Бөтә яңылыҡтар
5 Июнь 2012, 16:18

Үәт, бүләк тәк бүләк!

Учалы дауаханаһының балалар бүлегендә асылған уйын бүлмәһе кескәй пациенттарға оҡшаны− Машина! – Учалы дауаханаһының балалар бүлегендә дауаланған Вадим Харисов, кәштәлә торған матур уйынсыҡты күреп, һоҡланыуынан «аһ» итте. Һәм оҙаҡ уйлап тормай, «КамАЗ»ды алды ла, келәмгә тубыҡланып, уйнай ҙа башланы. Тиҙҙән әсәй-өләсәйҙәренә ҡурҡышып һыйынған башҡа пациенттар ҙа уйынсыҡтарға, китаптарға, альбомдарға тартылды.

Үәт, бүләк тәк бүләк!
Үәт, бүләк тәк бүләк!
Учалы дауаханаһының балалар бүлегендә асылған уйын бүлмәһе кескәй пациенттарға оҡшаны

− Машина! – Учалы дауаханаһының балалар бүлегендә дауаланған Вадим Харисов, кәштәлә торған матур уйынсыҡты күреп, һоҡланыуынан «аһ» итте. Һәм оҙаҡ уйлап тормай, «КамАЗ»ды алды ла, келәмгә тубыҡланып, уйнай ҙа башланы. Тиҙҙән әсәй-өләсәйҙәренә ҡурҡышып һыйынған башҡа пациенттар ҙа уйынсыҡтарға, китаптарға, альбомдарға тартылды. Бер аҙҙан үҙҙәренә яҡын, таныш мөхиткә башкөлләй сумған бәләкәстәр уларҙы уратып алған өлкәндәр тураһында бөтөнләй онотто. Элекке уйын бүлмәһе сағыу, яҡты буяуҙар менән балҡып китһен өсөн күп көс һалған өлкәндәргә был иң гүзәл күренеш булып күренде кеүек.
Әйткәндәй, 1992 йылда асылған уйын бүлмәһе әле бер нисә йыл элек үк һәр яҡлап яңыртыуға мохтаж ине. Былтыр 1 июндә Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты вәкилдәре балаларҙы байрам менән ҡотларға килгәс, быға иғтибар итмәй ҡалмай. Медучреждение хеҙмәткәрҙәре менән эшлекле осрашыу барышында артабанғы хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре билдәләнә һәм шунда уйын бүлмәһенә яңынан йән өрөү идеяһы ла барлыҡҡа килә. Әгәр капиталь ремонтты комбинат үҙе башҡарһа, йыһаз, уйынсыҡтар мәсьәләһен «Рәсәй балалары» хәйриә фонды хәл итешә.
Хәйер, ауырттырғыс процедуралар хаҡында онотоп, уйын менән мауыҡҡан балаларҙы был нескәлектәр һис тә ҡыҙыҡһындырманы: берәүҙәр шым ғына мозаика төҙөнө, икенселәр тырылдап машина йөрөттө, өсөнсөләр пластилинға әүрәне... Уйын бүлмәһен капиталь ремонттан һуң асыу тантанаһына йыйылған ҡунаҡтар − Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, «Рәсәй балалары» хәйриә фонды директоры Елена Устинова, Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры Рәшит Мәннәнов һәм башҡалар, кескәй ауырыуҙарға ҡарап, шатлыҡлы йылмайыуҙарын йәшерә алманы. Барыһы ла бер һүҙҙән, уйын бүлмәһе балаларҙың тиҙерәк һауығыуына булышлыҡ итәсәк, тиеште: «Ә иң яҡшыһы, малайҙар һәм ҡыҙҙар бер ҡасан дауаханаға эләкмәй, һау-сәләмәт үҫһен!».
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ҡотлап, Лилиә Салауат ҡыҙы, районда инвестицияларҙы йәлеп итеү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылыуын билдәләне: «Уйын бүлмәһенең асылыуы – дәүләт һәм бизнес партнерлығының сағыу миҫалы. Проблемалар һәр ваҡыт күп һәм тик бюджет аҡсаһына ғына иҫәп тотоу дөрөҫ түгел. Ә бына учалылар проблемаларҙы хәл итеүҙә үҙ юлын табып, дәүләт һәм бизнес партнерлығы иҡтисад үҫешенә ыңғай йоғонто яһаған мөһим механизм икәнен раҫланы». Ошондай хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәһе – уйын бүлмәһенән тыш, тотош компьютер-томография комплексының асылыуы ла. Бынан ары учалыларға томография үтер өсөн әллә ҡайҙар­ға йөрөйһө түгел.
Социаль хеҙмәттәшлек үҫеше яҡлылар яуланғандарҙа туҡталырға уйламай: планда Учалы дауаханаһы базаһында ҡан тамыры бүлеген асыу.
… ҡунаҡтар таралышты, балалар бүлеге үҙенең ҡәҙимге эш ритмына кире ҡайтты, ә яңы уйын бүлмәһендә бәләкәстәр уйынсыҡтарынан айырыла алмай, әсәйҙәрен һорау менән күмде: «Былар бөтәһе лә беҙгәме? Бында иртәгә лә уйнарға киләбеҙме?» Тимәк, өлкәндәрҙең тырышлығы елгә османы – бүләктәре балалар күңеленә, һис шикһеҙ, хуш килде.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.
Читайте нас: