Бөтә яңылыҡтар
15 Июнь 2012, 15:02

Иң шәп пляж ҡайҙа?

10 июндә республикала рәсми рәүештә һыу инеү миҙгеле асылды. Хәҙер пляждарҙың бөтәһе лә тулыһынса йыһазландырылған, унда ҡотҡарыусылар ҙа, кафе-барҙар ҙа эшләй.Шулай ҙа Башҡортостандың ҡайһы һыу инеү урыны иң яҡшынан һанала икән? Ошо һорау менән бер нисә гәзит уҡыусыбыҙға мөрәжәғәт иттек.

10 июндә республикала рәсми рәүештә һыу инеү миҙгеле асылды. Хәҙер пляждарҙың бөтәһе лә тулыһынса йыһазландырылған, унда ҡотҡарыусылар ҙа, кафе-барҙар ҙа эшләй.
Шулай ҙа Башҡортостандың ҡайһы һыу инеү урыны иң яҡшынан һанала икән? Ошо һорау менән бер нисә гәзит уҡыусыбыҙға мөрәжәғәт иттек.
Гүзәл ТҮРЙӘНОВА, Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағындағы Эшҡыуар­лыҡтың комплекслы именлеге академияһының маркетинг һәм реклама факультеты студенты:
− Аралашҡан дуҫтарымдың барыһы ла студент һәм улар эшләй. Шуға ла беҙ ял көндәрен булһа ла күңелле һәм файҙалы үткәрергә тырышабыҙ. Башлыса, Нуриман районындағы Павловка һыу һаҡлағысында үтә йәйге ялыбыҙ. Унда рәхәт, әллә ни ҡиммәткә лә төшмәй. Йоҡлар өсөн дә урындар бар, дискотека ла ойошторабыҙ. Йәштәр ҙә күп.
Шәхсән үҙемә Павловкалағы һыуҙың таҙалығы ла, төҫө лә, тәрәнлеге лә ныҡ оҡшай. Өфө ҡыҙы булһам да, үҙебеҙҙең ҡалала һыу ингәнем юҡ – ваҡыт таба алмайым. Ә ял көндәрендә ҡаланан ситкә китеүҙе хуп күрәм.

Айрат ХАММАТОВ, техника менән сауҙа итеүсе магазинда һатыусы-консультант:
− Миңә ҡалһа, Өфөнөң “ҡояшлы” пляжы иң шәбе – унда күңелле, тулыһынса йыһазландырылған, заманса. Һыуҙы ла бысраҡ тип уйламайым – күпме белгес тикшереп тора, күрәләтә меңләгән кешене хәүеф аҫтына ҡуймаясаҡтар бит инде.
Йыһазландырылған, ҡотҡарыусылары булған һыу инеү урындарын хуп күрәм. Әллә ҡайһы бәләкәй ауылдарҙағы һыу, бәлки, таҙараҡ та күренәлер, әммә һыуҙың сифаты таҙалыҡ менән генә билдәләнмәй. Ә бәләкәй йылға-күлдәрҙе бер кем тикшермәй.

ҡәҙриә САФИНА, “Валента-фарм” фармацевтика компанияһының медицина вәкиле:
− Йылына бер тапҡыр мотлаҡ рәүештә сит илгә − йылы яҡтарға диңгеҙгә барып һыу инәм. Былай йәй көнө республикабыҙҙың төрлө мөйөштәрендә йөрөп сығабыҙ. Тик бына Өфө тирәһендә аҡҡан Ағиҙел, Өфө йылғалары ярҙарындағы һәм башҡа пляждарға яҡын да бармайым – улар бысраҡ тигән фекерҙәмен. Берәй сир йоҡтороуың ихтимал.
Һәр көн эштән һуң Кушнаренко районындағы Илмырҙа ауылына китәбеҙ – унда тап-таҙа һыулы карьер бар. Бик шәп урын.


Гөлбикә МУСИНА, Баймаҡ районы:
− Ирәндек итәгендә урынлашҡан Талҡаҫ күле таҙалығы, тәрәнлеге, хозур тәбиғәте менән күңелгә яҡын. Ә инде Граф күлендә һыу йылыраҡ. Һаҡмар йылғаһын әллә ни таҙа тип әйтеп булмай инде, шулай ҙа ағым һыуҙа йөҙөү үҙе бер рәхәтлек. Сибай ҡалаһы янында Төйәләҫ буйҙары ҡала халҡының яратҡан урыны – унда ла кинәнеп ял итәләр. Шулай булғас, Башҡор­тостандың иң шәп пляждары Баймаҡ тирәһендә булып сыға инде!

Л. СИРАЕВА яҙып алды.
Читайте нас: