Акция барышында китапханала амнистия иғлан ителгән. Тапшырыу ваҡыты күптән үткән бурыслыларҙан китаптар бер дәғүәһеҙ кире ҡабул ителде (ә элек штраф түләргә кәрәк ине). Ошо кистә юридик ярҙам алырға, бушлай интернет менән ҡулланырға мөмкинлек булды.
Үткән быуаттың 20-cе йылдарында төшөрөлгән, “телһеҙ” стилдәге аҡ-ҡара франк-бельгия “Артист” (The Artist) фильмы күрһәтелде. Был картина бик күп наградаға лайыҡ булған. Фильмдан һуң Страсбург ҡалаһынан килгән Матильда Галиссо менән картина хаҡында һөйләшеү булды. Европаса ҡарашлы ханым йәшәйебеҙ тураһында фекерен дә белдерҙе.
Осрашыуҙы дәртле “ритайым” йомғаҡланы. Ғөмүмән, китапханалағы күркәм байрам һәр кемдең күңеленә ятты. Уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙарың булған кешеләр менән аралашыу, үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләре менән танышыу һәр кемдең эске донъяһын байытты, мәғлүмәтле итте. Күңелемде ҡыймаҫ өсөн генә миңә эйәргән танышым да бынан ары китап йортона йышыраҡ килергә булды. Ошондай юҫыҡтағы саралар даими уҙһа, китапханаларҙың гөрләп тороуына шик юҡ.
Тормошобоҙға реклама, пиар ныҡ үтеп ингән. Етештереүселәр тауарын ҡулланыусыларға көсләп тағыр өсөн төрлө алымдар, хәйләле ысулдар ҡуллана. Ә ни өсөн халыҡҡа рухи ҡиммәт, тәрбиә, әхлаҡ таратҡан системаға ла уны индермәҫкә?! Дәүләт учреждениеларында ла оҫта маркетолог булыуҙы заман күптән талап итә.