Ленин орденлы «Йылайыр» совхоз-техникумы Башҡорт АССР-ында ғына түгел, тотош СССР-ҙа ла иң ҙур совхоздарҙан һаналған. Һаналыуы ниндәйҙер күҙ буяусы отчеттарҙа, докладтарҙа ғына түгел, ә ысынбарлыҡта, ысынлап та, бар кешене хайран ҡалдырырлыҡ булған. Йылдан-йыл көҙгөһөн йыйылған уңышты дәүләт элеваторҙарына ташып алыр өсөн Өфөнән, хатта Мәскәүҙән йөк машиналары паркын ярҙамға саҡыртырлыҡ булғас ни, үҙегеҙ күҙ алдына килтерегеҙ.
Советтарҙан һуңғы Рәсәйҙең картаһында бындай ҙур ауыл хужалығы предприятиеһына урын табылмай, совхоз юҡҡа сыҡты, бөгөн иһә уның данлы тормош юлының шаһиты булған тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы ла «банкротлыҡ процедураһы» кисерә.
Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында урынлашҡан был музейға әле мәктәптә уҡып йөрөгән сағымда уҡ экскурсияға барғайным. Уның мөдире, «Йылайыр» совхоз-техникумының элекке директоры Юнир Самат улы Әҙеһәмов беҙгә, ҡарамалы мәктәбе уҡыусыларына, был яҡтарҙа сиҙәм күтәреү эпопеяһының нисек башланып китеүе, совхоздың тәүге уңыштары хаҡында ентекле итеп һөйләгәне хәтеремдә. Егерме йыл үткәндән һуң бөгөн тағы был музейға юлым төштө.
«Сиҙәм»дең хәҙерге мөдире Татьяна Николаевна Лаврусенко экскурсияны бик үҙенсәлекле башлап ебәрҙе. ҡапҡа алдында уҡ ҡаршы алып, миңә нисек итеп музейҙың ишеген асырға өйрәтә башланы:
– Ишекте яурын менән көслө генә итеп терәтәһең дә, йоҙаҡты тегеләй-былай борғослап, тартып сығараһың. Шунан килеп, ике ҡуллап йән көскә үҙеңә табан тартһаң, ишек асыла башлай, асыла, асыла, асыла һәм бына асылып та китте, Аллаға шөкөр. Нишләп улай яйлап асыла, тиһеңме? Сөнки стенаның кирбестәре урынынан ҡубып сығып, ишекте өҫтән баҫып тора, ә аҫтан иһә иҙән таҡталары терәтә. Бына стеналағы терһәк һыйырлыҡ бынау ярыҡты күрәһеңме?
Музейҙың эсендә совет осоро мөхите һаҡланып ҡалғандай. ҡайҙа ҡарама, сүкешле-ураҡлы байраҡтар, гербтар, дипломдар, Маҡтау ҡағыҙҙары. Стендтарҙағы фотоларҙа хеҙмәт алдынғылары, үҙҙәренең эш кейемдәренән, майға батҡан тракторҙарынан оялмай, күкрәктәрен кирә биреп, ғорур ҡарап тора, ҡулдарында мотлаҡ бойҙай көлтәһе йә бер ус башаҡ. ҡарағыҙ, совет халҡы, һеҙҙең өҫтәлегеҙҙәге икмәкте беҙ, Ленин орденлы «Йылайыр» совхоз-техникумы коммунистары, үҫтерәбеҙ!
Татьяна Николаевна, патриотик уйҙарымды тупаҫ рәүештә бүлеп, үҙенең донъяуи проблемаларын алдыма килтереп ауҙарҙы:
– Был музей 1981 йылда рәсми рәүештә эшләй башланы. Быға тиклем музей эштәре йәмәғәт башланғысында Венера Рәфҡәт ҡыҙы Моратова тарафынан башҡарылған булһа, 1981 йылдан, ставка бүленеп, уның экспонаттарын тулыландырып, һаҡлап, экскурсиялар ҡабул итеп тороу өсөн дәүләт эш хаҡы түләй башланы. 2007 йылға тиклем «Сиҙәм» Башҡортостан Республикаһының Милли музейы филиалы булып килде, аҙаҡтан иһә Баймаҡ тарихты һәм крайҙы өйрәнеү музейына буйһондоролдо; финанслау Мәҙәниәт министрлығынан, Баймаҡ район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге аша атҡарыла башланы. 2010 йылдың 1 ғинуарынан иһә музей Баймаҡ районы, Баймаҡ ҡалаһы балансына күсерелде. Тап ошо мәлдән ул финанс ауырлыҡтары кисерә башланы. Финанслау ҡырҡа кәмене. Ремонтҡа аҡса тейешенсә бүленмәй, эш хаҡы фонды кәметелде. Былтыр техничкабыҙ эшен ташланы: былай ҙа 2000 һумға йөрөгән ҡатындың эш хаҡын 13 процентҡа торғоҙоп ҡалдырҙылар. Капиталь ремонтҡа аҡса бүленмәй, түшәмдән һыу ағып, хәрби дан бүлмәһен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы. ҡышҡыһын музей йылытылмай, шуға уның эсендә тыштағынан да һыуығыраҡ. Колхозлашыу осоронан алып һаҡланған фотоһүрәттәр, кейем өлгөләре, гәзит, китаптар бындай дымлылыҡҡа күпме түҙер икән? Ошо «Сиҙәм» музейы юҡҡа сыҡһа, Советтар Союзы Геройҙары, яҡташтарыбыҙ И. Пименов, В. Копылов, данлыҡлы агроном Ю. Моряков, Социалистик Хеҙмәт Геройы Р. Яхин хаҡында тупланған материалдарҙы ҡайһы музейҙа күрһәтерҙәр икән? Был исемдәргә түрәләрҙең бик иҫе китмәһә, башҡорт халҡының данлы ҡыҙы, «Ырғыҙ» романын яҙған Һәҙиә Дәүләтшина, уның ире Ғөбәй Дәүләтшиндың ошо «Йылайыр» совхозында эшләп, «Иген фабрикаһы» тигән гәзит сығарыуҙары хаҡындағы материалдарҙы, тарих биттәрен ҡайҙа итергә?
Татьяна Лаврусенко әйтеүенсә, «Сиҙәм» музейын БР Милли музейы филиалы итеп һаҡлап ҡалыу өсөн ваҡытында ни бары уның майҙанын ҙурайтыу ғына талап ителгән. Тик Баймаҡ районы хакимиәте музей урынлашҡан бинаның икенсе яртыһындағы магазинды икенсе бинаға күсереү менән булышып тормаған, һәм музей майҙаны элеккесә ҡалған.
Нимә ул музей? Минеңсә, ул үткәндәр хаҡында хәтер, иҫтәлектәр. Яҡшы, сағыу, ғорурланырлыҡ хәтирәләр булһа, беҙ уларҙы онотмайбыҙ, уңайы сыҡҡан һайын башҡаларға һөйләп, хәтеребеҙҙе яңыртабыҙ. Ғорурланабыҙ. Һәм, киреһенсә, мәсхәрәле, болғансыҡлы үткәндәребеҙҙе оноторға тырышабыҙ, уларҙан оялабыҙ. Кешеләр белеп ҡалыуын кәрәкле тип тапмайбыҙ. Былай, «Йылайыр» совхоз-техникумының данлы тарихы йөҙ ҡыҙартырлыҡ түгел кеүек тә, тик нишләп һуң ошо совхозда хеҙмәт юлын башлап, бында кеше булып киткән эреле-ваҡлы вазифалы кешеләр был музейҙың барлығын, бер ажар ҡатындың тырышлығы менән генә музей тип иҫәпләнеп килеүен онота икән? Ваҡытында ата-олаталарыбыҙ төн йоҡоһон йоҡламай сиҙәм күтәрһә, хәҙер килеп ябай битарафлыҡ арҡаһында «Сиҙәм» музейын «күтәртеү» хәленә еткергәнбеҙ түгелме?