Бөтә яңылыҡтар
4 Май 2012, 15:20

Мөхәббәт йыры

Күңелем ярһый, йөрәккәйем дөп-дөп тибә. Мин яратам. Һин дә һөйәһең. Ошо нескә тойғоно күңелем менән һиҙәм. Мөхәб­бәт уттарында яныу үҙе бер бәхет икән. Ә мин һине был яҙҙа бөгөн генә күрҙем…

Мөхәббәт йыры
Мөхәббәт йыры

Күңелем ярһый, йөрәккәйем дөп-дөп тибә. Мин яратам. Һин дә һөйәһең. Ошо нескә тойғоно күңелем менән һиҙәм. Мөхәб­бәт уттарында яныу үҙе бер бәхет икән.
Ә мин һине был яҙҙа бөгөн генә күрҙем…
Бигерәк тә сибәрһең! Һинең гүзәллеккә быйылғы яҙ ҙа һоҡлана. Тәбиғәттең был миҙгеле күңелеңдең сафлығын, намыҫыңдың паклығын, бер ҡатлы икәнлегеңде ап-асыҡ күрһәтә. Шат йылмайыуыңа ҡояш көнләшә, ағастар бөрөләрен уята, ел шаяра. Изге затһыңдыр һин, әллә алиһәме?
Нимә булды һиңә? Әллә илайһың инде? Алһыу ирендәреңә күҙ йәштәрең тамды. Берәйһе рәнйеттеме һине? Булмаҫ, ышанмайым, матурым! Йөрәге булған кеше һиңә һис ҡасан ауыр һүҙ әйтмәҫ. Алда һинең ап-аҡ туй күлдәге кейеп, никах табынында ултыраһың, бәпесеңде күкрәгеңә ҡыҫып һөйәһең, уның “әсәй” тип әйткәнен күрәһең бар.
Ә-ә-ә, аңланым, һин һылыуға оҙаҡ итеп тултырып ҡарап торғанмын икән. ҡайғырма, дуҫым, һиңә ҡарата бер генә лә насар уйым юҡ.
Мин ғашиҡ булдым! Бер кемдә лә булмаған бар гүзәллек тик һиндә! ҡара сәстәрең, нурлы йөҙөң, ҡуңыр күҙҙәрең. Әллә нимә эшләнемсе… Күңе­лем­дең иң нескә ҡылдарын тирбәлтәһең бит! Һиҙәм, күрәм, һин дә битараф түгелһең. Яратаһың. Миңә булған ләззәтле һыҙланыу был. Шуға илайһың.
− Ишетәһеңме, ҡоштар йыры яңғырай? Ул бары һинең өсөн генә, − тинем, уны йыуатырға тырышып. Ул өндәшмәне, ҡосағыма һырылды.
Бергенәмдең күңелендә ошо моңдар ине. Был – мөхәббәт йыры.

Илбарис СӘЛИМХАН.
Дүртөйлө районы.
Читайте нас: