Бөтә яңылыҡтар
18 Май 2012, 17:18

Заман менән ярышып

– Хәйерле көн, эфирҙа яңылыҡтар хеҙмәте… Был һүҙҙәр Башҡортостан халҡына ғына түгел, сит төбәктәрҙә йәшәүселәргә лә таныш. Бер нисә минутлыҡ тапшырыуҙа республиканың иң һуңғы, иң “эҫе” хәбәрҙәре еткерелә. Телевидение кухняһын аңламағандар хәбәрселәрҙең көндәлек ауыр эше, бар ығы-зығы кадр артында ҡалыуын күҙ алдына ла килтермәй. Яңылыҡтар хеҙмәте үҙенә генә хас йөҙөн булдырып, халыҡ ихтирамын яулап өлгөр­ҙө. Билдәле булыуынса, 2011 йылдың октябренән башҡорт һәм рус телдәрендә яңылыҡтар һәр сәғәт һайын сыға башланы. Тәүге эфир иртәнге сәғәт 7-лә булһа, һуңғыһы – киске сәғәт 11-cе яртыла. Әлбиттә, мәғлүмәт күләме арта, эш тә күбәйә, тимәк, хәбәрселәргә урындарға йышыраҡ сығыу, күберәк яҙма әҙерләү талап ителә.

Заман менән ярышып
Заман менән ярышып

Яңылыҡтар хеҙмәтенең башҡорт бүлеге мөхәррире Рәмзит Әбүләев фекеренсә, республикала милли телдәге мәғлүмәттәр хеҙмәте һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Ысынлап та, рәсми-әҙәби телде һаҡлау, яңы исемдәр асыуҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһының роле ҙур.
Республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, хәбәрсе Гөлдәриә Йосопова: “Бер нисә йыл элек командировкаларға таҫмалы кассеталарҙы пакеты менән алып йөрөй торғайныҡ. Техник ҡорамалдар ауыр һәм ҡатмарлы ине. Ә хәҙер уларҙы цифрлы камералар алмаштырҙы. Ыңғай үҙгәрештәр эшебеҙгә йылдам үтә”, – тине, йылмайып. Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы билдәләүенсә, яңылыҡтар хеҙмәте камиллаша, шул уҡ ваҡытта талаптар ҙа арта.
Сираттағы эфирға яҙма әҙерләүсе Рафиҡ Әхмәтшиндың тыныслығын бүлеп, яңы технологиялар уның эшмәкәрлегенә нисек йоғонто яһауы менән ҡыҙыҡһындыҡ. “Эш рәүешен тулыһынса үҙгәртте, уңайлыҡтары бихисап, – тине ул. – Ғөмүмән, телевидение йылдан-йыл үҫә, бынан алты йыл элек бөтөнләй икенсе алымдарҙы ҡулланһаҡ, бөгөн мобиллек арта, тимәк, эш һөҙөмтәһе лә күпкә юғары”.
Яңылыҡтар хеҙмәтенең алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы, республиканың атҡаҙан­ған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Флүрә Мурзина телевизор ҡараусыларҙың һөйөүен күптән яулаған. Режиссер Гүзәл Әхмәҙиева ла үҙ эшен яратып башҡара. Алып барыусы Айнур Кәбировтың аҙна яңылыҡтары телевизор ҡараусыларҙың талаптарына яуап бирә.
Яңылыҡтар хеҙмәтенең башҡорт редакцияһында быуындар күсәгилешлеге һаҡланыуы маҡтауға лайыҡ. Тәжрибәле журна­лис­тар менән йәштәр үҙ-ара аңлашып эшләй. Хәбәрселәр Рәшит Тайбугин, Булат Камалов, Лилиә Тунасова һәм монтаж режиссеры Илдар Ғәлләмовтарға ҙур өмөт бағлайҙар. Шулай уҡ БДУ студенттары Азат Ғәлиуллин менән Ләйсән ҡоланбаева киләсәктә ошо өлкәлә үҙҙәрен таба алыр, тигән ышаныс бар.
Киң мәғлүмәт сараларын дүртенсе власть тип йөрөтәләр. Ысынлап та, журналистар ярҙамында сетерекле проблемалар йыш ҡына уңышлы хәл ителә. “Телевизор ҡараусыларыбыҙ хоҡуҡи ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Беҙҙең аша власҡа әйтер һүҙҙәрен дә еткерәләр”, – ти Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы.
Телевизор ҡараусыларҙың бер генә лә үтенесе иғтибарһыҙ ҡалмай. Мәҫәлән, күптән түгел улар сит илдә ашығыс дауалауға мохтаж булған балаға ярҙам кәрәклеге хаҡындағы яҙманы эфирға сығара. Халыҡ битараф ҡалмай, матди ярҙам күрһәтә. Бөгөн сабый Америка клиникаһында дауалана.
Яңылыҡтар хеҙмәте коллективы берҙәм. Ә башҡаса мөмкин дә түгелдер, уртаҡ маҡсатҡа тик команда булғанда ғына өлгәшергә мөмкин.
– Матур йолаларыбыҙ ҙа бар. Мәҫәлән, 9 Май байрамы айҡанлы ветерандарға ярҙам ойошторҙоҡ. Халыҡ-ара балалар көнөнә ҡарата сара уҙғарырға ниәтләйбеҙ, – тип үҙҙәре хаҡында һөйләне улар.
Яңылыҡтар хеҙмәтендә эшләүсе хәбәрсегә ниндәй сифаттар хас, тигән һорауға Гөлдәриә Йосопова: “Ул сетерекле хәлдә тиҙ генә дөрөҫ ҡарарға килергә тейеш. Үҙ һөнәрен яратыуы, шәхси ваҡытын эше өсөн ҡорбан итергә әҙер булыуы шарт”, – тип яуап бирҙе.
Көнө-төнө эш тип янған телевидение хеҙмәткәрҙәренә ғаилә тормошонда ауырыраҡҡа тура килә. Башкөллө ижади ҡомар менән янған журналистың яҡындарына ваҡыт бүлерлек хәле лә ҡалмай. Етмәһә, йыш ҡына ял-байрамдарҙы эштә үткәрергә тура килә. Яңылыҡтар хеҙмәтендә эшләүселәр: “Яҡындарыбыҙ беҙҙе аңлағанға, терәк булғанға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ”, – тине. Әйткәндәй, коллективта бер ғаилә эшләй. Ике бала тәрбиәләүсе Рәмзиә һәм Илдар Байбулатовтар, икеһе лә бер өлкәлә эшләгәс, бер-береһен яҡшы аңлай. “ҡайһы саҡ тыуған яҡҡа ҡайтырға оҙаҡ форсат булмай. Атай-әсәйҙәребеҙгә беҙҙе телевизор аша ғына ҡарарға тура килә”, – тип ҡуйҙы Рафиҡ Әхмәтшин.
Яңылыҡтар хеҙмәте үҙҙәренә тәғәйен бурысты теүәл үтәй. Улар көнүҙәк проблемаларҙы яҡтыртып ҡына ҡалмай, күтәрелгән темаға ҡат-ҡат әйләнеп ҡайта. Ғәҙелһеҙлеккә күҙ йоммайҙар, әсе тәнҡит һүҙҙәрен дә еткерә беләләр. Өлгөлө замандаштарыбыҙ, маҡтаулы эштәр, мөһим ваҡиғаларҙың береһе лә иғтибар­ҙан ситтә ҡалмай.
“Донъяла ниндәй хәлдәр бар икән?” – тип һәр телевизор ҡабыҙыусы мәғлүмәти сарсауын ҡандыра, ил-йорт хаҡында иң һуңғы яңылыҡтар менән ваҡытында һәм тулы күләмдә таныша ала, тип ышаныслы әйтергә мөмкин.
Читайте нас: