Бөтә яңылыҡтар
5 Июнь 2012, 16:10

Ялған хәбәр өсөн – ике йыл?

Салауат ҡалаһының дежур бүлегенә бер ханым, өйҙә булған бар алтын биҙәүестәрем ур­лан­ған, тип еткерә. Оператив хеҙмәткәрҙәр тиҙ арала урынға сығып, тикшерә башлай. Асыҡланыуынса, ҡатындың бер нәмәһе лә юғалмаған. Ул өйөндә бер ир менән хәмер һемергән. Бер аҙҙан ханым шешәләшенең сығып китеүен талап иткән, әммә тегеһе баш тартҡан. Хужабикә ирҙе ҡурҡытыр өсөн телефондан “02” һандарын йыя. Полицияны ышандырыр өсөн сәбәбен дә уйлап сығара. Был ҡатынға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 306-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Алдаҡсы ханымдың ике йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе бар. ҡыҙым, һиңә әйтәм, кейәүем, һин тыңла, тигән кеүек, ошо ҡатын көнөнә ҡалып ҡуймағыҙ.

Салауат ҡалаһының дежур бүлегенә бер ханым, өйҙә булған бар алтын биҙәүестәрем ур­лан­ған, тип еткерә. Оператив хеҙмәткәрҙәр тиҙ арала урынға сығып, тикшерә башлай. Асыҡланыуынса, ҡатындың бер нәмәһе лә юғалмаған. Ул өйөндә бер ир менән хәмер һемергән. Бер аҙҙан ханым шешәләшенең сығып китеүен талап иткән, әммә тегеһе баш тартҡан. Хужабикә ирҙе ҡурҡытыр өсөн телефондан “02” һандарын йыя. Полицияны ышандырыр өсөн сәбәбен дә уйлап сығара.
Был ҡатынға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 306-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Алдаҡсы ханымдың ике йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе бар.
ҡыҙым, һиңә әйтәм, кейәүем, һин тыңла, тигән кеүек, ошо ҡатын көнөнә ҡалып ҡуймағыҙ.

Г. ЯХИНА.
Читайте нас: