“Башҡорт өзләүе мәктәбе” китабы – был сәнғәт төрөнөң серҙәрен асыусы ысын хазина. Быға тиклем өзләүгә өйрәтеүсе бындай ҡулланмалар республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә юҡ ине. Китапты әҙерләүгә республикабыҙҙың күренекле фән, мәҙәниәт, сәнғәт әһелдәре һәм хатта табиптар ҙа үҙ өлөшөн индергән. Был эштәрҙе автор китаптың яуаплы мөхәррире Айрат Әҙиев менән бергә башҡарған. Баҫманың методологик өлөшөндә өзләү тауыштарын сығарыуҙың тәүге аҙымдарына, файҙалы кәңәштәргә һәм сәнғәттең был төрөн өйрәнеүгә урын бирелгән. Бынан тыш, китапта тауыш сығарыу алымдары, ноталы материалдарҙың киң репертуары урын алған. Улар араһында өзләү сәнғәтен тәү башлап өйрәнеүселәр өсөн 65 күнекмә, 40-тан ашыу инструменталь пьеса, 30-ҙан ашыу текслы пьеса, 30 башҡорт халыҡ һәм башҡа милләт халыҡтарының да көйҙәре ингән. Бынан тыш, уға өзләү өлгөләре яҙҙырылған диск та һалынған.
– Ниндәйҙер ҙур эште башҡарыу өсөн ойоштороусы кеше кәрәк. Башҡорттарҙа өзләү, ҡурай, ҡумыҙ, думбыра барлығын беҙ һәр ваҡыт белә инек, − ти сәнғәт фәне докторы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Рауил Рәхимов. – Үткән быуаттың 60-сы йылдарында ҡурай юғалып барған инструмент ине, ләкин Ғата Сөләймәнов уны бөтә донъяға данланы һәм ҡурай бөгөн башҡорт мәҙәниәтенең үҙәгенә әүерелде, дәүләт гербында урын алды. Шулай уҡ думбыра ла электән үк булды, әммә ул популярлыҡ алһын өсөн уны эшләүсе оҫта Вәкил Шөғәйепов үҙ өлөшөн индерҙе. ҡумыҙ сәнғәтен дә күтәреүсе кәрәк ине. Роберт Абдрахман улы иретеп йәбештереү сымынан эшләнгән тәүге ҡумыҙҙарҙы 50 тингә таратып, был эште башлауын бөгөнгөләй яҡшы иҫләйем. Бөгөн ул ҡумыҙ сәнғәтен үҫтереүсе генә түгел, ә өзләүҙе тергеҙеүсе булып та тарихҡа инде.
Сараны әҙиптең уҡыусыларының, халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурстары еңеүселәренең, Роберт Заһретдиновтың яҡташы, “Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы” исемен йөрөтөүсеһе, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың сығышы биҙәне. Ә исем туйының төп сәбәпсеһе – Роберт Абдрахман улы ҡумыҙҙа уйнап, бер үк ваҡытта өзләп, башҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты һуҙып, барыһын да таң ҡалдырҙы.
Был саранан һуң, өзләү сәнғәтенең киләсәге яҡты, тигән фекергә килдем. Берҙәмлектә – көс, тиҙәр. Шуға ла был рухи мираҫты артабан да байытыу һәм данлауға күңелендә башҡорт рухы йәшәгән һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тейеш.
Самат ҡОТЛОЕВ.