Бөтә яңылыҡтар
18 Май 2012, 16:12

Ҡыҙ менән танышып... 53 миллион отҡан!

Аҡса алмаштырам, тип байый ҙа, кәләшле лә булаӨфөлә лотереяға 53 миллион һум аҡса отҡан ир, ниһайәт, табыл­ған. Уның 29 йәшлек Александр исемле егет икәнлеге асыҡланды. Тиҙ арала аҡса ваҡлатырға кәрәккәс, егет лотерея киоскыһына килә. Бында билет һатып алырға ниәтләгән бер ҡыҙ ҙа торған була. Өлгөр егет бер нисә лотерея билеты һатып алып, аҡсаһын ваҡлай һәм бер күреүҙә ғашиҡ булған һылыу менән дә таныша. Гүзәл зат та уны оҡшата, күп тә үтмәй, уларҙың икеһен дә ҡайнар мөхәббәт хистәре сорнап ала. Александр үҙенең һөйгән ҡыҙына тәҡдим дә яһаған – тиҙҙән көньяҡ стилендә күркәм туй буласаҡ. Йәштәрҙең аҡсаһы ла хәҙер етерлек бит.

Аҡса алмаштырам, тип байый ҙа, кәләшле лә була
Өфөлә лотереяға 53 миллион һум аҡса отҡан ир, ниһайәт, табыл­ған. Уның 29 йәшлек Александр исемле егет икәнлеге асыҡланды.
Тиҙ арала аҡса ваҡлатырға кәрәккәс, егет лотерея киоскыһына килә. Бында билет һатып алырға ниәтләгән бер ҡыҙ ҙа торған була. Өлгөр егет бер нисә лотерея билеты һатып алып, аҡсаһын ваҡлай һәм бер күреүҙә ғашиҡ булған һылыу менән дә таныша. Гүзәл зат та уны оҡшата, күп тә үтмәй, уларҙың икеһен дә ҡайнар мөхәббәт хистәре сорнап ала. Александр үҙенең һөйгән ҡыҙына тәҡдим дә яһаған – тиҙҙән көньяҡ стилендә күркәм туй буласаҡ. Йәштәрҙең аҡсаһы ла хәҙер етерлек бит.
Читайте нас: