Бөтә яңылыҡтар
6 Июль 2012, 18:10

Бар документты ла бер урында алырға була

Өфөлә Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк асылды. Ул дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүгә граждандарҙан һәм юридик шәхестәрҙән документтарҙы «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса ҡабул итә.

Өфөлә Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк асылды.
Ул дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүгә граждандарҙан һәм юридик шәхестәрҙән документтарҙы «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса ҡабул итә.
Үҙәктең төп маҡсаты – дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең сифатын күтәреү, «берҙәм тәҙрә» принцибын файҙаланыу арҡаһында төрлө хеҙмәт алыу процедураһын ябайлаштырыу, халыҡ өсөн хеҙмәт алыу процесын уңайлаштырыу, улар­ҙың ваҡытын һәм аҡсаһын экономиялау, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙә аралашсылар хеҙмәте баҙарын, коррупцияны бөтөрөү.
БР Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күп функциялы үҙәктә, дөйөм алғанда, 58 дәүләт хеҙмәте күрһәтеләсәк.
Стәрлетамаҡта, Күмертауҙа, Нефтекамала, Бәләбәйҙә һәм Октябрьскийҙа үҙәктең филиалдарын асыу планлаштырыла.
Тәү сиратта был – социаль яҡлау өлкәһе, рөхсәт ҡағыҙҙары һәм лицензия биреү хеҙмәттәре. Күп функциялы үҙәктә, миҫал өсөн, күп балалы ғаиләләрҙең айырым категорияларына балаға айлыҡ пособие алыуға документтар әҙерләү кеүек хеҙмәт күрһәтелә. Ошонда уҡ ер участкаларының сиктәрен билдәләүгә бәйле документтар алыуға ғаризалар ҡабул ителә һәм документтар әҙерләнә, граждандар торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә субсидия юллай ала.
Күп функциялы үҙәккә иң тәүгеләрҙән булып Башҡортостан Пре­зиденты Рөстәм Хәмитов килде. Ул, үҙәк эшмәкәрлеге менән танышып, күргәндәренән бик ҡәнәғәт ҡалды.
– Халыҡҡа бындай үҙәктәр кәрәк, сөнки бик яйлы: килдең, заявка бирҙең дә бер айҙан кәрәкле документтарҙы ҡулыңа алдың. Башҡа бер ҡайҙа ла йөрөргә, этләнергә кәрәкмәй – был, ысынлап та, бик уңайлы, – тине ул.
Халыҡҡа уңайлыраҡ булһын өсөн баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндә һәм Сипайлово биҫтәһендә күп функциялы үҙәктең офистары асыласаҡ. Әле уларға бина эҙләйҙәр.
– Техник яҡтан беҙ бындай үҙәктәр асыуға әҙер, – тип билдәләне министр.
Яңы Күпер урамында урынлашҡан үҙәктең дөйөм майҙаны өс меңдән квадрат метрҙан ашыу. Операция залының майҙаны – яҡынса 950 квадрат метр. Шуныһы мөһим: үҙәктә сират көтөү өсөн уңайлы урындар ҡаралған, балалар бүлмәһе, кафетерий һәм өҫкө кейемде тапшырыу бүлмәһе бар.
– Штатта 88 кеше иҫәпләнә. Операция залында әле 35 кеше эшләй. Ихтыяж артыуына ҡарап, залдағы хеҙмәткәрҙәр иҫәбе 70-кә тиклем арттырыласаҡ, – тине Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк директоры Руслан Усманов.
Клиенттарға уңайлы булһын өсөн үҙәк иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләйәсәк. Төшкө тәнәфес юҡ. Йәкшәмбе – ял көнө. Шул уҡ ваҡытта киске ваҡытҡа һәм шәмбегә айырым иғтибар биреләсәк. Сөнки тап ошо арала килеүселәр күбәйә.
Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк көн һайын меңгә яҡын кешене хеҙмәтләндерергә һәләтле.
Читайте нас: