Бөтә яңылыҡтар
8 Июнь 2012, 15:34

Балалар һәм йәштәр – террорға ҡаршы

Донъялағы тынысһыҙлыҡ, ығы-зығы балаларҙың да тормошона ҡағылмай ҡалмай. Йөрәккә ҡан һауҙырған Беслан фажиғәһенә байтаҡ ваҡыт уҙһа ла, уның мәхшәре һаман онотолмай. Йәшерен-батырыны юҡ, бөгөн дә мылтыҡ тоҫҡауы аҫтында ҡалған сабыйҙар бар. БМО мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы ун биш йылдағы хәрби кампаниялар һәм һуғыштар барышында донъяла 2 миллиондан ашыу бала һәләк булған, 6 миллиондан ашыуы төрлө яра алған, 1 миллионы етем ҡалған.

Балалар һәм йәштәр – террорға ҡаршы
Балалар һәм йәштәр – террорға ҡаршы

Донъялағы тынысһыҙлыҡ, ығы-зығы балаларҙың да тормошона ҡағылмай ҡалмай. Йөрәккә ҡан һауҙырған Беслан фажиғәһенә байтаҡ ваҡыт уҙһа ла, уның мәхшәре һаман онотолмай. Йәшерен-батырыны юҡ, бөгөн дә мылтыҡ тоҫҡауы аҫтында ҡалған сабыйҙар бар. БМО мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы ун биш йылдағы хәрби кампаниялар һәм һуғыштар барышында донъяла 2 миллиондан ашыу бала һәләк булған, 6 миллиондан ашыуы төрлө яра алған, 1 миллионы етем ҡалған.
1999 йылда Мәскәүҙә Бөтә донъя “Балалар һәм йәштәр – терроризмға, экстремизмға ҡаршы” коммерция булмаған хәйриә фонды барлыҡҡа килгәйне. Бөгөн Рәсәйҙә уның 38 филиалы бар. Республикабыҙҙа 2009 йылдан эшләп килгән ошо фонд етәксеһе Булат Мырҙа­булатов ойошманың маҡсаты һәм эшмәкәрлеге тураһында һөйләне: “Хәйриә фонды исеменән Башҡортос­тандағы 126 ғаилә балаларына даими ярҙам күрһәтелә. Улар атаһы йә әсәһе төрлө хәрби хәрәкәттәрҙә, әрме һәм тәртип һаҡлау бурысын үтәгән саҡта һә­ләк булыусыларҙың балалары. Беҙ йылына дүрт тап­ҡыр байрам саралары һәм төрлө акциялар ойошторабыҙ”.
Ошо көндәрҙә фонд ағзалары Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы – Баймаҡ районының Темәс ауылына юлланды. Улар уҡыу йылының һуңғы көнөндә уҡыусыларға матур байрам ойошторҙо.
Сағыу байраҡтар, шарҙар менән биҙәлгән мәктәптең спорт майҙансығында “ҡояшлы бала саҡ” тип аталған сара Башҡор­тостан гимны менән башланып китте. Уҡыусыларҙың концертынан һуң мәктәп директоры Зөлхизә Ғәйнәнова балаларҙы уҡыу йылы тамамланыу менән тәбрикләп, изге теләктәрен еткер­ҙе. Артабан Булат Мырҙабулатов фондтың эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Байрамда ҡатнашыусыларға заман афәтенә әүерелеп өлгөргән терроризм һәм экстремизм күренештәре, уның ҡурҡыныс эҙемтәләре тураһында иҫкәртеп, киләсәк быуынға был яуызлыҡтан һаҡланырға, кешеләргә ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға саҡырҙы. Ул шулай уҡ ошо матур спорт байрамын үткәреүгә матди ярҙам күрһәтеүсе Баймаҡ урман хужалығы һәм Темәс кирбес заводы етәкселәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Темәс ауыл биләмәһе башлығы Рауил Йәнсурин балаларҙы тормош ҡәҙерен белергә өндәне. “Теле­геҙгә, илегеҙгә, тамырҙарығыҙға тоғро булығыҙ”, – тине ул.
Рәсми өлөштән һуң спорт ярыштары башланды. Был матур көндә мәктәп яны һәм Һаҡмар стадионы балаларҙың шат тауышына күмелде. Уҡыусылар мәргәнлектә, етеҙлектә, сослоҡта үҙҙәрен һынаны, рәхәтләнеп күңел асты. Хәйриә фонды ағзалары тарафынан таратылған бүләктәр һәм тәмлекәстәр балаларҙың байрам кәйефен тағы ла арт­тыр­ҙы. Йәйге каникул файҙалы һәм имен үтһен.

Г. ЯХИНА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: