҡалалағы баҙарҙар алдын әбей-бабайҙарыбыҙ “баҫып” алды. Улар баҡсаларында үҫтергән йәшелсә-емеште тәҡдим итә. Үткән аҙнала ғына баҙар эргәһендә һатыусылар араһында ер еләген тәҡдим итеүселәр күпселекте тәшкил итә ине. Бөгөн күптәр яңы картуф һәм башҡа йәшелсәләрҙе һатыуға сығара. Ер еләге һатыусылар бик һирәк, хәҙер сират – башҡа тәбиғәт байлыҡтарына.

ҡарағат һатыусылар күп кенә күренһә лә, сейә әҙерәк әле. Уның хаҡы ла арыу ғына.
Түбәндәге таблицала хаҡтар Өфөнөң Үҙәк баҙарында һәм уның эргә-тирәһендәге майҙандарҙа сауҙа итеүселәр тәҡдим иткән бер килограмм аҙыҡ-түлеккә һәм йәшелсә-емешкә ҡарата бирелә.
Хаҡтар – һумда
Сейә 135 – 140
ҡара ҡарағат 170 – 180
Ер еләге 160 – 180
ҡурай еләге 180 – 190
Баҡса еләге 170 – 180
ҡарбуз 20 – 22
ҡауын 70 – 100
ҡыяр 30 – 35
Помидор 55 – 65
Татлы борос 60 – 80
Быйылғы картуф 50 – 80
Быйылғы һуған 60 – 80
Һары сейә 250 – 300
Персик 150 – 350 (сортына ҡарап)
Абрикос 110 – 130
Һыйыр ите 230 – 330
Тауыҡ боттары 97 – 120
Эре малдың бауыры 170 – 190
Скумбрия балығы 140 – 150
Минтай балығы 65 – 77
ҡорот 250 – 260
Эремсек 110 – 120
Ауыл майы 280 – 300
0,5 литрлы
шешәлә ҡымыҙ 65 – 70
Лилиә СИРАЕВА.
Читайте нас: