Илеш районының Теләкәй ауылында йәшәүсе Ынйы һәм Фәүис Ямаловтар туғыҙ балаға ғүмер бүләк иткән. Уларҙың ғаиләһендә ете ҡыҙ һәм ике малай тәрбиәләнә, олоһона 14 йәш булһа, кесеһенә – алты ай. Ынйы менән Фәүис 1997 йылда өйләнешкән. “Икебеҙ ҙә ишле ғаиләлә үҫтек. Шуға күрә күп сабый үҫтерергә хыялландыҡ”, – ти улар.
Ғаилә башлығы ауыл хужалығы өлкәһендә эшләй, хужабикә бәләкәстәрҙе тәрбиәләү менән мәшғүл.
Ошо көндәрҙә уларға “Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе күп балалы ғаиләләргә микроавтобус биреү” тураһында БР Президенты Указына ярашлы “ГАЗель” автомобиле тапшырылды. Баш ҡалалағы М. Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театрында үткән V Бөтә Рәсәй “Ғаилә һәм бала саҡ: тәжрибә, проблемалар һәм уларҙы хәл итеү мөмкинлектәре” тип аталған конгреста Ямаловтар һәм башҡа күркәм ғаиләләр тәбрикләнде, шулай уҡ көн- үҙәк мәсьәләләр ҡаралды.
Был сара Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналғайны. Өфөлә ошо мөһим конгресс республикабыҙҙың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Рәсәй дәүләт социаль университеты, Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ярҙамында, «Рәсәй ғаиләһе» милли йәмәғәт комитеты ойоштороуында бишенсе йыл рәттән үтә.
Пленар өлөштә ғаилә һәм бала саҡтың проблемалары хаҡында докладтар, фекер алышыуҙар булды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, ҡунаҡтарҙы сәләмләп, республикабыҙ тормошона ҡыҫҡаса күҙәтеү яһаны. “Башҡортостанда әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты һаҡлау буйынса маҡсатлы эштәр дауам итәсәк”, – тине ул. Рәсәй дәүләт социаль университеты ректоры Лидия Федякина раҫлауынса, илебеҙ аборт, никахһыҙ тыуған балалар, етем сабыйҙар һаны буйынса лидерҙар рәтендә. Был күрһәткесте кәметеү өсөн ул ғаилә сәйәсәтен камиллаштырырға, профилактика эшен киң йәйелдерергә кәрәклеген билдәләне. Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин: “Ир – баш, ул аяғында ныҡлы баҫып торорға тейеш. Ә ҡатын – муйын, “баш” унһыҙ бер нәмә лә эшләй алмай. Бөтә милләттәр нигеҙендә ғаилә ята. Бөгөн экспортҡа газ менән нефть кенә сығармайбыҙ, балаларыбыҙҙы ла сит ил граждандарына тәрбиәгә бирәбеҙ. Шундай осраҡтар булғанда илһөйәрлек тураһында ниндәй һүҙ булыуы мөмкин?” – тигән һорауҙы күтәрҙе. Медицина фәндәре кандидаты, БР Медицина лигаһы етәксеһе, табип-гинеколог Э. Фазлыева әйтеүенсә, бөгөн бер ҡатын-ҡыҙға 1,6 бала тура килә. Демографик “соҡор”ҙан сығыу өсөн беҙгә репродуктив индексты күтәреү талап ителә. “Сәләмәт сабый тыуһын өсөн ҡыҙ менән егеттең ғаилә ҡормаҫ элек медицина тикшереүе үтеүе мотлаҡ”, – тигән кәңәшен еткерҙе табип.
Сығыштарҙан һуң, “Бәхетле бала саҡ өсөн” исемле берҙәм декларация ҡабул ителде. Унда хәүеф төркөмөндәге ғаиләләргә комплекслы ярҙам күрһәтеү, балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә рухи идеалдар, юғары тойғолар тәрбиәләү, йәш ғаиләләрҙе һаҡлау кеүек пункттар бар.
Артабан “Патронат ғаилә”, “Йәш ғаилә”, “Тәрбиәгә бала алған ғаилә” номинациялары буйынса иң яҡшылар, шулай уҡ гәүһәр туйын билдәләүсе Дилә һәм Илһам Хәмитовтар тәбрикләнде. Ынйы һәм Фәүис Ямаловтар ғаиләһенә “ГАЗель” микроавтобусы асҡысы тапшырылһа, ҡалғандарға бүләктәр, аҡсалата премия бирелде.
Көндөң икенсе яртыһында конгрестың эше төрлө секцияларҙа дауам итте. “Замана ғаиләһенең демографик проблемаһы”, “Бәләкәс кешенең ҙур проблемаһы”, “Ололар менән социаль эш алымдары”, “Ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларҙы ҡурсалау фонды финанслаған республика программаларының тормошҡа ашырылыуы” темаларына “түңәрәк өҫтәл”дәр, фәнни-ғәмәли конференциялар ойошторолдо. Унда сәйәсмәндәр, төрлө социаль инстанция вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.