Бөтә яңылыҡтар
24 Апрель 2012, 15:40

Аш-һыуҙары тел осонда, һүҙҙәре йөрәк түрендә ҡалды...

Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылы. Бына өләсәйем һәм олатайымдың йорто. Һәр ваҡыт уттары янып тора торҒайны, бөгөн ниңәлер тәҙрәлә ут күренмәй. ҡапҡаны асҡанда, ишек тотҡаларынан ҡәҙерле кешемдең ҡулдарының йылыһы бәрелде. Йомшаҡ, наҙлы йылы... Шул йылы һаман усым түрендә. Бына ағас­тар, кәртә эсе... Һарай яғына ынтылып-ынтылып ҡарайым: өләсәйем күренмәй, тауышы ла сыҡмай. Көтәм. Һаман юҡ. Шул һарай яғынан бына-бына өләсәйем килеп сығыр кеүек. Өйгә йүнәлдем.

Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылы. Бына өләсәйем һәм олатайымдың йорто. Һәр ваҡыт уттары янып тора торҒайны, бөгөн ниңәлер тәҙрәлә ут күренмәй. ҡапҡаны асҡанда, ишек тотҡаларынан ҡәҙерле кешемдең ҡулдарының йылыһы бәрелде. Йомшаҡ, наҙлы йылы... Шул йылы һаман усым түрендә. Бына ағас­тар, кәртә эсе... Һарай яғына ынтылып-ынтылып ҡарайым: өләсәйем күренмәй, тауышы ла сыҡмай. Көтәм. Һаман юҡ. Шул һарай яғынан бына-бына өләсәйем килеп сығыр кеүек. Өйгә йүнәлдем. Ингәс тә өҫтәл түренә күҙ һалдым: самауырын ҡайнатып, өйҙә мине көтөп ултырамы икән? Юҡ. Бик моңһоу булып китте йөрәгемә. Аңланым. Өләсәйем был фани донъяны ташлап киткән. Ауыр. Башҡа төрлө уйҙар килә. Эх... Был ҡайтыу минең ғәҙәттәгесә булманы шул. Өләсәйемә ял көндәрендә булһа ла килеп китмәүемә үкенәм. ҡалай итәһең инде, Өфө – Әбйәлил араһы алыҫ шул. Кем белгән инде.
Үҙем ҡалала уҡығанға күрә өләсәйем менән күберәк телефон аша аралашырға тура килде. Каникулда өләсәйемә ашҡынып килә инем. Һәр кешегә ярҙамсыл, шул уҡ ваҡытта аҡыллы кәңәшсе лә ине ул. Кем генә ярҙам һорап килмәһен, бер ҡасан да кире ҡаҡманы. Шуға ла Яңы Балапан ауылы халҡы уны бик хөрмәт итте. Алтын ҡуллы кеше ине минең ҡәҙерле кешем. Ул һыраған ҡорамалар, теккән күлдәктәр, күҙ нурын йәлләмәй мәрйендәрҙән теҙгән ҡашмау, һаҡалдар иҫ китмәле матур. Был эшенә һоҡланмаған кеше булмағандыр. Олатайым менән икәүһе төҙөгән йорт, үҫтергән баҡса күҙҙең яуын алырлыҡ. ҡулынан килмәгән эше булманы уның, нимәгә генә тотонмаһын, дан итеп эшләне. Олатайым менән иңгә-иң терәшеп, ҡулға-ҡул тотоношоп 55 йыл бергә ғүмер иттеләр. Өс малай һәм ике ҡыҙ тәрбиәләнеләр.
Эшсән, тырыш, йомарт, эшһөйәр, яғымлы – был сифаттар тик өләсәйемә генә хас.
Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Ниндәй генә ҡайғы кисермәне өләсәйем. Шул уҡ ваҡытта шатлыҡҡа ла сорналып йәшәне ул. Йылмайып торған йөҙө, дәртле күңеле, алтын ҡулдары донъяла булған барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңә ине. ҡайҙан шундай көс-ғәйрәт алғандыр?!
Был фани донъяны өләсәйем ташлап китте. Уның телефон аша әйткән һуңғы һүҙҙәрен бер ваҡытта ла онотмаясаҡмын. «Тырыш бул, ҡыҙым. Тырышһаң, бөтәһе лә була! »
Өләсәйем! Аҡлармын һинең һүҙҙәреңде, һинең кәңәштәрең тормош девизым буласаҡ. Барлыҡ яҡшылыҡтарың өсөн рәхмәт һиңә. Ауыр тупрағың еңел, йәнең ожмах түрендә булһын.

Зөлхизә СӘЛИХОВА,
Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатының
10 «б» синыфы уҡыусыһы.
Читайте нас: