Бөтә яңылыҡтар
29 Июнь 2012, 14:57

Мал аҙығы әҙерләү ҡыҙа

Башҡортостан майҙандарының дүрттән бер өлөшөндә бесән йыйып алынған. Республика эшсәндәре бер һәм күп йыллыҡ үләндәр сәселгән майҙандарҙың дүрттән бер өлөшөн сабып алды. Республиканың аграр ведомствоһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн 272 мең гектар­ҙа бесән йыйылған. Рес­пуб­лика буйынса йәмғеһе 144 мең тонна бесән (19 процент), 337 мең тонна сенаж (14 процент) әҙерләнгән.

Мал аҙығы әҙерләү ҡыҙа
Мал аҙығы әҙерләү ҡыҙа

Башҡортостан майҙандарының дүрттән бер өлөшөндә бесән йыйып алынған.
Республика эшсәндәре бер һәм күп йыллыҡ үләндәр сәселгән майҙандарҙың дүрттән бер өлөшөн сабып алды. Республиканың аграр ведомствоһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн 272 мең гектар­ҙа бесән йыйылған. Рес­пуб­лика буйынса йәмғеһе 144 мең тонна бесән (19 процент), 337 мең тонна сенаж (14 процент) әҙерләнгән. Дүртөйлө (48 процент), Нуриман (43 процент), Шаран (57 процент) райондарының ауыл хужалығы предприятиелары яҡшы бесән запасы туплаған. Иң күп сенаж әҙерләүселәр − Бла­го­вещен, Нури­ман һәм Тәтешле райондары. Беренселек − Благовещен хужалыҡтарында. Улар республика буйынса уртаса күрһәткескә ҡарағанда өс тап­ҡырға күберәк мал аҙығы туп­лаған.
Читайте нас: