Бөтә яңылыҡтар
25 Май 2012, 14:53

И-их, һыуға сумыр саҡтар етә!

ҡыш көндәрендә мәке уйып һыу инеүселәр ҙә бар-барлыҡҡа. Май байрамдарында ла йылға-күлдәргә төшөп, тәүге сирҡаныс алыусылар табыла. Шулай ҙа Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле быйыл 10 июндә генә асыла. Тап ошо көндән республикала йыһазланды­рыл­ған 73 пляж эшләй башлаясаҡ. Был хаҡта РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Валерий Хисаметдинов журналистар менән ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”дә хәбәр итте.

И-их, һыуға сумыр саҡтар етә!
И-их, һыуға сумыр саҡтар етә!

ҡыш көндәрендә мәке уйып һыу инеүселәр ҙә бар-барлыҡҡа. Май байрамдарында ла йылға-күлдәргә төшөп, тәүге сирҡаныс алыусылар табыла. Шулай ҙа Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле быйыл 10 июндә генә асыла. Тап ошо көндән республикала йыһазланды­рыл­ған 73 пляж эшләй башлаясаҡ. Был хаҡта РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Валерий Хисаметдинов журналистар менән ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”дә хәбәр итте.
Тимәк, ҡолас йәйеп йылға-күлдәрҙә йөҙөргә әллә ни күп ҡалманы, дуҫтар. Һыу инеү кейемдәре һатып алыу менән бер рәттән, хәүефһеҙлек тураһында ла алдан хәстәрлек күрергә кәрәк. Май башланыу менән республикала янғын осраҡтары йышая, һыуға батыу­сылар ҙа башҡа ваҡыттағынан күберәк теркәлә. Республикала эшләйәсәк 73 пляждың 11-е Өфө ҡалаһында асыла. Баш ҡалабыҙ пляждары ял итеүселәрҙең күплеге менән айырыла. Уларҙың бөтәһе лә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, һыуҙың таҙалығы тикшерелгән буласаҡ. Һаҡ­ланғанды Хоҙай һаҡлар, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Пляждар, йылға-күлдәр нисек кенә заманса, ҡиммәтле итеп йыһазландырылмаһын, һәр кеше үҙ именлеге хаҡында үҙе хәстәрләгән ваҡытта ғына күңелһеҙ хәлдәр һирәк буласаҡ. ҡотҡарыусылар билдәләүенсә, һыуға батыусыларҙың күпселеге – ир-ат. Балалар ҙа хәүеф аҫтында. Улар ололарҙың битарафһыҙлығы арҡаһында бәләгә тарый. Иң әсендергәне – кешеләрҙең күпселеге ниндәйҙер көтөлмәгән ваҡиғалар арҡа­һында түгел, эсеп, һыуға инеүе арҡаһында бата. Был хаҡта ҡотҡарыусылар һәр йыл һайын иҫкәртә. Әммә һаман да пляждар һәм йылға буйҙары һыра һемергән кешеләр менән тулы.
ҡотҡарыусылар тураһында һөйләгәндә ошо тармаҡтың волонтерҙары тураһында ла әйтеп үтмәй булмай. Бөгөн Башҡортостанда үҙ теләге менән янғын һүндереү эштәрен башҡарған 540 бүлексә теркәлгән. Уларҙа 6000-дән ашыу кеше иҫәпләнә, техника ла етерлек. Үҙ теләге буйынса янғын һүндереүселәр был эш менән шөғөлләнгән профессиональ янғын һүндереүселәргә ҙур ярҙам күрһәтә. Әлбиттә, бындай яуаплы эшкә кешеләр­ҙе ситтән йәлеп итеү еңелдән түгел – уларҙы уҡытырға тура килә. Әлегә 6000 кешенең 5000-е тиерлек махсус уҡыу үткән. Улар бөгөндән ярҙамға килергә тулыһынса тиерлек әҙер. ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, уларҙың эшендә талант та, фиҙакәрлек тә, белем һәм тәжрибә лә бик кәрәк. РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы башлығы Валерий Хисаметдинов: “Беҙҙең идаралыҡта эшләгән һәр кем юғары кимәлдәге профессионал, кешеләргә хәүеф янаған ваҡытта һәр береһе бурысын үтәргә ынтыласаҡ. Бер ҡотҡарыусы ла үҙ мәнфәғәтен граждандарҙың именлегенән өҫтөн ҡуймай”, − тип билдәләне. Әлбиттә, был һүҙҙәр беҙгә, ябай кешеләргә, ышаныс өҫтәй, ҡыуандыра. Әммә үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҙә ҡайғыртырға тейешбеҙ. Бигерәк тә тәбиғәт ҡосағында – урманда, йылға-күлдәрҙә һаҡ булыу талап ителә.
Бер нисә ябай ғына, әммә ҙур бәләләрҙән ҡотҡарырлыҡ ҡа­ғиҙәләргә туҡталып үтәйек.

Урманда:

һүндерелмәгән тәмәке төпсөгөн, шырпыны ташламаҫҡа, усаҡта ҡыҙыу күмерҙе ҡалдырмаҫҡа;
майлы йәки яғыулыҡ һеңгән сепрәк-сапраҡты, ҡағыҙҙарҙы ташлап китмәҫкә;
ағас төптәрендәге, урман аҡландарындағы, баҫыу ситтәрендәге үләндәрҙе яндырмаҫҡа;
ылыҫлы урмандарҙа, торф ятҡылыҡтарында, урман һыҙаттарында ут яҡмаҫҡа кәрәк.

Һыуҙа үҙеңде дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләре

Йылғаға эскән ваҡытта, артыҡ эҫелә, тирләгән килеш инмәҫкә.
Һыу инеү костюмына булавка ҡаҙайҙар, көҙән йыйырған ваҡытта тәнде булавка менән сәнсеү мускулдарҙы яҙа. Янығыҙҙа булавка булмаһа, балтырҙы ҡаты итеп семетергә кәрәк. Был да ярҙам итмәһә, аяҡтың баш бармағын тотоп, ныҡ итеп тартырға мөмкин.
Өйрөлтмәгә эләккән осраҡта үпкәгә мөмкин тиклем күберәк һауа алып сумырға ла, төпкәрәк китеп, ситкә йөҙөргә кәрәк.
Читайте нас: