Ярат ауылынан Ильяс олатай Дәүләтбаев атаһының, ағаһының да атлы дивизия составында һуғышыуы хаҡында һөйләне: “Атайым һуғышҡа Елетмәҫ, Күк айғыр, Ороло саптар ҡушаматлы аттарҙы алып китте. Ул батырҙарса һәләк булды. Яуға оҙатҡан аттарҙан ни бары беҙҙең ауылдан киткән Ороло саптар ғына әйләнеп ҡайтты”, – тип, Ильяс олатай сығышын ҡурайҙа “Ерән ҡашҡа” көйө менән тамамлап ҡуйҙы.
Темәстән Миңдеғол Арыҫланов та 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ҡаһарман яугирҙарының береһе була. Днепр йылғаһы өсөн алышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Уның улы Рәсүл Арыҫланов атаһы менән обелиск эшләй башлауҙарын, тик атаһының уның ҡуйылғанын күрә алмауын, был эште туғандары менән аҙаҡҡа тиклем еткереп ҡуйыуы хаҡында һөйләне. “Рәсәй империя булып йәшәһен өсөн башҡорттар күп көс һалған. Башҡорт булмаһа, илебеҙ әлеге көндә бындай биләмәне биләй алмаҫ ине. Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исеме бирелмәһә, тарихи тупаҫлыҡ буласаҡ!” – тип тамамланы ялҡынлы сығышын.
“Ирәндек бөркөттәре” китабында Бәҙри Мәмбәтҡоловтың “Отважный связист” исемле мәҡәләһе бирелгән. Унда “Кубань” колхозы рәйесе, һуғышта бихисап награда, шул иҫәптән ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнеүсе Ғәлиәхмәт Сәйфуллин тураһында һүҙ бара. Кисәлә геройҙың ҡыҙҙары Менәүәрә, Мәзүнә, Сәлимә инәйҙәр ҡатнашты. Улар аталарының һуғыштан килгән хаттарын илай-илай уҡыуҙарын хәтерләне, уның тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләгәндәр.
ҡаһарманлығы менән тәүгеләрҙән булып Советтар Союзы Геройы исемен алған Тәфтизан Миңлеғолов – районыбыҙҙың сикһеҙ ғорурлығы. Уның ҡорҙашы Миҙхәт Байрамғолов яугир менән бала саҡта ялан аяҡ бергәләп ат һарайында йөрөүҙәрен, Тәфтизандың ҡурайҙа таҡмаҡ көйҙәрен уйнарға яратыуын һөйләне. Ул Герой булып киткәс, фотоһүрәте булмағанға күрә һәүәҫкәр рәссам Миҙхәт ағайҙың портреттарын алыуҙарын һөйләне.
Йәнйегет ауылынан Илгиз Әбүбәкиров, Төркмәндән Ришат Уйылданов, Баймаҡтан Рәйсә Хәсәнова, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, бик күп китап авторы, Баймаҡ ҡалаһының почетлы гражданы Вара Буранбаев 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе. Бихисап китап авторы Азамат Тажетдинов, Мәрйәм ҡужаҡаева ҡәләмдәштәре Рамаҙан Үтәғоловты яңы ижад емешенең донъя күреүе менән тәбрикләне.
Бер үк ваҡытта тантаналы ла, ғорурлыҡ тойғолары ла уятҡан, шул уҡ мәлдә күңелде һыҙлатҡан да был матур кисәне балалар ижады үҙәгенең Рәйлә Бикбирҙина етәкләгән фольклор түңәрәге малайҙарының яу, һыбайлылар тураһындағы йырҙары, Ильяс Дәүләтбаевтың ҡурай моңо, Вара Буранбаевтың “Фатимам” йыры тағы ла йәмләне.
Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.
Автор фотолары.