Бөтә яңылыҡтар
5 Июнь 2012, 16:12

Мишкәләр велосипедҡа атланды

«Хәүефһеҙ тәгәрмәс» конкурсында быйыл 252 уҡыусы ҡатнашты«Зарница» лагерындағы дүрт көн һиҙелмәй ҙә үтеп китте, конкурс бик оҡшаны, йәйге ялдың ошолай башланып китеүенә бик шатбыҙ», – ти «Хәүефһеҙ тәгәрмәс» конкурсында ҡатнашыусы балалар.

Мишкәләр велосипедҡа атланды
Мишкәләр велосипедҡа атланды

Балалар көсөргәнешле ярышта көс һынашып ҡына ҡалманы, күңелле итеп ял да итте. Төрлө уйындар, концерт ойошторолдо, кискеһен дискотекала күңел астылар.
Шулай итеп, көсөргәнешле ярыш аҙағына ла яҡынлашты. Һәр команда еңеүгә, бик булмаһа, ниндәй ҙә булһа ярыш төрөнән тәүге унау иҫәбенә инергә өмөт итә. Бына улар барыһы ла парад кейемдәрендә конкурсты йомғаҡлау тантанаһына йыйыла. Күҙҙәр өйөм-өйөм итеп өйөлгән бүләктәргә төбәлгән. Улар араһында нимәләр генә юҡ – уйындар, телефондар, роликтар, велосипедтар, хатта телевизорға тиклем бар. Бер ниндәй конкурста ла был тиклем бүләк әҙерләгәндәрен күргән юҡ ине. Әлбиттә, ойоштороусылар бер команда ла мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышҡан. Ысынлап та, бер бала ла бүләкһеҙ ҡалманы. Сөнки һәр ярыш төрө буйынса тәүге унау иҫәбенә ингәндәрҙең барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Вело­сипедта йөрөү буйынса конкурста еңеү яулаусы Мишкә районы командаһына велосипедтар эләкте. Бындай ҙа матур бүләктәр алырбыҙ тип көтмәгән балаларҙың ҡыуанысы сикһеҙ.
Конкурстың абсолют еңеүсеһе исеменә Салауат ҡалаһы командаһы лайыҡ булды. Улар Ханты-Манси Автономиялы Округында үтәсәк Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашасаҡ. Беренсе урынды Илеш районы һәм Ишембай ҡалаһы командалары бүлеште, икенсе урынға ҡариҙел районы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы командалары лайыҡ булды, өсөнсө урынды Өфө районы һәм Нефтекама ҡалаһы командалары яуланы.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
АВТОР фотолары.
Читайте нас: