Бөтә яңылыҡтар
26 Июнь 2012, 16:25

Төп маҡсат – туризмға йәлеп итеү

Бөгөн «Пекин − Мәскәү» автоуҙышы ҡатнашыусылары Өфөгә килә. ҡунаҡтар өсөн баш ҡала буйлап экскурсия ойошторола. Июнь башында «Ростуризм» вәкилдәре, Рәсәй, ҡытай эшҡыуарҙары, ике илдең дә эре баҫмалары журналистары Пекиндан Мәскәүгә юлланғайны. Маршрут Харбин менән Маньчжурия аша үтә.

Бөгөн «Пекин − Мәскәү» автоуҙышы ҡатнашыусылары Өфөгә килә. ҡунаҡтар өсөн баш ҡала буйлап экскурсия ойошторола.
Июнь башында «Ростуризм» вәкилдәре, Рәсәй, ҡытай эшҡыуарҙары, ике илдең дә эре баҫмалары журналистары Пекиндан Мәскәүгә юлланғайны. Маршрут Харбин менән Маньчжурия аша үтә. Рәсәй территорияһын ҡатнашыу­сылар автомобилдәрҙә За­байкальскиҙан Мәскәүгә тиклем уҙасаҡ. Автосәйәхәттә Рәсәйҙең туристик потенциалы күрһәтеләсәк. Бынан тыш, автотуризм йүнәлешендәге проекттарҙы бойомға ашырыуҙа тәжрибә уртаҡлашыу ҙа ҡаралған. Был сара ҡытай Халыҡ Республикаһында Рәсәй туризмы йылы менән Рәсәй Феде­рацияһында ҡытай туризмы йылы сиктәрендә уҙғарыла.
Автоуҙыштың төп маҡсаты – ике ил араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү, автотуризм мөмкинлектәренә йәмәғәтселектең иғтибарын, туризм тармағына сит ил инвестицияларын йәлеп итеү. 2013 йылда беҙҙең илдә сығарылған автомобилдәрҙә «Мәскәү − Пекин» автоуҙышы ойоштороласаҡ.
З. ЙӘҺҮҘИНА.
Читайте нас: