Бөтә яңылыҡтар
8 Июнь 2012, 15:18

Иғтибарһыҙлыҡ ҡорбаны

Ошо көндәрҙә Дәүләкән райо­нында ун йәшлек малай поезд аҫтына эләгеп һәләк булған. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, уҡыусы тимер юлды ҡулына велосипедын тотоп сығып барған. Уның һул яғынан уң яҡҡа йүнәлгән тауар составы килә һәм малай уны үткәрә. Һуңғы вагон үтеп киткәс, уңға ҡарамай юлға сыға. Үкенескә күрә, ошо ваҡытта ҡаршы яҡтан икенсе поезд килгән. Малай юлдан ситкә һикереп өлгөрмәй һәм алған йәрәхәттәренән урында йән бирә.С. РӘШИТОВ.

Ошо көндәрҙә Дәүләкән райо­нында ун йәшлек малай поезд аҫтына эләгеп һәләк булған. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, уҡыусы тимер юлды ҡулына велосипедын тотоп сығып барған. Уның һул яғынан уң яҡҡа йүнәлгән тауар составы килә һәм малай уны үткәрә. Һуңғы вагон үтеп киткәс, уңға ҡарамай юлға сыға. Үкенескә күрә, ошо ваҡытта ҡаршы яҡтан икенсе поезд килгән. Малай юлдан ситкә һикереп өлгөрмәй һәм алған йәрәхәттәренән урында йән бирә.

С. РӘШИТОВ.
Читайте нас: