Салауат ҡалаһында стена аша үтеп инеп, гараждарҙы талаусы бур ҡулға алынған. 30 йәшлек ир 25 тапҡыр ошондай енәйәт ҡылған. Ул гараж бокстарын һайлаған, ләкин автомобилдәргә теймәгән, үҙе менән алып китә алған әйберҙәрҙе урлаған.
Енәйәтсе үҙенең ябайлығы менән айырылып тора. Ул йоҙаҡтарҙы ла асып интекмәгән, ә стена аша үтеп ингән. Сираттағы «эшенә» һәр ваҡыт үҙе менән кувалда алған. Бер нәмәнән дә ҡурҡып тормай, кирбес стеналарҙы ватҡан һәм эскә үтеп ингән. Гараж хужалары уның «эшмәкәрлегенән» бер меңдән алып ун биш мең һумға тиклемге күләмдә зыян күргән.
Өҫтәүенсә, «йүнсел» ирҙе урлашҡаны өсөн күрше Мәләүез районында ла эҙләгәндәр. Полициянан ҡасып, ул йәшәгән фатирын ҡуртымға алған, бер кем менән дә аралашмаған. Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре зыян күреүселәргә әйберҙәрен ҡайтарыу өсөн енәйәтсе уларҙы тапшырған урындарҙы асыҡлай. Бур һаҡ аҫтына алынған.
С. РӘШИТОВ.